Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йырлай-йырлай дәрес бирә...
Йырлай-йырлай дәрес бирә...Талапсан, аҡыллы, иғтибарлы... Тап ошо сифаттары менән һоҡландыра ҡалабыҙҙың 5-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Йәғәфәр Нәҙершин. Күп яҡлы талант эйәһе булараҡ, ул балаларҙың һәләтен үҫтереүгә күп көс һала.


Йәғәфәр – Бөрйән егете. Ҡотан ауылында өләсәһенең әкиәттәрен, хикәйәттәрен тыңлап үҫкәнлектән, бәләкәйҙән башҡорт халыҡ ижадына, оҙон көйҙәргә ғашиҡ. Йәғәфәр Сәфәрғәле улын халыҡ республика һәм халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты булараҡ та белә. Хеҙмәт юлын тыуған төйәгендә музыка уҡытыусыһы булып башлай ул. Ғаиләһе менән Сибайға күсеп килгәс, эшен ҡалалағы педагогия колледжында дауам итә, артабан мәктәпкә күсә. Һәр коллективта ҙур абруй ҡаҙана, ата-әсәнең, уҡыусыларҙың хөрмәтен яулай.
Туған телдең, милләттең киләсәге өсөн янып-көйгән уҙаман ул. Тап ошо сифаты популярлыҡ яуларға өлгөргән йырсыны, икенсе юғары белем алып, мәктәпкә эшкә күсергә этәргәндер ҙә.
– Һөнәремдең туған телемдең яҙмышы менән бер тамырға барып тоташыуы – минең өсөн ҙур ғорур­лыҡ, – ти йәш белгес. – Уҡыусы­ларымдың киләсәк тормошта үҙ урынын табып, илебеҙгә тоғро хеҙмәт итеүен теләп ашығам көн дә яратҡан эшемә. Йәш быуынға туған телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтергә тырышам.
Балалар күңелендә милли мәҙә­ниәткә, йыр-моңға һөйөү тәрбиәләүгә бөтә көсөн һала Йәғәфәр Сәфәрғәле улы: һәр дәрескә ентекле әҙерләнеп килеп, теманы еренә еткереп аңлата, уҡыусыларҙан дөрөҫ, тулы яуап биреүҙе талап итә, күркәм һөйләшеүе менән дә йәштәргә ҙур үрнәк. Эшен мөкиббән яратҡан уҡытыусы йәмәғәт эштәрендә лә иң алғы сафта.
Ғаиләһендә иһә егәрле, хәстәр­лекле ир, өс улына һәм ҡыҙына хөрмәтле атай. Ҡатыны Рәсилә Ғәзизйән ҡыҙы ла – педагог, ошо мәктәптә башланғыс класс уҡыусы­ларына белем бирә. Күп балалы Нәҙершиндар ғаиләһендә бер-береңә ихтирам, хөрмәт, хеҙмәткә һөйөү кеүек изге төшөнсәләр беренсе урында тора.

Нурзилә ҺӨЙӘРҒОЛОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 1

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә