Матурлыҡты һаҡлай белеү ҙә кәрәк29.11.2017
Сирләгән кешенең, бигерәк тә кескәйҙәрҙең һауығыуы, һис шикһеҙ, дарыу ашауға, укол һалыуға ғына ҡайтып ҡалмай, уратып алған мөхиткә лә, шарттарға ла бәйле. Был хәҡиҡәткә Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһында ремонт эштәре барышы менән танышҡанда инандыҡ.
Әлеге дауалау учреждениеһында тейешле органдар хатта ҡайһы бер бүлексәләрҙе ябырға мәжбүр булды. Сәбәбе – матди-техник базаның насар торошо. Сер түгел, ел уйнап торған палаталар хаҡында шунда балаларын дауаларға килтергән әсәләр асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Бәхеткә күрә, бындай етешһеҙлектәр артта ҡалып килә. Йәй аҙағына дауахананың бер корпусында тулыһынса ремонт тамамлана. Башҡарылған эштәр менән танышҡандан һуң ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов:
– Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү барышы, дөйөм алғанда, ҡәнәғәтләнерлек. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан бүленгән финанслау, үкенескә ҡаршы, ремонтты атҡарырға етмәй ҡалды. Сығымдарҙың шаҡтай өлөшөн “Сода” компанияһы күтәрә, улар төҙөүселәрҙең ҡулы етмәгән эштәрҙе лә башҡара, – тип белдерҙе. Владимир Иванович биналарҙы ғына түгел, дауахананың тирә-яғын да матурларға ҡушты. Етәксе ҡороған бер ағасҡа һәм осоп йөрөгән тирәк мамығына ишаралап, дауахана етәкселеген төҙөкләндереүҙән тыш хәүефһеҙлек хаҡында ла уйланырға саҡырҙы.
Шуныһын да билдәләмәү мөмкин түгел: корпустарға яҡшы ремонт яһала, тик ҡайһы бер әсәләрҙең һаҡһыҙлығы һәм яуапһыҙлығы арҡаһында был матурлыҡ аяҡ аҫтына һалып тапала. Стеналарҙа яҙыуҙар барлыҡҡа килгән, линолеумдар йыртылған. Әммә, баҡтиһәң, төҙөүселәр ҙә бик үк яуаплы түгел икән, улар эште тейешенсә кимәлдә башҡармаған. Ҡайһы бер урында штукатурка балаларҙың ярҙамынан тыш та ҡойолоп тора.
Иң мөһиме шул: был төҙөүселәр менән хәҙер тейешле хеҙмәт вәкилдәре шөғөлләнә, ә икенсе корпуста ремонт эштәрен башҡа ойошма башҡарасаҡ. Нисек кенә булмаһын, киләсәктә дауахана яҡшы яҡҡа танымаҫтай булып үҙгәрер тип ышанырға ҡала.