Шағирә һәм композитор, журналист һәм драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллинаның ижади тормошона бағышланған “Йырҙарымда – асылым” исемле тамаша гөрләп үтте.Әбйәлил районының йәмле Ҡыҙыл буйында Ҡырҡтытау итәгендә урынлашҡан Ҡаҙмаш ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килә Зөһрә Хәдит ҡыҙы. Йыр сәнғәтенә иртә ғашиҡ була ул, атаһының оҫта гармун уйнағанына әсәһе ҡушылып, моңло итеп йырлар булған.
– Үҙемде белгәндән алып йырлайым, бейейем, таҡмаҡ әйтәм, – ти композитор, хәтирәләр ебен һүтеп. – Әсәйем менән атайым кеүек уҡытыусы һөнәре буйынса белем алдым, гел төрлө түңәрәктәр ойошторҙом: бейеү, йыр йәки шиғри берекмәләр астым.
Ғүмере буйы мәктәптә эшләгән Зөһрә Хәдит ҡыҙы “Атайсал” гәзитендә бүлек мөдире була, Сибай ҡалаһындағы “Сулпан” балалар театрында әҙәби бүлекте етәкләй. “Өсмөйөшлө һалдат хаттары...”, “Үҙем генә беләм”, “Аҡҡош моңо”, “Илекле ҡыҙ”, “Ҡыҙылым” йырҙары уның визит карточкаһына әйләнгән. “Мәктәп вальсы” инде утыҙ бер йыл Башҡортостаныбыҙҙың һәр мәктәбендә сығарылыш класы уҡыусыларының ғына түгел, ата-әсәләр, уҡытыусылар күңеленә үтеп инә. “Олатайым аманаты”, “Оло Етегән”, “Йәйғор төҫө”, “Мәктәп сәхнәһе өсөн пьесалар”, “Беҙҙең байрамдар” исемле йыйынтыҡтары донъя күрә. З. Фәйзуллинаның пьесалары “Сулпан” һәм Өфө ҡурсаҡ театрҙарында тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителә.
– 2002 йылда филармонияға килгәс иң беренсе уның “Ҡайындарым” тигән йырын йырланым. Шуның менән минең ижад юлым башланып китте, – тип бүлеште билдәле йырсы, Сибай филармонияһы солисы Айгөл Әсәҙуллина.– Баязит Байназаров, Нәркәс Әсәҙуллина менән Зөһрә апай йырҙарына бик уңышлы, танылған дуэттар башҡарабыҙ. Ғөмүмән әйткәндә, Зөһрә апайҙың ижадын яратам, райондаш булараҡ та миңә яҡын. Ул донъяны, кешеләрҙе ярата, наҙы бөтәһенә лә етә, шуға күрә үҙенә йәлеп итеп тора.
Билдәле йыр-моң эйәһенең ижадына арналған концертта Лилиә Ишемйәрова, Урал Мортазин, Алһыу Бәхтиева, Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Сәйет Билалов, Нәркәс Сиражетдинова, Әлфиә Әмирханова, Салауат Мөхәмәтйәнов һәм башҡа танылған сәнғәт оҫталары, Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм йырсылары ҡатнашты. Зөһрә Хәдит ҡыҙын ҡотларға тип уның класташтары, төркөмдәштәре, ҡәләмдәш дуҫтары, йырсылар килде, сәскә-гөлләмәләр, бүләктәр тапшырҙы.
– Зөһрә апайҙың йырҙары беҙгә, Урал аръяғынан сыҡҡандарға (Лилиә Ишемйәрова, Сәғиҙулла Байегет, Гөлсөм Бикбулатова, Альберт Салауатов), ижад бейеклектәрен яулар өсөн трамплин булды, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алһыу Бәхтиева.
Композитор үҙе әйтеүенсә, сәхнә кешеһе хыялый һәм тырыш булырға тейеш. Шул саҡта ғына бөйөк маҡсаттарға ирешергә, яңы үрҙәрҙе яуларға мөмкин.
Зөһрә Фәйзуллинаны ысын мәғәнәһендә бәхетле кеше тип әйтергә була, ә ижадсының бәхете тәү сиратта уның күңел сафлығынан килә. Йәйғорло хистәре, серле күңел донъяһы менән һәр кемде әсир итә алыр ғәжәйеп тәбиғәтле ил инәһенә сәләмәтлек, һәр көнө шатлыҡҡа һәм бәхеткә тулы, йөҙө аяҙ, көләс булыуын теләйем.
Әлфинә КИЛДЕЙӘРОВА,
БДПУ студенты.