Ҡаты. Ҡырыҫ. Ҡарашында кинәйәгә, ишараға урын юҡ. Бөтәһен дә туранан-тура, үҙ исеме менән. Тауышында – ҡорос сыңы. Һәр һөйләмендә – үҙ-үҙенә ышаныс. Ир һүҙе. Бәлки, урыны менән хатта уҫалыраҡ та яңғырағандыр ил Президентының сығышы, бәлки, толерантлы дипломатик ҡанундарға хилафлыҡ килгәндер. Әммә Рәсәйҙе, Путинды ишеттеләр, уның сығышын иҫтә ҡалдырҙылар. Был – факт. Бәлки, донъяның сәйәси архитектураһы ошонан башлап икегә бүленер: Путиндың сығышына тиклем һәм унан һуң. Донъяуи күҙлектән АҠШ сәйәсәте ҡомдан ҡойолған һарай кеүек ишелә башланы. Был сығыштан һуң Аҡ йорттоң пропаганда машинаһын төптө ҡайтанан көйләргә кәрәк.Европала һәм АҠШ-та Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль ассамблеяһының 70-се сессияһындағы сығышын “Президентлыҡ осорондағы геостратегик пик” һәм “Путиндың уйынға кире ҡайтыуына асыҡ дәлил” тип баһаланылар.
Ил Президенты сығышында, Рәсәйҙең күптән инде үҙ позицияһы, донъя кимәлендә үҙ урыны, үҙ һүҙе булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләп, беҙҙең менән дә иҫәпләшергә кәрәклеген асыҡ иҫкәртте. Үткән быуат аҙағындағы элекке Рәсәй юҡ шул хәҙер. Бөгөн илебеҙ – ысын мәғәнәһендә абруйлы, халыҡ-ара сәйәсәттә ышаныслы йөҙгән ҡеүәтле дәүләт. Әле Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан ойошторолған парадта күрһәтелгән хәрби көс-ҡеүәтте ҡарағас, Көнбайыштың киң мәғлүмәт саралары, берсә ғәжәпләнеп, берсә аптырап, кемуҙарҙан беҙҙең техник мөмкинлектәрҙе барлағайны. Һәм бына тағы донъяның мәғлүмәт сығанаҡтары Рәсәй шаңдауы менән тулды.
Ирекһеҙҙән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 1960 йылдағы сессияһы иҫкә төшә. Өлкән быуын вәкилдәре хәтерләйҙер, ул саҡта КПСС Үҙәк комитетының беренсе секретары Никита Хрущев Америка делегацияһына: “Я вам покажу кузькину мать!” – тип трибунаны аяҡ кейеме менән төйгәйне. “Нью-Йорк таймс” гәзите иртәгәһенә үк совет лидерының ботинкаһын тотоп төшкән фотоһүрәтен тәүге биткә ҡуйып, “Рәсәй йәнә донъяны ҡурҡыта, был юлы — юлбашсыларының ботинкаһы менән” тип яҙып сыҡты... Ул саҡта Никита Сергеевич эмоция, экспрессия менән алдырһа, был юлы Президенттың һәр һүҙе һалҡын аҡыл, төплө әҙерлек һәм етдилек менән өҫтөнлөклө булды.
Владимир Путиндың да бер аҙ тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡайны, ләкин был һис кенә лә ил етәксеһенең сығышына йоғонто яһаманы, киреһенсә, уның һәр һүҙе, һәр фекере ышаныслы яңғыраны, көслө тәьҫир ҡалдырҙы. Иң мөһиме – ил башлығының мөрәжәғәтендә Рәсәй Федерацияһының позицияһы ғына түгел, артабанғы йүнәлештәрҙе күҙ уңында тотҡан эш планы ла бар ине. Был иҡтисади хеҙмәттәшлеккә лә, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы принциптарын тергеҙеүгә лә, Донбасс халҡының мәнфәғәттәрен яҡлауға ла, террорға ҡаршы тороуға ла, климат үҙгәрештәренә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса фәнни берекмә ойоштороуға ла һәм башҡа мөһим мәсьәләләргә ҡағылды.
Владимир Путиндың Берләшкән Милләттәр Ойошмаһындағы сығышын Рәсәй халҡы ғына түгел, бөтә донъя көтөп алды. Әйтерһең дә, “зәңгәр экран”дың теге яғында Генераль ассамблеяның юбилей сессияһы бармай, ә Рәсәйҙең футбол буйынса йыйылма командаһы донъя чемпионатында сығыш яһай. Хәйер, сәйәсәт тә бит уйын кеүек. Кемдер еңә, кемдер еңелә, тигәндәй. Һәр хәлдә, бөгөнгө “уйын” 1:0 иҫәбенә тамамланды. Һис һүҙһеҙ, Рәсәй файҙаһына.
Р.S. Көнбайышта шаярыу ҡатыш комплимент барлыҡҡа килгән: “Аҡ йорт американдарҙың Владимир Путинды АҠШ-тың президенты итеп ҡалдырыуҙарынан ҡурҡа”.
Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе:— Рәсәй Президенты БМО трибунаһынан өс тапҡыр сығыш яһағайны инде, әммә 2000, 2003 һәм 2005 йылдарҙа донъяла хәлдәр ҙә башҡасараҡ, Рәсәй менән Көнбайыш илдәре араһындағы ҡаршылыҡтар ҙа үтә киҫкен түгел ине. Бөгөн иһә санкциялар, мәғлүмәт һуғышы шарттарында ил етәксеһе халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә Рәсәйҙең дә үҙ позицияһы булыуын асыҡ күрһәтте.
Владимир Путин билдәләүенсә, БМО — легитимлыҡ һәм универсаллек йәһәтенән тиңе булмаған структура. Уның фекеренсә, әлеге тәртипте ҡаҡшатырға маташыу хәүефле, ул тотош системаның емерелеүенә килтереүе ихтимал.
Украиналағы хәлдәрҙе яйға һалыуға ҡағылышлы тәҡдимдәр ҙә ҡыҙыҡлы. Президент әйтеүенсә, бындағы ҡан ҡойошто өлгәшелгән килешеүҙәрҙе теүәл үтәгәндә генә туҡтатырға мөмкин. Ғөмүмән, ил етәксеһенең сығышы йөкмәткеле, ярайһы уҡ ҡаты булды.