Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Донъяға ғашиҡ композитор
Донъяға ғашиҡ композиторШағирә һәм композитор, журналист һәм драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллинаның ижади тормошона бағышланған “Йырҙарымда – асылым” исемле тамаша гөрләп үтте.

Әбйәлил районының йәмле Ҡыҙыл буйында Ҡырҡтытау итәгендә урын­лашҡан Ҡаҙмаш ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килә Зөһрә Хәдит ҡыҙы. Йыр сәнғәтенә иртә ғашиҡ була ул, атаһының оҫта гармун уйнағанына әсәһе ҡушылып, моңло итеп йырлар булған.
– Үҙемде белгәндән алып йырлайым, бейейем, таҡмаҡ әйтәм, – ти композитор, хәтирәләр ебен һүтеп. – Әсәйем менән атайым кеүек уҡы­тыусы һөнәре буйынса белем алдым, гел төрлө түңәрәктәр ойош­торҙом: бейеү, йыр йәки шиғри берекмәләр астым.
Ғүмере буйы мәктәптә эшләгән Зөһрә Хәдит ҡыҙы “Атайсал” гәзитендә бүлек мөдире була, Сибай ҡала­һындағы “Сулпан” балалар театрында әҙәби бүлекте етәкләй. “Өсмөйөшлө һалдат хаттары...”, “Үҙем генә беләм”, “Аҡҡош моңо”, “Илекле ҡыҙ”, “Ҡыҙылым” йырҙары уның визит карточкаһына әйләнгән. “Мәктәп вальсы” инде утыҙ бер йыл Башҡортос­таныбыҙҙың һәр мәктәбендә сығарылыш класы уҡыусыларының ғына түгел, ата-әсәләр, уҡытыусылар күңеленә үтеп инә. “Олатайым аманаты”, “Оло Етегән”, “Йәйғор төҫө”, “Мәктәп сәхнәһе өсөн пьесалар”, “Беҙҙең байрамдар” исемле йыйынтыҡтары донъя күрә. З. Фәйзул­линаның пьесалары “Сулпан” һәм Өфө ҡурсаҡ театрҙарында тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителә.
– 2002 йылда филармонияға килгәс иң беренсе уның “Ҡайындарым” тигән йырын йырланым. Шуның менән минең ижад юлым башланып китте, – тип бүлеште билдәле йырсы, Сибай филармонияһы солисы Айгөл Әсәҙуллина.– Баязит Байназаров, Нәркәс Әсәҙуллина менән Зөһрә апай йырҙарына бик уңышлы, танылған дуэттар башҡарабыҙ. Ғөмүмән әйткәндә, Зөһрә апайҙың ижадын яратам, район­даш булараҡ та миңә яҡын. Ул донъяны, кешеләрҙе ярата, наҙы бөтәһенә лә етә, шуға күрә үҙенә йәлеп итеп тора.
Билдәле йыр-моң эйәһенең ижадына арналған концертта Лилиә Ишем­йәрова, Урал Мортазин, Алһыу Бәхтиева, Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Сәйет Билалов, Нәркәс Сиражетдинова, Әлфиә Әмирханова, Салауат Мөхәмәтйәнов һәм башҡа танылған сәнғәт оҫталары, Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм йырсылары ҡатнашты. Зөһрә Хәдит ҡыҙын ҡотларға тип уның класташтары, төркөмдәштәре, ҡәләмдәш дуҫтары, йырсылар килде, сәскә-гөлләмәләр, бүләктәр тапшырҙы.
– Зөһрә апайҙың йырҙары беҙгә, Урал аръяғынан сыҡҡандарға (Лилиә Ишемйәрова, Сәғиҙулла Байегет, Гөлсөм Бикбулатова, Альберт Салауатов), ижад бейеклектәрен яулар өсөн трамплин булды, – ти Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Алһыу Бәхтиева.
Композитор үҙе әйтеүенсә, сәхнә кешеһе хыялый һәм тырыш булырға тейеш. Шул саҡта ғына бөйөк маҡсаттарға ирешергә, яңы үрҙәрҙе яуларға мөмкин.
Зөһрә Фәйзуллинаны ысын мәғәнәһендә бәхетле кеше тип әйтергә була, ә ижадсының бәхете тәү сиратта уның күңел сафлығынан килә. Йәйғорло хистәре, серле күңел донъяһы менән һәр кемде әсир итә алыр ғәжәйеп тәбиғәтле ил инәһенә сәләмәтлек, һәр көнө шатлыҡҡа һәм бәхеткә тулы, йөҙө аяҙ, көләс булыуын теләйем.

Әлфинә КИЛДЕЙӘРОВА,
БДПУ студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә