Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бер-беребеҙҙе ишетергә..."
“Алданған өлөшсөләрҙе бәләһе менән яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, ләкин был ҡатмарлы һәм оҙон юлды беҙ ҡулға-ҡул тотоношоп үтергә һәм бер-беребеҙҙе ишетергә тейешбеҙ”, – тигәйне республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров. Был һуңғы йылдарҙағы иң ҡатмарлы проблемаларҙың береһе нисек хәл ителә?

Йыл башынан республикала төҙө­лөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһын­дағы 19 451 килешеү төҙөлгән. Был күрһәткес, алдағы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 26 процентҡа ҙурыраҡ. Радий Фәрит улы уҙғарған “Төҙөлөш сәғәте”ндә ошо йорттарҙың проблемалы булғандарын файҙа­ланыуға тапшырыу графигы ҡаралды. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Григорий Невоструев әйтеүенсә, муниципалитет етәкселәре инициативалы төркөмдәр менән осрашып тора, уларға төҙөлөштөң барышы һәм йорттарҙы ҡулланыусыға тапшырыу ваҡыты тураһында даими мәғлүмәт бирә. Граждандарҙан килгән мөрәжә­ғәттәрҙең күбеһе – “Миловка паркы”, “Көмөш инеш”, “Яңы Булгаков” торлаҡ комплекстарынан.

Өс объект буйынса файҙаланыуға тап­шырыу ваҡыты билдәләнгән: Өфө ра­йонындағы “Яңы Булгаков” комплек­сындағы күп ҡатлы ике йортта һәм Дим районындағы “Көмөш инеш” комплек­сындағы бер йортта төҙөү-ҡороу эштәре тамамлана, иҫкәрмәләр төҙәтелә. Планлаштырылыуынса, был өс йорт ошо арала әҙер буласаҡ һәм уларға 200-гә яҡын ғаилә күсенергә тейеш.

– Шулай тип ҡарар итәбеҙ: 25 декабр­ҙә беҙ фатир асҡыстарын тапшырырға тейешбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Һеҙҙең тағы бер аҙ ваҡытығыҙ бар, төҙөүселәр менән ныҡлы эшләгеҙ.


“Яңы Булгаков” комплексының тағы ике йортонда эште тамамлауға күп ҡалмаған. Улар ғинуар айында файҙаланыуға тапшырылыр тип күҙаллайҙар. Проблемалы объекттар исемлегендәге башҡа йорттарҙы республика етәксеһе даими контролдә тоторға һәм әҙерлек кимәле тураһында хәбәр итә барырға ҡушты.

Бынан тыш, Радий Хәбиов аңлатыуынса, өлөшсөләр ниндәй эш башҡарылыуы хаҡындағы оператив мәғлүмәтте кисекмәҫтән алыу хоҡуғына эйә булырға тейеш. Бының өсөн осрашыуҙарҙы даими үткәреп торорға күнегергә кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Өфөлә түләүле парковкалар буйынса кол-үҙәккә көнөнә 100-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителә
Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла

Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәләүез районында йәш табиптарға торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡы ай һайын 10 мең һум күләмендә...

Тотош уҡырға 10

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне 02.07.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан бер ҡасан да ошондай күп талантлы, сағыу йәш ғалимдарҙы ҡабул иткәне юҡ ине,...

Тотош уҡырға 15

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан 02.07.2025 // Йәмғиәт

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан...

Тотош уҡырға 13

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола...

Тотош уҡырға 13

Шишмә районының берҙән-бер ветераны 100 йәшен билдәләне

Шишмә районының берҙән-бер ветераны 100 йәшен билдәләне 02.07.2025 // Йәмғиәт

Шишмә районында берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Солтан Хәйҙәров 100 йәшлек юбилейын...

Тотош уҡырға 11

Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә

Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә 01.07.2025 // Йәмғиәт

Алдағы биш йыллыҡта Башҡортостанда автомобиль юлдарын үҫтереүгә һәм транспорт хеҙмәттәре сифатын...

Тотош уҡырға 15

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы өс төнгә ябыла
Июлдең беренсе декадаһында аномаль һауа торошо көтөлә
2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була 01.07.2025 // Йәмғиәт

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була...

Тотош уҡырға 14

Рәсәйҙә яңы һөнәри байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы һөнәри байрам булдырылды 01.07.2025 // Йәмғиәт

Адвокатура көнө 31 майҙа билдәләнә....

Тотош уҡырға 15

Башҡортостанда «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» хәйриә акцияһы башлана