Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йорттар ғына түгел, күңелдәр ҙә йылына
Бөгөн ауыл ерендә утын яғып, электр плитәһендә аш-һыу бешереү тарихта ғына ҡала бара. Шөкөр, республика етәкселеге лә был тәңгәлдә байтаҡ эштәр башҡара, төрлө маҡсатлы прог­раммалар сиктәрендә хатта төпкөл ауылдар халҡы ла рәхәтләнеп “зәңгәр яғыулыҡ” менән файҙалана. Хәҙер тәбиғи газ ҡулланмаған ауылдар бармаҡ менән генә һанарлыҡ, социаль объекттар күптән инде газға тоташтырылған.

Иҫке Балтас ауылының “Көнбайыш” биҫтәһендә лә Яңы йыл алдынан газ үткәргес сафҡа индерелеп, йорттар “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылды. Ғөмүмән, районды тәбиғи газға күсереү йүнәле­шендә алып барылған “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫте­реү” маҡсатлы программаһы­ның дауамы был. Объекттың дөйөм хаҡы 21 миллион һум­дан ашыу. “Көнбайыш” биҫтә­һендә бөгөн 600-гә яҡын йорт иҫәпләнә, шуларҙың барыһын да газлы итеү – төп бурыс. Шуныһы ҡыуаныслы: төбәктә халыҡты газ менән тәьмин итеү буйынса эш күләме арта ғына, мәҫәлән, әле йорттарҙың яҡынса 59 проценты “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташ­тырылған.

Биҫтәлә йәшәгән Гөлназ һәм Эльвир Саяповтар 2016 йылда яңы йорт һалып ингән. Быға тиклем йәштәр ҡышҡы­лыҡҡа утын хәстәрләп, электр плитә­һендә аш-һыу бешерһә, әле рәхәтләнеп тәбиғи газ менән ҡуллана.

— Шөкөр, ауылда ла уңайлы мөмкин­лектәр асылды, хәҙер утын әҙерләү проблемаһы юҡҡа сыҡты. Иртән торһаң да, кис ҡайтһаң да өйөң йылы, — ти Саяповтар. — Бындай шарттар бүләк иткән етәкселеккә оло рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә тәбиғи газ йортобоҙҙо ғына түгел, ә күңел­дәребеҙҙе йылытыр тип өмөтләнәбеҙ.


Автор: Самат ҒӘЛИН Фото: Балтас районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә

Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә 19.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 8

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә