Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Матурлыҡты һаҡлай белеү ҙә кәрәк
Сирләгән кешенең, бигерәк тә кескәйҙәрҙең һауығыуы, һис шикһеҙ, дарыу ашауға, укол һалыуға ғына ҡайтып ҡалмай, уратып алған мөхиткә лә, шарттарға ла бәйле. Был хәҡиҡәткә Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһында ремонт эштәре барышы менән танышҡанда инандыҡ.


Әлеге дауалау учреждениеһында тейешле органдар хатта ҡайһы бер бүлексәләрҙе ябырға мәжбүр булды. Сәбәбе – матди-техник базаның насар торошо. Сер түгел, ел уйнап торған палаталар хаҡында шунда балаларын дауаларға килтергән әсәләр асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Бәхеткә күрә, бындай етешһеҙлектәр артта ҡалып килә. Йәй аҙағына дауахананың бер корпусында тулыһынса ремонт тамамлана. Баш­ҡарылған эштәр менән танышҡандан һуң ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов:
– Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү барышы, дөйөм алғанда, ҡәнәғәтләнерлек. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау ми­нистр­лығы тарафынан бүленгән финанслау, үкенескә ҡаршы, ремонтты атҡарырға етмәй ҡалды. Сығым­дар­ҙың шаҡтай өлөшөн “Сода” ком­панияһы күтәрә, улар төҙөүсе­ләр­ҙең ҡулы етмәгән эштәрҙе лә башҡара, – тип белдерҙе. Владимир Иванович биналарҙы ғына түгел, дауахананың тирә-яғын да матурларға ҡушты. Етәксе ҡороған бер ағасҡа һәм осоп йөрөгән тирәк мамығына ишаралап, дауахана етәкселеген төҙөклән­де­реүҙән тыш хәүефһеҙлек хаҡында ла уйланырға саҡырҙы.
Шуныһын да билдәләмәү мөмкин түгел: корпустарға яҡшы ремонт яһала, тик ҡайһы бер әсәләрҙең һаҡ­һыҙлығы һәм яуапһыҙлығы арҡаһында был матурлыҡ аяҡ аҫтына һалып тапала. Стеналарҙа яҙыуҙар барлыҡҡа килгән, линолеумдар йыртылған. Әммә, баҡтиһәң, төҙөүселәр ҙә бик үк яуаплы түгел икән, улар эште тейе­шенсә кимәлдә башҡармаған. Ҡайһы бер урында штукатурка балаларҙың ярҙамынан тыш та ҡойолоп тора.
Иң мөһиме шул: был төҙөүселәр менән хәҙер тейешле хеҙмәт вәкил­дә­ре шөғөлләнә, ә икенсе корпуста ре­монт эштәрен башҡа ойошма баш­ҡарасаҡ. Нисек кенә булмаһын, килә­сәктә дауахана яҡшы яҡҡа танымаҫтай булып үҙгәрер тип ышанырға ҡала.


Автор: Рәмил Мансуров.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә