Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “BashDic” ниҙәр тәҡдим итә?
Өфөлә “BashDic” электрон уҡыу баҫмаһының исем туйы үтте. Сараға китап уҡыусылар, студенттар, журналистар йыйылды.

“BashDic” – рус-башҡорт, башҡорт-рус һүҙлектәренең еңелләштерелгән электрон баҫмаһы. Унда башҡорт теле һүҙҙәрен үҙаллы өйрәнеү һәм уларҙы хәтерҙә ҡалдырыу, әйтелешен үҙләштереү өсөн системалаштырылған уҡыу материалы тупланған. Электрон баҫмала 15 658 һүҙ.

Унан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм ишетеү, күреү буйынса инвалидтар ҙа файҙалана ала. Электрон баҫмала башҡорт теле һүҙҙәрен үҙаллы өйрәнеүгә интерактив элементтар, навигация аппараттары булышлыҡ ҡыла.

– Беренсе бүлектә башҡорт теле хаҡында һөйләнелә, – тип аңлатма бирҙе БДУ доценты, проектты эшләүсе Айнур Хәйбуллин. – Артабан – башҡорт алфавиты, унда һәр хәрефтең әйтелеше, яҙылыу методикаһы бирелгән. Баҫмала башҡорт клавиатураһы бар. Ҡулланыусы төҫтәрҙе, шрифттың ҙурлығын үҙгәртә ала.

“BashDic” электрон баҫмаһының аналогы юҡ, ул башҡорт телен ҡулланыу өлкәһен киңәйтеүгә йүнәлтелгән. Windows өсөн универсаль базала булдырылған һәм “Китап” нәшриәтенең рәсми сайты аша таратыла. Ҡушымтаны үҙеңә күсереп алып, инструкция буйынса файҙаланырға мөмкин. Проект Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт һәм унда йәшәгән халыҡтар телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты иҫәбенә тормошҡа ашырылған.

“Был ошондай йүнәлештәге тәүге аҙымыбыҙ. Беҙҙең өсөн һеҙҙең фекерҙәрҙе, теләктәрҙе ишетеү мөһим. Проект тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып тулыландырыласаҡ”, – тине “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов.


Автор: И. ҠОРМАНОВА.
Фото: Л. Аралбаева фотоһы.
Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521