Өфөлә “BashDic” электрон уҡыу баҫмаһының исем туйы үтте. Сараға китап уҡыусылар, студенттар, журналистар йыйылды.“BashDic” – рус-башҡорт, башҡорт-рус һүҙлектәренең еңелләштерелгән электрон баҫмаһы. Унда башҡорт теле һүҙҙәрен үҙаллы өйрәнеү һәм уларҙы хәтерҙә ҡалдырыу, әйтелешен үҙләштереү өсөн системалаштырылған уҡыу материалы тупланған. Электрон баҫмала 15 658 һүҙ.
Унан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм ишетеү, күреү буйынса инвалидтар ҙа файҙалана ала. Электрон баҫмала башҡорт теле һүҙҙәрен үҙаллы өйрәнеүгә интерактив элементтар, навигация аппараттары булышлыҡ ҡыла.
– Беренсе бүлектә башҡорт теле хаҡында һөйләнелә, – тип аңлатма бирҙе БДУ доценты, проектты эшләүсе Айнур Хәйбуллин. – Артабан – башҡорт алфавиты, унда һәр хәрефтең әйтелеше, яҙылыу методикаһы бирелгән. Баҫмала башҡорт клавиатураһы бар. Ҡулланыусы төҫтәрҙе, шрифттың ҙурлығын үҙгәртә ала.
“BashDic” электрон баҫмаһының аналогы юҡ, ул башҡорт телен ҡулланыу өлкәһен киңәйтеүгә йүнәлтелгән. Windows өсөн универсаль базала булдырылған һәм “Китап” нәшриәтенең рәсми сайты аша таратыла. Ҡушымтаны үҙеңә күсереп алып, инструкция буйынса файҙаланырға мөмкин. Проект Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт һәм унда йәшәгән халыҡтар телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты иҫәбенә тормошҡа ашырылған.
“Был ошондай йүнәлештәге тәүге аҙымыбыҙ. Беҙҙең өсөн һеҙҙең фекерҙәрҙе, теләктәрҙе ишетеү мөһим. Проект тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып тулыландырыласаҡ”, – тине “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов.