Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан һайлаусыларына мөрәжәғәте
Хөрмәтле һайлаусылар!

Беҙҙең республика бер нисә быуындың көсөргәнешле хеҙмәте менән булдырылған ҙур ҡеүәткә эйә. Бөгөн Башҡортостан — илебеҙҙең иң ныҡ үҫешкән төбәктәренең береһе. Беҙ көслө нефть-химия һәм ауыл хужалығы тармаҡтары, етди фәнни мәктәп һәм мәғариф системаһы менән ғорурланабыҙ. Барлыҡ уңыштарыбыҙ — тәү сиратта республикабыҙҙың ҡаҙанышына, ғорурлығына әүерелгән эшһөйәр, аҡыллы, талантлы кешеләрҙең хеҙмәте ул.
Сираттағы аҙымды яһар мәл етте. Шуны асыҡтан-асыҡ әйтергә кәрәк: бөгөн халыҡтың килеме һәм йәшәү кимәле еребеҙҙең ғәйәт ҙур ҡеүәте, республиканың Рәсәй күләмендәге әһәмиәте менән тап килеп етмәй. Дөйөм күрһәткестәр артынан ҡыуып, власть айырым кеше хаҡында оноторға тейеш түгел. Уның көндәлек мәшәҡәттәре, ғаиләһен, балаларын, оло йәштәге ата-әсәһен тәьмин итеү мәсьәләләре даими иғтибар үҙәгендә булырға тейеш.
Иҡтисади уңыштарҙы кеше телевизорҙан ҡарап түгел, уны үҙҙәрендә һәм яҡындарында тойорға, йәшәү сифатының үҙгәреүен һиҙергә тейеш. Яҡшырыуҙы беҙ һәр ҡалаға, ауылға, урамға, өйгә еткерергә бурыслыбыҙ.
Бының өсөн властың халыҡҡа йөҙ менән боролоуы кәрәк. Республика иҡтисады граждандарҙың мәнфәғәтендә эшләргә бурыслы. Беҙ кешеләрҙең проблемаһы хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләргә, уларҙың ихтыяжына яуаплы ҡарарға, һәр кемгә ярҙам итергә ынтылырға тейешбеҙ. Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек тормошобоҙға ҡыйыуыраҡ үтеп инһен, кеше үҙен “ҡоро һүрәт” йә иһә “бәләкәй кеше” итеп түгел, ә шәхес итеп тойһон өсөн эшләргә кәрәк. Кешеләр өсөн эшләргә тейешбеҙ. Лидерыбыҙ, республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн беҙҙең алға ошондай маҡсат ҡуя. Ул Президент булып бер йылдан ашыуыраҡ ҡына эшләй, әммә ҡыҫҡа ғына ваҡытта етди проблемаларҙы хәл итергә өлгөрҙө: республиканы асыҡ итеп күрһәтеүгә өлгәште, күҙ буяу өсөн башҡарылған эштәргә ҡаршы һуғыш иғлан итте, кадрҙар мәсьәләһенә ныҡлап тотондо. Алға барыу дауам итә — уның һөҙөмтәләрен республикала йәшәүсе һәр кем үҙендә тоясаҡ.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының программалы мөрәжәғәтенең тулы вариантын һеҙ www.bashkortostan.er.ru рәсми сайтында уҡый алаһығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





6 майҙа Башҡортостан парламенты спикерын һуңғы юлға оҙаталар

6 майҙа Башҡортостан парламенты спикерын һуңғы юлға оҙаталар 05.05.2026 // Сәйәсәт

6 майҙа Башҡортостан парламенты спикерын һуңғы юлға оҙаталар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанға Белоруссияның Рәсәйҙәге илсеһе килде

Башҡортостанға Белоруссияның Рәсәйҙәге илсеһе килде 05.05.2026 // Сәйәсәт

Республика йортонда иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында хеҙмәттәшлекте нығытыу ......

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы менән таныштырҙы
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев вафат

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев вафат 04.05.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев вафат...

Тотош уҡырға 3

Сергей Кожевников Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Сергей Кожевников Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 30.04.2026 // Сәйәсәт

Сергей Кожевников Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә рус-ҡырғыҙ мәктәптәрен асыу мәсьәләһе тикшерелде

Өфөлә рус-ҡырғыҙ мәктәптәрен асыу мәсьәләһе тикшерелде 30.04.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә рус-ҡырғыҙ мәктәптәрен асыу мәсьәләһе тикшерелде...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһының комитет етәкселәре менән туризмды үҫтереүҙе тикшерҙе

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһының комитет етәкселәре менән туризмды үҫтереүҙе тикшерҙе 29.04.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһының комитет етәкселәре менән туризмды үҫтереүҙе тикшерҙе...

Тотош уҡырға 1

Өфө скверына Мостай Кәрим исеме бирелде

Өфө скверына Мостай Кәрим исеме бирелде 29.04.2026 // Сәйәсәт

Өфө скверына Мостай Кәрим исеме бирелде...

Тотош уҡырға 1

Өфөнөң муниципаль бүлексәләре штат режимында эшләй – ҡала советы

Өфөнөң муниципаль бүлексәләре штат режимында эшләй – ҡала советы 29.04.2026 // Сәйәсәт

Өфөнөң муниципаль бүлексәләре штат режимында эшләй – ҡала советы...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров: Башҡортостанда демографик хәл тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итеүҙе талап итә

Радий Хәбиров: Башҡортостанда демографик хәл тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итеүҙе талап итә 28.04.2026 // Сәйәсәт

Республика етәксеһе демография өлкәһендә даими пропагандалау системаһын формалаштырыу буйынса әүҙем ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе

Башҡортостан Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе 27.04.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай

Башҡортостанда закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай 23.04.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай...

Тотош уҡырға 4