Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәк ҡушыуы буйынса эшләйҙәр


Республика етәксеһе төньяҡ-көнсығыш төбәккә юл тотто.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында булды.

“Игәү менән дә эшләргә тура килде”

Мәсетленең Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Көньяҡ” биҫтәһен төҙөү планлаштырыла. Унда 404 ер участкаһы бүленгән, шуның 283-ө – күп балалыларға, 35-е – йәш бел­гестәргә, һигеҙе – ғәрип бала тәрбиәләгән ғаиләләргә. Район етәксеһе Әнис Әсәҙуллин әйтеүенсә, яңы биҫтәне төҙөү һыу һәм газ үткәреүгә бәйле проблемалар булыуы сә­бәпле тотҡарланған. Хәҙер инде был йәһәт­тән эш башланған, дәүләт экспер­тизаһы үткәрелгән. Радий Хәбиров район етәкселә­ренә тейешле процедураларҙы оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты, республиканан тейешле аҡса бүленәсәген әйтте.

Ошонда уҡ төбәк етәксеһе яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшө менән танышты. Баш­ҡорт гимназияһында иһә Радий Фәрит улы хеҙмәт кабинетында булып, алтынсы класс уҡыусыларының нисек шөғөлләнгә­нен ҡараны. Балалар һәм педагогтар менән һөйләшеү барышында ул үҙенең мәктәптә уҡыған йылдарын иҫкә төшөрҙө.

“Игәү менән дә эшләргә тура килде”, – тине төбәк етәксеһе һәм балаларға уҡыуында уңыштар теләне.

“Йәш белгестәр үҙебеҙгә ҡайтһын ине”

“Мәсетле районында был дауахананы 1992 йылда төҙөй башлағандар, – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙ сәхифәһендә. – Эште программаға индерәбеҙ, 2020 йылда тамамлаясаҡбыҙ. Ә табиптар әле үк етешмәй. Дауаханаға медицина белгестәрен йәлеп итеү йәһәтенән тиҙ арала саралар комплексы әҙерләйбеҙ. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ауырлыҡтар күп, уларҙы планлы рәүештә хәл итәбеҙ, башҡа вариант юҡ”.

Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһында 2005 йылдан төҙөлөш бөтөнләй туҡтап ҡалған. Ә план буйынса терапевт һәм диагностика үтеү бүлексәләре асылырға тейеш булған. Эште тамамлау өсөн 110 миллион һум кәрәк. Алда әйтелгәнсә, Радий Хәбиров төҙөлөштө республика адреслы инвестиция программаһына индерергә ҡушты.

Табиптар төбәк етәксеһенә учреждениеға белгестәр етешмәүе тураһында белдерҙе. Радий Фәрит улы белгестәр проб­лемаһын хәл итеү буйынса саралар планын төҙөргә һәм квартал һайын был йәһәттән отчет бирергә ҡушты.

“Бында эшләүе ҡыҙығыраҡ, халыҡ ихласыраҡ!”

Республиканың төньяҡ-көнсығыш район­дарына сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса баш­ҡарыусы Радий Хәбиров Мәсетле райо­нының Түбәнге Бобин ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктының эшмәкәрлеге менән танышып сыҡты. Ул урындағы балалар баҡсаһының уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән бинаһында урынлашҡан.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Марат Сәлмәев бында ике йылдан ашыу элек Ырымбурҙан күсеп килгән.
– Ҡатыным да – табип, икәүләп “Ауыл докторы” программаһы буйынса килдек, – тине ул. – Беҙгә торлаҡ бирҙеләр. Бында халыҡ шул ҡәҙәр һәйбәт. Әлбиттә, уларға дауаланыу өсөн дә уңайлыраҡ шарттар булһын ине лә...

Радий Хәбиров бында ауырыуҙарҙы ра­йон дауаханаһына нисек алып барыуҙары, юлдың торошо менән ҡыҙыҡһынды.
– Ауыл фельдшерҙары – медицинаның нигеҙе, – тине Радий Фәрит улы. – Марат кеүек ошондай йәш белгестәргә һәр яҡлап ярҙам итергә кәрәк, уларҙың тормошо, эшмәкәр­леге өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыу мөһим.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был ауылда модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк.
Учреждение мөдире әйтеүенсә, бында 600-ҙән ашыу кеше беркетелгән, шуларҙың 163-ө – балалар.

– Дарыу менән тәьмин итеү буйынса проблема юҡ, – тип белдерҙе ул. – Кәрәк-яраҡтың барыһы ла бар. Коллегаларыма шуны әйткем килә: ауылға эшкә килеүҙән ҡурҡырға ярамай. Бында хеҙмәтләндереү ҙә ҡыҙығыраҡ, халыҡ та ихласыраҡ!

Етәксенең ҡотлап сығыуы – ҙур ҡыуаныс

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Баш­лығы вазифаһын ваҡытлыса башҡа­рыусы Радий Хәбиров республиканың көньяҡ-көн­сығыш райондарына барғанда алдан планлаштырылмаған урындарға туҡтап кит­кәйне. Әлеге сәфәрендә лә шулай булды: төбәк етәксеһе юл ыңғайы Мәсетле­ләге эске эштәр бүлексәһенә инеп, хеҙмәт­кәрҙәрҙе һөнәри байрамы менән ҡотлап сыҡты.

Осрашыуҙа ул хоҡуҡ һаҡсыларынан эш шарттары хаҡында белеште, үҙҙәренә һәм ғаиләләренә сәләмәтлек, именлек теләне. Хеҙмәткәрҙәр төбәк етәксеһенә эш транспорты булмау проблемаһын еткерҙе. Радий Хәбиров яҡшы хеҙмәт һөҙөмтәһе күрһәткән өлкән участка уполномоченныйы, полиция майоры Рөстәм Хисамовҡа эш өсөн “Нива” автомобиле алып бирергә ҡушты.


Дыуандың ике ауылында мәктәп төҙөләсәк

Дыуан районында 2020 йылда ике мәктәп асыласаҡ. Уларҙың береһе – Таҙтүбәлә. Райондағы иң ҙур ауыл­дар­ҙың береһендә – 1974 йылда төҙөлгән белем усағында — 150 бала уҡый. Йорттоң бер өлөшө авария хәлендә.

Бер ҡараш ташлап та, бында уҡытыуҙың хәүефле икәненә төшөнәһең. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дыуан районы етәксеһе Фаил Мөхәмәҙиевкә проект эштәрен һуҙмаҫҡа ҡушты.

— Был төҙөлөштө Республика адреслы инвестиция программаһына индерәбеҙ, – тине ул. – Уҡыусылар заманса уңайлыҡтарға эйә яңы мәктәпкә 2020 йылдың 1 сентябрендә үк аяҡ баҫырға тейеш.

Учреждение директоры Елена Иванова әйтеүенсә, улар был ваҡиғаны күптән көтә.

– Беҙҙең балаларҙың уҡыуҙа ла, спортта ла уңыштары бар, – тине ул. – Күптәр юғары уҡыу йорттарына инә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылға ҡайтмайҙар, ҡалала төпләнәләр.

Радий Хәбиров, яңы мәктәп йәштәргә тыуған төйәгендә ҡалыуға этәргес бирер, тигән ышаныс белдерҙе.

Ә бына Һикәяҙ мәктәбенең филиалы булған Озеро ауылы белем усағы тағы ла хәүефлерәк хәлдә. Бина уҙған быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән. Хәҙер инде түбә лә, иҙән дә серегән тиерлек, спорт залы ла ҡот осҡос. Директор Татьяна Галстян Радий Хәбировтан яңы мәктәп төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һораны. Төбәк етәксеһе был эште Республика адреслы инвестиция программаһына индерергә ҡушасағын әйтте.

Һөт-консерва комбинатында

Дыуан районы үҙәгендә Радий Хәбиров Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты эшмәкәрлеге менән танышты.
Предприятие һөт эшкәртеү һәм һөт ризыҡтары, шул иҫәптән аҡ май, киптерелгән һөт етештереү менән шөғөлләнә.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы комбинат етәк­селеге менән инвестиция эшмәкәрлеген һәм предприятиеның үҫеш мөмкин­лектәрен, продукция оҙатыу география­һын киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Балалар поликлиникаһының хәле нисек?

Мәсәғүт район дауаханаһының балалар поликлиникаһы бинаһы 1983 йылда төҙөлгән, бер сменала 200 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Ә бәләкәй пациенттар бихисап. Тығыҙлыҡта улар үҙен бик уңайһыҙ тоя. Өҫтәүенә поликлиника дауахананың ер аҫты ҡатында урынлашҡан, санитар-эпидемиологик талаптарға яуап бирмәй.

Ошондай хәл менән яҡындан танышты Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында.
Баш табип Валерий Трофимов әйте­үенсә, Рәсәй Президентының “май” указ­дарындағы милли проекттарға ярашлы, дауалау учреждениеһында яман шеш ауырыуынан яфаланғандар өсөн 15 койка-урын булдырыласаҡ. Сирҙе билдәләү генә түгел, дауалау ҙа планлаштырыла.
Төбәк етәксеһе был башланғысты хуп­ланы. “Сифатлы диспансерлаштырыу, яман шеште билдәләү һәм дауалау үлем осраҡтарын кәметергә тейеш”, – тине ул.

Балалар поликлиникаһы мөдире, табип-педиатр Александра Рафиҡова тыу­мышы менән ошо яҡтан. Медицина университетын тамамлағас, тыуған төйәгенә эшкә ҡайтҡан.

– Ул ваҡытта “Ауыл докторы” кеүек программалар юҡ ине. Йөрәк ҡушыуы буйынса ҡайттыҡ, – тип ихлас бәйән итте ул.

Мәсәғүттәргә спорт комплексы кәрәк

Дыуан районының Мәсәғүт ауылын­дағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре араһында респуб­ликаның һәм Рәсәйҙең йыйылма командалары ағзалары байтаҡ. Әммә бина­ның, майҙандың бәләкәйлеге күнекмә­ләрҙең сифатына кире йоғонто яһамай ҡалмай. Балалар иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгә ҡәҙәр тиерлек сиратлап шөғөл­ләнергә мәжбүр.

Ошо проблеманы хәл итеү маҡса­тында урындағы власть вәкилдәре яңы спорт комплексы төҙөргә теләй һәм был йәһәттән Башҡортостан Хөкүмәтенең финанс ярҙамына өмөт итә. Дөйөм хаҡ 100 миллион һумдан ашыуға етер тип күҙаллана. План буйынса, яңы бинала көрәш, пауэрлифтинг, ауыр атлетика менән шөғөлләнеү өсөн залдар, бассейн буласаҡ.

Республика етәксеһе спорт комплексы төҙөү буйынса тәҡдимде ҡараясағын белдерҙе, йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыуҙың мөһимлеген билдәләне.

Мәләкәс күперенең хәүефе бәләкәс түгел...

Дыуанда авария хәлендәге күпер ҙә бар: Салғыя ауылы эргәһенән аҡҡан Мәләкәс йылғаһы аша һалынған ҡоролмаға ремонт кәрәк.
Ул 1992 йылда төҙөлгән. Хәҙер инде сирек быуаттан ашыу ваҡыт халыҡҡа хеҙмәт иткән күперҙе техник яҡтан тикшереп, уның аша үтеүҙе хәүефле тип тапҡандар. Ә был ҡоролма – барлығы ике меңгә яҡын кеше йәшәгән ауылдарҙы үҙ-ара тоташтырған юлдың өлөшө лә. Уның аша ҙур предприятиеларҙың ауыр йөк автомобилдәре лә үтә.

Күперҙең торошо менән танышып, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2019 йылда республика ҡаҙнаһынан капиталь ремонт өсөн аҡса бүлергә ҡушты.

“Өс айыу”ҙы тамаша ҡылыу

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Салауат районының Мөрсәлим ауыл клубына килгәндә, унда “Өс айыу” ҡурсаҡ спектакленең репетицияһы бара ине.

Төбәк етәксеһе был сараның барышын күҙәтте, унан балалар менән ихлас аралашты. Уҡыуҙа уңыштары нисек, насар билдәләр алмайҙармы? “Юҡ, “дүртле” һәм “бишле”гә генә өлгәшәбеҙ!” – тип дәррәү яуапланы балалар.

Бер генә проблема бар: клуб иҫке. Учреждение директоры әйтеүенсә, бүлмәләрҙең етешмәүе сәбәпле төрлө түңәрәктәрҙе бергә үткәрергә тура килә. Өҫтәүенә бында балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә шөғөлләнә.

Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә Мөрсәлимдә яңы клуб төҙөүгә 50 миллион һум аҡса бүлергә ҡушасағын белдерҙе.

Салауат районы эшҡыуарҙарын ниҙәр борсой?

Салауат районында Радий Хәбиров урындағы эшҡыуарҙар менән дә аралашты. Улар республика етәксеһенән тимер юл аша ташыу эшен ойоштороуҙа ярҙам һораны.

Мөрсәлим ауылындағы транспорт-логистик үҙәктә ағас материалдарын ҡабул итеү һәм бушатыу майҙансыҡтары бар. Был үҙәкте үҫтереү менән шөғөлләнгән “Боксит” йәмғиәте эшселәре ағасты (күбеһенсә ҡайын һәм йүкә) ошо яҡ төбәктең биш районынан алып килә. Предприятие директоры әйтеүенсә, йөктө ҡулланыусыға алып барып еткереү проблемаһы бар: “Боксит” ай һайын ун тимер юл вагонын ғына файҙалана ала.
Радий Хәбиров Хөкүмәткә Куйбышев тимер юлы етәкселеге менән был мәсьәлә буйынса һөйләшергә ҡушасағын әйтте.

Предприятие шулай уҡ составында алюмин булған сеймал табыу менән шөғөлләнә. Ул цемент заводтарына ташыла һәм цемент етештереүҙә ҡулланыла. Етәкселек белдереүенсә, был продукцияға ихтыяж ҙур, тимәк, һатыу майҙанын киңәйтәсәктәр.

Лағырҙағы осрашыу

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Салауат районының Лағыр ауылындағы коррекция мәктәп-интернатында тәрбиә­лән­гәндәрҙең хәлен белешеп сыҡты.

Бында психик үҫеше тотҡарланған балалар ҡарала. Учреждение директоры вазифаһын башҡарған Әлфиә Нурмө­хәмәтова әйтеүенсә, тотош республиканан 55 ҡыҙ һәм малай тупланған. Улар бында туғыҙынсы класҡа тиклем уҡый ҙа артабан белем алыуын урта махсус мәғариф учреждениеларында дауам итә.

Уҡытыусы һәм тәрбиәселәрҙән тыш, мәктәптә психолог, логопед, социаль педагог эшләй. Балаларға яҡшы белем биреү һәм уңайлы йәшәү өсөн бөтөн шарттар тыуҙырылған.

Радий Фәрит улы интернатта тәрбиәләнеүселәр, педагогтар менән аралашты, эшмәкәрлек алып барыуҙың ҡулайлы варианттары хаҡында фекер алышты.


“Хас та Мәскәүҙәге кеүек”

Малаяҙ үҙәк дауаханаһы “Һаҡсыл поликлиника” форматы буйынса эшләй башлаған. Электрон теркәү, табиптарға яҙылыу таблоһы, яғымлы персонал – быларҙың барыһына ла Салауат халҡы өйрәнеп бара инде.

– Кешеләр әлеге системаның өҫтөн­лөктәрен белде. Тар белгестәргә эләгеү еңелерәк хәҙер, – тип һөйләне республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа поликлиника мөдире Надежда Дмитренко.

Төбәк етәксеһе пациенттарҙы ҡабул итеүҙең яңы системаһы мөмкинлектәрен ыңғай баһаланы.
– Хас та Мәскәүҙәге кеүек, – тине ул һәм бындай уңайлылыҡтың республи­кабыҙҙың барлыҡ муниципалитеттарында ла булырға тейешлеген белдерҙе.

Малаяҙ үҙәк дауаханаһы табиптар, шәфҡәт туташтары менән тейешле кимәлдә тулыландырылған. Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов әйтеүенсә, әле маҡсатлы йүнәлтмә буйынса ҡырҡтан ашыу студент белем ала, барыһы ла тыуған яғына эшкә ҡайтасаҡ.
Радий Хәбиров урындағы етәкселәр­ҙең был мәсьәләгә ныҡлы иғтибар бүлергә, йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә, ғөмүмән, һәр яҡлап булышлыҡ ҡылырға тейешлеген билдәләне.

“Республиканың аҡса менән ярҙам итеү мөмкинлеге бар, әммә мин һеҙгә табиптарҙы килтерә алмайым. Был – муниципалитеттарҙың яуаплылығында”, – тине Радий Фәрит улы.

Әлеге учреждение бинаһына капиталь ремонт кәрәклеге лә билдәләнде. Радий Хәбиров был турала Хөкүмәткә ет­керәсәген әйтте, эште район ҡаҙнаһы менән берлектә финанслау мөмкинлеге ҡараласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 199

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 155

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 160

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 173

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 153

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 208

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 148

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 227

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 172

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 202

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 162

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 181