Хөрмәтле һайлаусылар!
Беҙҙең республика бер нисә быуындың көсөргәнешле хеҙмәте менән булдырылған ҙур ҡеүәткә эйә. Бөгөн Башҡортостан — илебеҙҙең иң ныҡ үҫешкән төбәктәренең береһе. Беҙ көслө нефть-химия һәм ауыл хужалығы тармаҡтары, етди фәнни мәктәп һәм мәғариф системаһы менән ғорурланабыҙ. Барлыҡ уңыштарыбыҙ — тәү сиратта республикабыҙҙың ҡаҙанышына, ғорурлығына әүерелгән эшһөйәр, аҡыллы, талантлы кешеләрҙең хеҙмәте ул.
Сираттағы аҙымды яһар мәл етте. Шуны асыҡтан-асыҡ әйтергә кәрәк: бөгөн халыҡтың килеме һәм йәшәү кимәле еребеҙҙең ғәйәт ҙур ҡеүәте, республиканың Рәсәй күләмендәге әһәмиәте менән тап килеп етмәй. Дөйөм күрһәткестәр артынан ҡыуып, власть айырым кеше хаҡында оноторға тейеш түгел. Уның көндәлек мәшәҡәттәре, ғаиләһен, балаларын, оло йәштәге ата-әсәһен тәьмин итеү мәсьәләләре даими иғтибар үҙәгендә булырға тейеш.
Иҡтисади уңыштарҙы кеше телевизорҙан ҡарап түгел, уны үҙҙәрендә һәм яҡындарында тойорға, йәшәү сифатының үҙгәреүен һиҙергә тейеш. Яҡшырыуҙы беҙ һәр ҡалаға, ауылға, урамға, өйгә еткерергә бурыслыбыҙ.
Бының өсөн властың халыҡҡа йөҙ менән боролоуы кәрәк. Республика иҡтисады граждандарҙың мәнфәғәтендә эшләргә бурыслы. Беҙ кешеләрҙең проблемаһы хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләргә, уларҙың ихтыяжына яуаплы ҡарарға, һәр кемгә ярҙам итергә ынтылырға тейешбеҙ. Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек тормошобоҙға ҡыйыуыраҡ үтеп инһен, кеше үҙен “ҡоро һүрәт” йә иһә “бәләкәй кеше” итеп түгел, ә шәхес итеп тойһон өсөн эшләргә кәрәк. Кешеләр өсөн эшләргә тейешбеҙ. Лидерыбыҙ, республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн беҙҙең алға ошондай маҡсат ҡуя. Ул Президент булып бер йылдан ашыуыраҡ ҡына эшләй, әммә ҡыҫҡа ғына ваҡытта етди проблемаларҙы хәл итергә өлгөрҙө: республиканы асыҡ итеп күрһәтеүгә өлгәште, күҙ буяу өсөн башҡарылған эштәргә ҡаршы һуғыш иғлан итте, кадрҙар мәсьәләһенә ныҡлап тотондо. Алға барыу дауам итә — уның һөҙөмтәләрен республикала йәшәүсе һәр кем үҙендә тоясаҡ.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының программалы мөрәжәғәтенең тулы вариантын һеҙ www.bashkortostan.er.ru рәсми сайтында уҡый алаһығыҙ.