Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Ни ҡылғанығыҙҙы хәҙер аңлайһығыҙмы?”
“Ни ҡылғанығыҙҙы хәҙер аңлайһығыҙмы?” Ҡаты. Ҡырыҫ. Ҡарашында кинәйәгә, ишараға урын юҡ. Бөтәһен дә туранан-тура, үҙ исеме менән. Тауышында – ҡорос сыңы. Һәр һөйләмендә – үҙ-үҙенә ышаныс. Ир һүҙе. Бәлки, урыны менән хатта уҫалыраҡ та яңғырағандыр ил Президентының сығышы, бәлки, толерантлы дипломатик ҡанундарға хилафлыҡ килгәндер. Әммә Рәсәйҙе, Путинды ишеттеләр, уның сығышын иҫтә ҡалдырҙылар. Был – факт. Бәлки, донъяның сәйәси архитектураһы ошонан башлап икегә бүленер: Путиндың сығышына тиклем һәм унан һуң. Донъяуи күҙлектән АҠШ сәйәсәте ҡомдан ҡойолған һарай кеүек ишелә башланы. Был сығыштан һуң Аҡ йорттоң пропаганда машинаһын төптө ҡайтанан көйләргә кәрәк.
Европала һәм АҠШ-та Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль ас­самблеяһының 70-се сессияһындағы сығышын “Президентлыҡ осорондағы геостратегик пик” һәм “Путиндың уйын­ға кире ҡайтыуына асыҡ дәлил” тип баһаланылар.
Ил Президенты сығышында, Рәсәй­ҙең күптән инде үҙ позицияһы, донъя кимәлендә үҙ урыны, үҙ һүҙе булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләп, беҙҙең ме­нән дә иҫәпләшергә кәрәклеген асыҡ иҫкәртте. Үткән быуат аҙағындағы элек­ке Рәсәй юҡ шул хәҙер. Бөгөн иле­беҙ – ысын мәғәнәһендә абруйлы, ха­лыҡ-ара сәйәсәттә ышаныслы йөҙгән ҡеүәтле дәүләт. Әле Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан ойошторолған парадта күрһәтелгән хәрби көс-ҡеүәтте ҡарағас, Көнбайыштың киң мәғлүмәт саралары, берсә ғәжәпләнеп, берсә аптырап, кемуҙарҙан беҙҙең техник мөм­кинлектәрҙе барлағайны. Һәм бына тағы донъяның мәғлүмәт сығанаҡтары Рәсәй шаңдауы менән тулды.
Ирекһеҙҙән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 1960 йылдағы сессия­һы иҫкә төшә. Өлкән быуын вәкилдәре хәтерләйҙер, ул саҡта КПСС Үҙәк комитетының беренсе секретары Никита Хрущев Америка делегацияһына: “Я вам покажу кузькину мать!” – тип трибунаны аяҡ кейеме менән төйгәйне. “Нью-Йорк таймс” гәзите иртәгәһенә үк совет лидерының ботинкаһын тотоп төшкән фотоһүрәтен тәүге биткә ҡу­йып, “Рәсәй йәнә донъяны ҡурҡыта, был юлы — юлбашсыларының ботин­каһы менән” тип яҙып сыҡты... Ул саҡта Никита Сергеевич эмоция, экспрессия менән алдырһа, был юлы Пре­зидент­тың һәр һүҙе һалҡын аҡыл, төплө әҙерлек һәм етдилек менән өҫтөнлөклө булды.
Владимир Путиндың да бер аҙ тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡайны, лә­кин был һис кенә лә ил етәксеһенең сығышына йоғонто яһаманы, кире­һенсә, уның һәр һүҙе, һәр фекере ышаныслы яңғыраны, көслө тәьҫир ҡалдырҙы. Иң мөһиме – ил башлы­ғының мөрәжәғәтендә Рәсәй Феде­рацияһының позицияһы ғына түгел, артабанғы йүнәлештәрҙе күҙ уңында тотҡан эш планы ла бар ине. Был иҡтисади хеҙмәттәшлеккә лә, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы принциптарын тергеҙеүгә лә, Донбасс халҡының мәнфәғәттәрен яҡлауға ла, террорға ҡаршы тороуға ла, климат үҙгәреш­тәренә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса фәнни берекмә ойоштороуға ла һәм башҡа мөһим мәсьәләләргә ҡағылды.
Владимир Путиндың Берләшкән Милләттәр Ойошмаһындағы сығышын Рәсәй халҡы ғына түгел, бөтә донъя көтөп алды. Әйтерһең дә, “зәңгәр экран”дың теге яғында Генераль ассамблеяның юбилей сессияһы бармай, ә Рәсәйҙең футбол буйынса йыйылма командаһы донъя чем­пио­на­тында сығыш яһай. Хәйер, сәйәсәт тә бит уйын кеүек. Кемдер еңә, кемдер еңелә, тигәндәй. Һәр хәлдә, бөгөнгө “уйын” 1:0 иҫәбенә тамамланды. Һис һүҙһеҙ, Рәсәй файҙаһына.
Р.S. Көнбайышта шаярыу ҡа­тыш комплимент барлыҡҡа кил­гән: “Аҡ йорт американдарҙың Владимир Путинды АҠШ-тың президенты итеп ҡалды­рыуҙарынан ҡурҡа”.



Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе:

— Рәсәй Президенты БМО трибунаһынан өс тапҡыр сығыш яһағайны инде, әммә 2000, 2003 һәм 2005 йылдарҙа донъяла хәлдәр ҙә башҡасараҡ, Рәсәй менән Көнбайыш илдәре араһындағы ҡаршылыҡтар ҙа үтә киҫкен түгел ине. Бөгөн иһә санкциялар, мәғлүмәт һуғышы шарттарында ил етәксеһе халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә Рәсәйҙең дә үҙ позицияһы булыуын асыҡ күрһәтте.
Владимир Путин билдәләүенсә, БМО — легитимлыҡ һәм универсаллек йәһәтенән тиңе булмаған структура. Уның фекеренсә, әлеге тәртипте ҡаҡшатырға маташыу хәүефле, ул тотош системаның емерелеүенә килтереүе ихтимал.
Украиналағы хәлдәрҙе яйға һалыуға ҡағылышлы тәҡдимдәр ҙә ҡыҙыҡлы. Президент әйтеүенсә, бындағы ҡан ҡойошто өлгәшелгән килешеүҙәрҙе теүәл үтәгәндә генә туҡтатырға мөмкин. Ғөмүмән, ил етәксеһенең сығышы йөкмәткеле, ярайһы уҡ ҡаты булды.


Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Константин Климин Башҡортостан сауҙа министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Константин Климин Башҡортостан сауҙа министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде 06.04.2026 // Сәйәсәт

Константин Климин Башҡортостан сауҙа министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың сауҙа министры Мәскәүгә эшкә күсә

Башҡортостандың сауҙа министры Мәскәүгә эшкә күсә 06.04.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров Мәскәүҙә Был хаҡта дүшәмбе республика ......

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров Рәсәй Президентының рәхмәт хатына лайыҡ булды

Радий Хәбиров Рәсәй Президентының рәхмәт хатына лайыҡ булды 02.04.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың рәхмәт хатына ......

Тотош уҡырға 2

Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының элекке етәксеһе Яна Гайдук иреккә сығырға әҙерләнә
Өфөнән Рәсәй Геройы Денис Чернавин Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнаша

Өфөнән Рәсәй Геройы Денис Чернавин Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнаша 27.03.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй Геройы, Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусы Денис Чернавин «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына ......

Тотош уҡырға 5

Республикала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаға төҙәтмәләр индерелде

Республикала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаға төҙәтмәләр индерелде 26.03.2026 // Сәйәсәт

Республикала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаға төҙәтмәләр индерелде...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров ҡош бейеклегенән йылғаларҙың торошон күрһәтте

Радий Хәбиров ҡош бейеклегенән йылғаларҙың торошон күрһәтте 26.03.2026 // Сәйәсәт

Ҡайһы бер райондарҙа йылғалар боҙҙан әрселә башлаған....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты 10 йылға рәшәткә артына оҙатылды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты 10 йылға рәшәткә артына оҙатылды 25.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты 10 йылға рәшәткә артына оҙатылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Ришат Халиҡовты маҡтаулы исем менән бүләкләне

Башҡортостан Башлығы Ришат Халиҡовты маҡтаулы исем менән бүләкләне 23.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Ришат Халиҡовты маҡтаулы исем менән бүләкләне...

Тотош уҡырға 5

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды 13.03.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды...

Тотош уҡырға 6

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде 13.03.2026 // Сәйәсәт

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Республикала элекке финансист район башлығы итеп тәғәйенләнде

Республикала элекке финансист район башлығы итеп тәғәйенләнде 12.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тәтешле районы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ......

Тотош уҡырға 5


  1. алмас
    алмас от 30.09.2015, 13:03
    Алхыу, маладис. Артабан да уныштар телайбез.

Комментарий өҫтәргә