Ҡыҙыҡ, донъяла “әүен баҙары” көнө лә була икән. Рәсми телдә ул Бөтә донъя йоҡо көнө тип йөрөтөлә. Ул көндө бөтә ғаләм йоҡоға тала, эшкә лә, ашҡа ла халыҡ йөрөмәй, тигән һүҙ түгел, ә бөтә иғтибар дөрөҫ һәм сәләмәт йоҡоно пропагандалауға йүнәлтелә. Йоҡоноң боҙолоуын иҫкәртергә лә, дауаларға ла була, тип иҫәпләй табиптар.
Был иҫтәлекле көн һәр йыл йома һайын көндөң төн менән тигеҙләнеү мәле алдынан билдәләнә. Быйыл ул 15 мартҡа тура килә.
Ғүмеребеҙҙең өстән бер өлөшөн йоҡоға сумып, татлы төштәр күреп үткәрәбеҙ. Тик, үкенескә ҡаршы, уның сифаты хаҡында хәстәрлек күргән кеше аҙ, баш мейеһен ял иттерер урынға йәшәү өсөн көрәшеп, мулыраҡ аҡса, карьера хаҡында күберәк уйлайбыҙ. Йоҡо артҡы планға күсә бара.
Йоҡоһоҙлоҡ, хроник формаға күсеп, кешенең сәләмәтлеген һиҙҙермәй генә ҡаҡшата. Ғалимдәрҙең әйтеүенсә, тәүлегенә ете сәғәттән дә кәм йоҡлаған сүрәттә кеше ваҡытынан алда ҡартая башлай, айырыуса ҡатын-ҡыҙға ҡағыла (хәтер насарлана, иғтибарһыҙлыҡ көсәйә, йөрәк сирҙәре үҙен һиҙҙерә). Хатта сәләмәтлегеңә бындай яуапһыҙ мөнәсәбәт шәкәр диабетына, гипертония сиренә юлыҡтырыуы мөмкин. Был хаҡта үҙебеҙҙең участка терапевты М. Дәминова менән әңгәмәләшкәндә әллә нисә тапҡыр “шелтә” алған да булды. “Йоҡо туймағас, эшкә һәләтлек кәмей, баш ауырта. Эш урынына йоҡо уйлап ултырғас, һеҙ ниндәй яҡшы хеҙмәткәр инде?” – тип әйтеүе менән һис килешмәй булмай.
Табиптың кәңәше буйынса, киске аш ваҡытында нервы системаһын ҡуҙғытыусы аҙыҡтар (кофе, шоколад, какао) ашауҙан тыйылырға кәрәк. Үҙегеҙҙе ниндәй психотипҡа индерһәгеҙ ҙә (“һабан турғайы”мы, әллә “өкө”мө), билдәле режим буйынса йәшәргә өйрәнегеҙ. Организм һеҙҙең был “бойороғоғоҙға” мотлаҡ буйһонор, бер ниндәй ауырлыҡһыҙ тиҙ генә йоҡоға талырһығыҙ һәм ваҡытында уянырһығыҙ. Ҡағиҙәләр бик ябай: йоҡлар алдынан бүлмәгеҙҙе елләтергә онотмағыҙ, түшәк кәрәк-яраҡтары ғәҙәттәге мамыҡ туҡыманан булһын, синтетика, атлас, ебәк әйберҙәрҙән ҡотолоғоҙ.
Шуныһы ғәжәп: йоҡоноң файҙаһы тураһында күпме генә тылҡыһалар ҙа, ғилми эштәр яҙылып торһа ла, йоҡоноң нимә икәнен беҙгә асыҡлап аңлатҡан тикшеренеүселәр әлегә юҡ. Ә ни өсөн төш күрәбеҙ – быныһы ла асылмаған сер. Тик табиптарҙың беҙгә тыныс йоҡо теләүе, һаулығыбыҙҙы һаҡларға өндәүе менән һис тә килешмәй булмай.