Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайтҡандай ҡеүәт рухыма Бөркөтлө ҡаяларҙан
Хәсән НАЗАР,
Башҡортостандың халыҡ шағиры

Ҡайтҡандай ҡеүәт рухыма Бөркөтлө ҡаяларҙанНиндәй ҙур шатлыҡ бит был — “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыллығын ҡаршылау насип беҙгә! Ҡәҙерле лә, нәҙерле лә баҫмабыҙ — баһалап бөткөһөҙ ҡаҙаныш.
Аң белгәндән алып тиерлек, йәш кенә саҡтарымда “Таң” тигән шиғырым ташҡа баҫылғандан башлап, бигерәк тә хеҙмәтсеһе лә, ижадсыһы ла булып “Башҡортостан” редакцияһында ҡайта-ҡайта йәмғеһе 15 йыл эшләү дәүерендә, ул яҙмышыма үтеп ингән. Ҡояш нурҙарын ҡаршылағандай, әле лә һәр көн көтөп алам уны. Журналист итеп кенә түгел, шиғырҙарымды, хатта поэмаларымды донъяға сығарып, әҙәби юҫыҡта ла үҫтерҙе, көс бирҙе.
Мәртәбәле гәзитебеҙ алда ла, һәр ваҡытта ла республикабыҙға йәштәш тиерлек булып йәшәһен.
Баҫмабыҙҙың тантанаһын ҡаршылап, шиғри күстәнәстәремде алып, тағы уға иңкәләм. Ошо араларҙа яҙылған был шиғырҙар иң изге теләктәрҙе, затым менән уртаҡлашыр уй-хистәрҙе уҡыусылар күңеленә лә еткерһен ине.
Ә төп һүҙем шул: “Башҡортостан” — бөркөтөбөҙ ул. Һәм мин әйтәм — ҡайтҡандай ҡеүәт рухыма бөркөтлө ҡаяларҙан.

Йырлайым

Һөйөнөп тә йырлап ебәрәм мин,
Көйөнөп тә йырлап ебәрәм.
Тик Ер шары ғына түңәрәк ул,
Донъялар бит түгел түңәрәк.

Һөйөнөп тә йырлап ебәрәм мин,
Көйөнөп тә йырлап ебәрәм.
Мораҙыңа инде еттем тиһәң,
Йомғаҡмы ни — китә тәгәрәп.

Һөйөнөп тә йырлап ебәрәм мин,
Көйөнөп тә йырлап ебәрәм.
Тыуыр инеме ни моңло йырҙар,
Донъялар бит булһа мөбәрәк.

Һөйөнөп тә йырлап ебәрәм мин,
Көйөнөп тә йырлап ебәрәм.
Тибер өсөн йөрәккә ҡан кәрәк,
Йыр ҙа кәрәк шулай, йыр кәрәк.
Етмеш биштә генәмен бит әле,
Туҡталырға әле иртәрәк.

Ҡайтһын ине

Яратмаған ҡайҙа! Һәр саҡ улар
Үҙ иткәнем урыҫ затынан.
Мөғжизә бит, гүйә, мөғжизә бит
Пахмутова менән Зыкина.

Зауыҡлы йыр... Әсир иткес тауыш...
Ҡабатланмаҫ ниндәй көй-аһәң!
Раҫтыр — Рәсәй ерен һуғарыусы
Волгаға мин әгәр тиңләһәм.

Талант бәҫе шундай — халыҡтың ул,
Дәүерҙең ул рухи гәүһәре.
Күңел көмбәҙҙәре киң һәм яҡты,
Шул бит баһалы иң элгәре.

Ҡәҙерле ул миңә һәр ҡәүемдең
Яраттырыр аҫыл заттары.
Ҡабат-ҡабат ҡайтһын ине илдең
Шундай заттар булған саҡтары.

Ғибрәт

Был һүҙҙе ҡарттар
Әле хәтерләй:
“Һораһаң — бирмәй,
Урлаһаң — күрмәй”.

Ҡайтара был һүҙ
Ҡоро “таяҡ”ҡа
Ябай игенсе
Бил бөккән саҡҡа.

Һуғыш зәхмәте
Әле бөтмәгән.
Ниҙәргә генә
Дусар итмәгән.

Һелтәгәне ни —
Ҡурмаслыҡ бойҙай,
Өс һәнәк һалам...
Ярлыҡа, Хоҙай!

Ә хәҙер илдә
Самалар сикһеҙ.
Власть күҙе лә
Түгелме сүпһеҙ?

Фашлана кемдәр —
Губернаторҙар.
Дәрәжәле шул
Хәҙерге бурҙар.

Өмөтөн һуҙа
Алтын бәҙрәфкә.
Батша ла бармаҫ
Бындай ғибрәткә.

Ә илдә — көрсөк,
Ә улар шаша!
Уйым әүәлге
Һүҙгә тоташа.

Уны бит ҡарттар
Әле хәтерләй:
“Һораһаң — бирмәй,
Урлаһаң — күрмәй”.

Яуҙарҙан һуңғы
Сараһыҙлыҡтар
Таптырған әмәл,
Йоттороп уттар.

Тағы ниҙәр һуң
Әйтергә инде?
...Һүҙҙе хөкөмдән
Көтөргә инде.

Кемдәр ҡулында
Ә хөкөм үҙе?
Йырып сыҡмаҫлыҡ
Башлаған һүҙҙе.

Ҡайта тик хәтер
Ҡоро “таяҡ”ҡа
Ябай игенсе
Бил бөккән саҡҡа.

Мөмкинме ҡалыу
Хәленә кермәй:
“Һораһаң — бирмәй,
Урлаһаң — күрмәй”.

Йәшәйбеҙ

Батшалыҡтың башына етте,
Совет дәүерен үтте.
Ҡоролоштар, ҡыйралыштар
Тетмәкәйҙәрҙе тетте.
Инде ҡайҙа бара был ил
Көрсөктәр ҡамауында?
Инде лә ниндәй тәғлимәт
Йәшәтер үҙ ауында?

Ау булмаһа, тоҙаҡ та бар,
Капитал тоҙағымы?
Ниҙәр көтә — үҙгәрештең
Башымы, аҙағымы?

Юҡ быға яуап Рәсәйҙә,
Асылы уның серле.
Үҙе ниндәй — халҡы шундай,
Утты-һыуҙы кисерлек.

Йәшәйбеҙ инде нисек тә
Рәсәй тигән таборҙа.
Алып китеп булмай ерҙе,
Өҙөп булмай тамырҙы.

Күсә был һүҙ аңдан аңға,
Күсә был һүҙ ҡандан ҡанға,
Ни мәғәнә күсеүҙә?
Йәшәйбеҙ шул аңҡы-тиңке,
Йәшәйбеҙ шул Рәсәйҙә.

Донъялыҡта

Барыһын да күтәрә ер,
Үткәрә ер.
Үткәрергә, күтәрергә
Ер ул әҙер.
Үткән ғүмер — ул бит ерҙә
Ҡалған хәтер,
Ҡалһын ине минән ҡәҙер,
Тимен хәҙер.

Ҡәҙере лә, йәбере лә,
Нәҙере лә
Булды инде, булды, булыр
Ҡәбере лә.
Иҫләһәләр, булһын хәтер
Алмағастай,
Булмаһын ул берүк ағас
Төбөрөләй.

Хәтер тигәс, түгел инде
Хәтер ҡалыу.
Хәтергә алыу — шул теләк
Иҫәндәргә.
Донъя фани... Кәрәк йәнде
Иҫкәртергә.
Ике донъя — бер мөрйә тик
Иҫәрҙәргә.

Ҡыуаныс

Һәҙиә апай, Зәйнәб апай —
Ил инәһе бит улар.
Бындай мәртәбәне беҙҙә
Тағы кемдәр һуң яулар?

Ә һүҙ ҡеүәһе — мәңгелек,
Ул — рухты һаҡлар ҡорал.
Рухыбыҙ беҙҙең ҡаҡшамаҫ,
Ҡымшанмаҫ беҙҙең Урал!

Шул хистәрҙә, шул хәстәрҙә
Таңсулпан Ғарипова.
Уҡыла ҡулдан төшөрмәй,
“Бөйрәкәй” яратыла!

Сәхнәләрҙе биләр һүҙе
Бер-бер артлы башлана.
Өфөләрҙә генә түгел,
Мәскәүҙә алҡышлана.

Һәҙиә апай, Зәйнәб апай
Хәтерҙе гел дә буйлар.
Таңсулпаныбыҙ барлыҡҡа
Ҡыуана төҫлө улар.

***

Күңел нескәрер саҡтарҙы
Инде лә үткәнмен бит.
Һөйөнөү, көйөнөүҙәргә
Күнеп тә бөткәнмен бит.

Тик һаман өҙөлә йәнем
Илаһа сабый бала.
Таң атыуҙар, ағым һыуҙар
Һаман да моңға һала.

Ҡайтҡандай ҡеүәт рухыма
Бөркөтлө ҡаяларҙан.
Нисек айырылмаҡ кәрәк
Был яҡты донъяларҙан?!

Ни тимә — йәшлектәгесә
Юҡ инде елкенеүҙәр.
Кисерҙем, йырға күсерҙем,
Юҡ миндә үкенеүҙәр.

Шөкөр, еттем аңлар йәшкә
Донъяның фанилығын.
Теләгем — сабырлыҡтарҙы
Насип итһен һаулығым.

Илаған сабый баланы
Йыуатаһыларым бар.
Һандуғастарҙы таңдарҙа
Уятаһыларым бар.

Шиғыр ғүмере

Салауат Әбүзәргә

Тыуған көндәр беҙҙең ғинуарҙа,
Беҙ ҙә, гүйә, яңыртыусы йылды.
Йәш айырмалары — сирек быуат,
Һайлағанбыҙ уны юйыр юлды.

Саҡырыулымы һуң саҡрымдарым?
Ә һин, шөкөр, алтын урталыҡта.
Насип булһа әгәр шиғыр үре,
Ҡалтаймабыҙ бер ҙә беҙ ҡартлыҡта.

Беҙ ҙә, гүйә, яңыртыусы йылды,
Әйҙәһен гел яҙмыштарҙың үре.
Килер йылдарҙа ла ҡорҙаш итһен
Илгә бағышланған шиғыр ғүмере.

Итексе

(А.С. Пушкиндан)

Итексе, күр, ҡарап картинаны,
Итектә бит тапты бер хата.
Ҡылҡәләмен алып, ипләй рәссам,
Ә итексе шыта уғата.

“Миңә ҡалһа, — ти ул, — йөҙө салыш,
Ә түше һуң, түше шәп-шәрә”.
Әйтте рәссам: “Итектән тыш хөкөм
Һине бары күҙҙән төшөрә”.

Бер әшнәм бар. Нимә буйынса ул
Белгес икән? Белмәй яҡындар.
Бар донъяны тетә. Әммә бер ни
Әйтә алмай итек хаҡында.

Серәкәй

Йән үртәгес серәкәй ҙә
Бар бит донъяла.
Ҡаныға, теңкәгә тейә,
Тәҡәтте ала.

Ул әле серелдәп тәүҙә
Ала маҙаңды.
Әһә, бына сикәгә ул
Килеп ҡаҙалды.

Шап итеп яңаҡҡа берҙе
Тондорам шунда.
Уйлайһығыҙ — әйтер һүҙ ҙә
Бөттө ошонда.

Серәкәйҙең һыңары һуң
Аҙмы донъяла?
Инде лә тәҡәтте ала,
Ҡанға тоҙ һала.

Их, серәкәй түгел шул ул,
Ҡундырыр инем.
Яңағыма уйламай ҙа
Тондорор инем.

Һыйыр

Көйөш алып ята һыйыр,
Буралай эсе.
Хәтерләтте туҡ күңелде
Шул кинәнесе.

Һуң, уйлаһаң, көйөшкәктәр
Аҙмы ни ерҙә.
Мас булып ятҡан һыйырҙан
Кәм түгел бер ҙә.

Әйтмә, әйтә күрмә быны,
Көлөрҙәр бары.
Битеңдән алып көлөрҙәр,
Бул һин юғары.

Ә бит һыйыр – һыйыр инде,
Ә бит һөт бирә.
Бөттө һүҙ. Барҙыр мәғәнә
Үҙенә күрә.

Козел

Үкенерлекме, бер килеп
Аралар өҙөлгәнгә.
Урыҫса бер ҡылыҡһырлау
Тап килә был әҙәмгә.
Кәзә тиһәң, ҡайтышыраҡ,
Козел тиһәң, мас инде.
Ҡарышҡаҡлыҡ, һөҙөшкәклек
Уға ла бит хас инде.
Буйға ла әллә ни түгел,
Ә тел тиһәң — бытылдаҡ.
Телләшмәһә лә, гүрҙә лә
Ятыр һымаҡ ҡыпылдап.
Олоно оло тип белмәй,
Әйләнеп ҡарамаҫлыҡ.
Аһ, хәҙер шундайҙар әллә
Донъяны бара баҫып.
Ә бит бөтмөрлөгө лә бар,
Тәғәмле итә эше.
Тик... кәзәнеке ишеме,
Сарланған теле-теше.
Урыҫта — козел, быға ла
Мас килә бит — тап үҙе.
Бәләкәй булһа — бәләме?
Ҙур бит, ана, “мөгөҙө”.

Шатлыҡ

Булғаны булғандыр инде
Йәшлек тилелегендә.
Әммә алынған бит һабаҡ
Ерҙең һәр тәүлегендә.
Тәүлек нимә?! Ғүмерҙең бит
Йылдары сыныҡтыра.
Яҙыҡҡа ла, ҡаҙыҡҡа ла
Сәбәбе сығып тора.
Әммә ныҡлы булһын олон!
Шул ғәм тота иң тәүҙә.
Үрләтә олон, ә сүп-сар
Ятып ҡала иңкеүҙә.
Шул яҡлап ҡартлыҡ та — шатлыҡ,
Аҡлыҡ хатта керпектә.
Ҡалһа берәй серем ҡалыр,
Керем ҡалмаҫ бөртөк тә




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574