Республика етәксеһе төньяҡ-көнсығыш төбәккә юл тотто.Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында булды.
“Игәү менән дә эшләргә тура килде”Мәсетленең Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Көньяҡ” биҫтәһен төҙөү планлаштырыла. Унда 404 ер участкаһы бүленгән, шуның 283-ө – күп балалыларға, 35-е – йәш белгестәргә, һигеҙе – ғәрип бала тәрбиәләгән ғаиләләргә. Район етәксеһе Әнис Әсәҙуллин әйтеүенсә, яңы биҫтәне төҙөү һыу һәм газ үткәреүгә бәйле проблемалар булыуы сәбәпле тотҡарланған. Хәҙер инде был йәһәттән эш башланған, дәүләт экспертизаһы үткәрелгән. Радий Хәбиров район етәкселәренә тейешле процедураларҙы оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты, республиканан тейешле аҡса бүленәсәген әйтте.
Ошонда уҡ төбәк етәксеһе яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшө менән танышты. Башҡорт гимназияһында иһә Радий Фәрит улы хеҙмәт кабинетында булып, алтынсы класс уҡыусыларының нисек шөғөлләнгәнен ҡараны. Балалар һәм педагогтар менән һөйләшеү барышында ул үҙенең мәктәптә уҡыған йылдарын иҫкә төшөрҙө.
“Игәү менән дә эшләргә тура килде”, – тине төбәк етәксеһе һәм балаларға уҡыуында уңыштар теләне.
“Йәш белгестәр үҙебеҙгә ҡайтһын ине”“Мәсетле районында был дауахананы 1992 йылда төҙөй башлағандар, – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙ сәхифәһендә. – Эште программаға индерәбеҙ, 2020 йылда тамамлаясаҡбыҙ. Ә табиптар әле үк етешмәй. Дауаханаға медицина белгестәрен йәлеп итеү йәһәтенән тиҙ арала саралар комплексы әҙерләйбеҙ. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ауырлыҡтар күп, уларҙы планлы рәүештә хәл итәбеҙ, башҡа вариант юҡ”.
Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһында 2005 йылдан төҙөлөш бөтөнләй туҡтап ҡалған. Ә план буйынса терапевт һәм диагностика үтеү бүлексәләре асылырға тейеш булған. Эште тамамлау өсөн 110 миллион һум кәрәк. Алда әйтелгәнсә, Радий Хәбиров төҙөлөштө республика адреслы инвестиция программаһына индерергә ҡушты.
Табиптар төбәк етәксеһенә учреждениеға белгестәр етешмәүе тураһында белдерҙе. Радий Фәрит улы белгестәр проблемаһын хәл итеү буйынса саралар планын төҙөргә һәм квартал һайын был йәһәттән отчет бирергә ҡушты.
“Бында эшләүе ҡыҙығыраҡ, халыҡ ихласыраҡ!”Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарына сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мәсетле районының Түбәнге Бобин ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктының эшмәкәрлеге менән танышып сыҡты. Ул урындағы балалар баҡсаһының уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән бинаһында урынлашҡан.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Марат Сәлмәев бында ике йылдан ашыу элек Ырымбурҙан күсеп килгән.
– Ҡатыным да – табип, икәүләп “Ауыл докторы” программаһы буйынса килдек, – тине ул. – Беҙгә торлаҡ бирҙеләр. Бында халыҡ шул ҡәҙәр һәйбәт. Әлбиттә, уларға дауаланыу өсөн дә уңайлыраҡ шарттар булһын ине лә...
Радий Хәбиров бында ауырыуҙарҙы район дауаханаһына нисек алып барыуҙары, юлдың торошо менән ҡыҙыҡһынды.
– Ауыл фельдшерҙары – медицинаның нигеҙе, – тине Радий Фәрит улы. – Марат кеүек ошондай йәш белгестәргә һәр яҡлап ярҙам итергә кәрәк, уларҙың тормошо, эшмәкәрлеге өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыу мөһим.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был ауылда модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк.
Учреждение мөдире әйтеүенсә, бында 600-ҙән ашыу кеше беркетелгән, шуларҙың 163-ө – балалар.
– Дарыу менән тәьмин итеү буйынса проблема юҡ, – тип белдерҙе ул. – Кәрәк-яраҡтың барыһы ла бар. Коллегаларыма шуны әйткем килә: ауылға эшкә килеүҙән ҡурҡырға ярамай. Бында хеҙмәтләндереү ҙә ҡыҙығыраҡ, халыҡ та ихласыраҡ!
Етәксенең ҡотлап сығыуы – ҙур ҡыуанысМәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарына барғанда алдан планлаштырылмаған урындарға туҡтап киткәйне. Әлеге сәфәрендә лә шулай булды: төбәк етәксеһе юл ыңғайы Мәсетлеләге эске эштәр бүлексәһенә инеп, хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамы менән ҡотлап сыҡты.
Осрашыуҙа ул хоҡуҡ һаҡсыларынан эш шарттары хаҡында белеште, үҙҙәренә һәм ғаиләләренә сәләмәтлек, именлек теләне. Хеҙмәткәрҙәр төбәк етәксеһенә эш транспорты булмау проблемаһын еткерҙе. Радий Хәбиров яҡшы хеҙмәт һөҙөмтәһе күрһәткән өлкән участка уполномоченныйы, полиция майоры Рөстәм Хисамовҡа эш өсөн “Нива” автомобиле алып бирергә ҡушты.
Дыуандың ике ауылында мәктәп төҙөләсәкДыуан районында 2020 йылда ике мәктәп асыласаҡ. Уларҙың береһе – Таҙтүбәлә. Райондағы иң ҙур ауылдарҙың береһендә – 1974 йылда төҙөлгән белем усағында — 150 бала уҡый. Йорттоң бер өлөшө авария хәлендә.
Бер ҡараш ташлап та, бында уҡытыуҙың хәүефле икәненә төшөнәһең. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дыуан районы етәксеһе Фаил Мөхәмәҙиевкә проект эштәрен һуҙмаҫҡа ҡушты.
— Был төҙөлөштө Республика адреслы инвестиция программаһына индерәбеҙ, – тине ул. – Уҡыусылар заманса уңайлыҡтарға эйә яңы мәктәпкә 2020 йылдың 1 сентябрендә үк аяҡ баҫырға тейеш.
Учреждение директоры Елена Иванова әйтеүенсә, улар был ваҡиғаны күптән көтә.
– Беҙҙең балаларҙың уҡыуҙа ла, спортта ла уңыштары бар, – тине ул. – Күптәр юғары уҡыу йорттарына инә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылға ҡайтмайҙар, ҡалала төпләнәләр.
Радий Хәбиров, яңы мәктәп йәштәргә тыуған төйәгендә ҡалыуға этәргес бирер, тигән ышаныс белдерҙе.
Ә бына Һикәяҙ мәктәбенең филиалы булған Озеро ауылы белем усағы тағы ла хәүефлерәк хәлдә. Бина уҙған быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән. Хәҙер инде түбә лә, иҙән дә серегән тиерлек, спорт залы ла ҡот осҡос. Директор Татьяна Галстян Радий Хәбировтан яңы мәктәп төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һораны. Төбәк етәксеһе был эште Республика адреслы инвестиция программаһына индерергә ҡушасағын әйтте.
Һөт-консерва комбинатындаДыуан районы үҙәгендә Радий Хәбиров Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты эшмәкәрлеге менән танышты.
Предприятие һөт эшкәртеү һәм һөт ризыҡтары, шул иҫәптән аҡ май, киптерелгән һөт етештереү менән шөғөлләнә.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы комбинат етәкселеге менән инвестиция эшмәкәрлеген һәм предприятиеның үҫеш мөмкинлектәрен, продукция оҙатыу географияһын киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Балалар поликлиникаһының хәле нисек?Мәсәғүт район дауаханаһының балалар поликлиникаһы бинаһы 1983 йылда төҙөлгән, бер сменала 200 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Ә бәләкәй пациенттар бихисап. Тығыҙлыҡта улар үҙен бик уңайһыҙ тоя. Өҫтәүенә поликлиника дауахананың ер аҫты ҡатында урынлашҡан, санитар-эпидемиологик талаптарға яуап бирмәй.
Ошондай хәл менән яҡындан танышты Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында.
Баш табип Валерий Трофимов әйтеүенсә, Рәсәй Президентының “май” указдарындағы милли проекттарға ярашлы, дауалау учреждениеһында яман шеш ауырыуынан яфаланғандар өсөн 15 койка-урын булдырыласаҡ. Сирҙе билдәләү генә түгел, дауалау ҙа планлаштырыла.
Төбәк етәксеһе был башланғысты хупланы. “Сифатлы диспансерлаштырыу, яман шеште билдәләү һәм дауалау үлем осраҡтарын кәметергә тейеш”, – тине ул.
Балалар поликлиникаһы мөдире, табип-педиатр Александра Рафиҡова тыумышы менән ошо яҡтан. Медицина университетын тамамлағас, тыуған төйәгенә эшкә ҡайтҡан.
– Ул ваҡытта “Ауыл докторы” кеүек программалар юҡ ине. Йөрәк ҡушыуы буйынса ҡайттыҡ, – тип ихлас бәйән итте ул.
Мәсәғүттәргә спорт комплексы кәрәкДыуан районының Мәсәғүт ауылындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре араһында республиканың һәм Рәсәйҙең йыйылма командалары ағзалары байтаҡ. Әммә бинаның, майҙандың бәләкәйлеге күнекмәләрҙең сифатына кире йоғонто яһамай ҡалмай. Балалар иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгә ҡәҙәр тиерлек сиратлап шөғөлләнергә мәжбүр.
Ошо проблеманы хәл итеү маҡсатында урындағы власть вәкилдәре яңы спорт комплексы төҙөргә теләй һәм был йәһәттән Башҡортостан Хөкүмәтенең финанс ярҙамына өмөт итә. Дөйөм хаҡ 100 миллион һумдан ашыуға етер тип күҙаллана. План буйынса, яңы бинала көрәш, пауэрлифтинг, ауыр атлетика менән шөғөлләнеү өсөн залдар, бассейн буласаҡ.
Республика етәксеһе спорт комплексы төҙөү буйынса тәҡдимде ҡараясағын белдерҙе, йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыуҙың мөһимлеген билдәләне.
Мәләкәс күперенең хәүефе бәләкәс түгел...Дыуанда авария хәлендәге күпер ҙә бар: Салғыя ауылы эргәһенән аҡҡан Мәләкәс йылғаһы аша һалынған ҡоролмаға ремонт кәрәк.
Ул 1992 йылда төҙөлгән. Хәҙер инде сирек быуаттан ашыу ваҡыт халыҡҡа хеҙмәт иткән күперҙе техник яҡтан тикшереп, уның аша үтеүҙе хәүефле тип тапҡандар. Ә был ҡоролма – барлығы ике меңгә яҡын кеше йәшәгән ауылдарҙы үҙ-ара тоташтырған юлдың өлөшө лә. Уның аша ҙур предприятиеларҙың ауыр йөк автомобилдәре лә үтә.
Күперҙең торошо менән танышып, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2019 йылда республика ҡаҙнаһынан капиталь ремонт өсөн аҡса бүлергә ҡушты.
“Өс айыу”ҙы тамаша ҡылыуБашҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Салауат районының Мөрсәлим ауыл клубына килгәндә, унда “Өс айыу” ҡурсаҡ спектакленең репетицияһы бара ине.
Төбәк етәксеһе был сараның барышын күҙәтте, унан балалар менән ихлас аралашты. Уҡыуҙа уңыштары нисек, насар билдәләр алмайҙармы? “Юҡ, “дүртле” һәм “бишле”гә генә өлгәшәбеҙ!” – тип дәррәү яуапланы балалар.
Бер генә проблема бар: клуб иҫке. Учреждение директоры әйтеүенсә, бүлмәләрҙең етешмәүе сәбәпле төрлө түңәрәктәрҙе бергә үткәрергә тура килә. Өҫтәүенә бында балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә шөғөлләнә.
Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә Мөрсәлимдә яңы клуб төҙөүгә 50 миллион һум аҡса бүлергә ҡушасағын белдерҙе.
Салауат районы эшҡыуарҙарын ниҙәр борсой?Салауат районында Радий Хәбиров урындағы эшҡыуарҙар менән дә аралашты. Улар республика етәксеһенән тимер юл аша ташыу эшен ойоштороуҙа ярҙам һораны.
Мөрсәлим ауылындағы транспорт-логистик үҙәктә ағас материалдарын ҡабул итеү һәм бушатыу майҙансыҡтары бар. Был үҙәкте үҫтереү менән шөғөлләнгән “Боксит” йәмғиәте эшселәре ағасты (күбеһенсә ҡайын һәм йүкә) ошо яҡ төбәктең биш районынан алып килә. Предприятие директоры әйтеүенсә, йөктө ҡулланыусыға алып барып еткереү проблемаһы бар: “Боксит” ай һайын ун тимер юл вагонын ғына файҙалана ала.
Радий Хәбиров Хөкүмәткә Куйбышев тимер юлы етәкселеге менән был мәсьәлә буйынса һөйләшергә ҡушасағын әйтте.
Предприятие шулай уҡ составында алюмин булған сеймал табыу менән шөғөлләнә. Ул цемент заводтарына ташыла һәм цемент етештереүҙә ҡулланыла. Етәкселек белдереүенсә, был продукцияға ихтыяж ҙур, тимәк, һатыу майҙанын киңәйтәсәктәр.
Лағырҙағы осрашыуРеспублика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Салауат районының Лағыр ауылындағы коррекция мәктәп-интернатында тәрбиәләнгәндәрҙең хәлен белешеп сыҡты.
Бында психик үҫеше тотҡарланған балалар ҡарала. Учреждение директоры вазифаһын башҡарған Әлфиә Нурмөхәмәтова әйтеүенсә, тотош республиканан 55 ҡыҙ һәм малай тупланған. Улар бында туғыҙынсы класҡа тиклем уҡый ҙа артабан белем алыуын урта махсус мәғариф учреждениеларында дауам итә.
Уҡытыусы һәм тәрбиәселәрҙән тыш, мәктәптә психолог, логопед, социаль педагог эшләй. Балаларға яҡшы белем биреү һәм уңайлы йәшәү өсөн бөтөн шарттар тыуҙырылған.
Радий Фәрит улы интернатта тәрбиәләнеүселәр, педагогтар менән аралашты, эшмәкәрлек алып барыуҙың ҡулайлы варианттары хаҡында фекер алышты.
“Хас та Мәскәүҙәге кеүек”Малаяҙ үҙәк дауаханаһы “Һаҡсыл поликлиника” форматы буйынса эшләй башлаған. Электрон теркәү, табиптарға яҙылыу таблоһы, яғымлы персонал – быларҙың барыһына ла Салауат халҡы өйрәнеп бара инде.
– Кешеләр әлеге системаның өҫтөнлөктәрен белде. Тар белгестәргә эләгеү еңелерәк хәҙер, – тип һөйләне республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа поликлиника мөдире Надежда Дмитренко.
Төбәк етәксеһе пациенттарҙы ҡабул итеүҙең яңы системаһы мөмкинлектәрен ыңғай баһаланы.
– Хас та Мәскәүҙәге кеүек, – тине ул һәм бындай уңайлылыҡтың республикабыҙҙың барлыҡ муниципалитеттарында ла булырға тейешлеген белдерҙе.
Малаяҙ үҙәк дауаханаһы табиптар, шәфҡәт туташтары менән тейешле кимәлдә тулыландырылған. Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов әйтеүенсә, әле маҡсатлы йүнәлтмә буйынса ҡырҡтан ашыу студент белем ала, барыһы ла тыуған яғына эшкә ҡайтасаҡ.
Радий Хәбиров урындағы етәкселәрҙең был мәсьәләгә ныҡлы иғтибар бүлергә, йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә, ғөмүмән, һәр яҡлап булышлыҡ ҡылырға тейешлеген билдәләне.
“Республиканың аҡса менән ярҙам итеү мөмкинлеге бар, әммә мин һеҙгә табиптарҙы килтерә алмайым. Был – муниципалитеттарҙың яуаплылығында”, – тине Радий Фәрит улы.
Әлеге учреждение бинаһына капиталь ремонт кәрәклеге лә билдәләнде. Радий Хәбиров был турала Хөкүмәткә еткерәсәген әйтте, эште район ҡаҙнаһы менән берлектә финанслау мөмкинлеге ҡараласаҡ.