Бөгөн ауыл ерендә утын яғып, электр плитәһендә аш-һыу бешереү тарихта ғына ҡала бара. Шөкөр, республика етәкселеге лә был тәңгәлдә байтаҡ эштәр башҡара, төрлө маҡсатлы программалар сиктәрендә хатта төпкөл ауылдар халҡы ла рәхәтләнеп “зәңгәр яғыулыҡ” менән файҙалана. Хәҙер тәбиғи газ ҡулланмаған ауылдар бармаҡ менән генә һанарлыҡ, социаль объекттар күптән инде газға тоташтырылған.
Иҫке Балтас ауылының “Көнбайыш” биҫтәһендә лә Яңы йыл алдынан газ үткәргес сафҡа индерелеп, йорттар “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылды. Ғөмүмән, районды тәбиғи газға күсереү йүнәлешендә алып барылған “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” маҡсатлы программаһының дауамы был. Объекттың дөйөм хаҡы 21 миллион һумдан ашыу. “Көнбайыш” биҫтәһендә бөгөн 600-гә яҡын йорт иҫәпләнә, шуларҙың барыһын да газлы итеү – төп бурыс. Шуныһы ҡыуаныслы: төбәктә халыҡты газ менән тәьмин итеү буйынса эш күләме арта ғына, мәҫәлән, әле йорттарҙың яҡынса 59 проценты “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылған.
Биҫтәлә йәшәгән Гөлназ һәм Эльвир Саяповтар 2016 йылда яңы йорт һалып ингән. Быға тиклем йәштәр ҡышҡылыҡҡа утын хәстәрләп, электр плитәһендә аш-һыу бешерһә, әле рәхәтләнеп тәбиғи газ менән ҡуллана.
— Шөкөр, ауылда ла уңайлы мөмкинлектәр асылды, хәҙер утын әҙерләү проблемаһы юҡҡа сыҡты. Иртән торһаң да, кис ҡайтһаң да өйөң йылы, — ти Саяповтар. — Бындай шарттар бүләк иткән етәкселеккә оло рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә тәбиғи газ йортобоҙҙо ғына түгел, ә күңелдәребеҙҙе йылытыр тип өмөтләнәбеҙ.