Талапсан, аҡыллы, иғтибарлы... Тап ошо сифаттары менән һоҡландыра ҡалабыҙҙың 5-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Йәғәфәр Нәҙершин. Күп яҡлы талант эйәһе булараҡ, ул балаларҙың һәләтен үҫтереүгә күп көс һала. Йәғәфәр – Бөрйән егете. Ҡотан ауылында өләсәһенең әкиәттәрен, хикәйәттәрен тыңлап үҫкәнлектән, бәләкәйҙән башҡорт халыҡ ижадына, оҙон көйҙәргә ғашиҡ. Йәғәфәр Сәфәрғәле улын халыҡ республика һәм халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты булараҡ та белә. Хеҙмәт юлын тыуған төйәгендә музыка уҡытыусыһы булып башлай ул. Ғаиләһе менән Сибайға күсеп килгәс, эшен ҡалалағы педагогия колледжында дауам итә, артабан мәктәпкә күсә. Һәр коллективта ҙур абруй ҡаҙана, ата-әсәнең, уҡыусыларҙың хөрмәтен яулай.
Туған телдең, милләттең киләсәге өсөн янып-көйгән уҙаман ул. Тап ошо сифаты популярлыҡ яуларға өлгөргән йырсыны, икенсе юғары белем алып, мәктәпкә эшкә күсергә этәргәндер ҙә.
– Һөнәремдең туған телемдең яҙмышы менән бер тамырға барып тоташыуы – минең өсөн ҙур ғорурлыҡ, – ти йәш белгес. – Уҡыусыларымдың киләсәк тормошта үҙ урынын табып, илебеҙгә тоғро хеҙмәт итеүен теләп ашығам көн дә яратҡан эшемә. Йәш быуынға туған телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтергә тырышам.
Балалар күңелендә милли мәҙәниәткә, йыр-моңға һөйөү тәрбиәләүгә бөтә көсөн һала Йәғәфәр Сәфәрғәле улы: һәр дәрескә ентекле әҙерләнеп килеп, теманы еренә еткереп аңлата, уҡыусыларҙан дөрөҫ, тулы яуап биреүҙе талап итә, күркәм һөйләшеүе менән дә йәштәргә ҙур үрнәк. Эшен мөкиббән яратҡан уҡытыусы йәмәғәт эштәрендә лә иң алғы сафта.
Ғаиләһендә иһә егәрле, хәстәрлекле ир, өс улына һәм ҡыҙына хөрмәтле атай. Ҡатыны Рәсилә Ғәзизйән ҡыҙы ла – педагог, ошо мәктәптә башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. Күп балалы Нәҙершиндар ғаиләһендә бер-береңә ихтирам, хөрмәт, хеҙмәткә һөйөү кеүек изге төшөнсәләр беренсе урында тора.
Нурзилә ҺӨЙӘРҒОЛОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Сибай ҡалаһы.