“Алданған өлөшсөләрҙе бәләһе менән яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, ләкин был ҡатмарлы һәм оҙон юлды беҙ ҡулға-ҡул тотоношоп үтергә һәм бер-беребеҙҙе ишетергә тейешбеҙ”, – тигәйне республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров. Был һуңғы йылдарҙағы иң ҡатмарлы проблемаларҙың береһе нисек хәл ителә?
Йыл башынан республикала төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһындағы 19 451 килешеү төҙөлгән. Был күрһәткес, алдағы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 26 процентҡа ҙурыраҡ. Радий Фәрит улы уҙғарған “Төҙөлөш сәғәте”ндә ошо йорттарҙың проблемалы булғандарын файҙаланыуға тапшырыу графигы ҡаралды. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Григорий Невоструев әйтеүенсә, муниципалитет етәкселәре инициативалы төркөмдәр менән осрашып тора, уларға төҙөлөштөң барышы һәм йорттарҙы ҡулланыусыға тапшырыу ваҡыты тураһында даими мәғлүмәт бирә. Граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәрҙең күбеһе – “Миловка паркы”, “Көмөш инеш”, “Яңы Булгаков” торлаҡ комплекстарынан.
Өс объект буйынса файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты билдәләнгән: Өфө районындағы “Яңы Булгаков” комплексындағы күп ҡатлы ике йортта һәм Дим районындағы “Көмөш инеш” комплексындағы бер йортта төҙөү-ҡороу эштәре тамамлана, иҫкәрмәләр төҙәтелә. Планлаштырылыуынса, был өс йорт ошо арала әҙер буласаҡ һәм уларға 200-гә яҡын ғаилә күсенергә тейеш.
– Шулай тип ҡарар итәбеҙ: 25 декабрҙә беҙ фатир асҡыстарын тапшырырға тейешбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Һеҙҙең тағы бер аҙ ваҡытығыҙ бар, төҙөүселәр менән ныҡлы эшләгеҙ.
“Яңы Булгаков” комплексының тағы ике йортонда эште тамамлауға күп ҡалмаған. Улар ғинуар айында файҙаланыуға тапшырылыр тип күҙаллайҙар. Проблемалы объекттар исемлегендәге башҡа йорттарҙы республика етәксеһе даими контролдә тоторға һәм әҙерлек кимәле тураһында хәбәр итә барырға ҡушты.
Бынан тыш, Радий Хәбиов аңлатыуынса, өлөшсөләр ниндәй эш башҡарылыуы хаҡындағы оператив мәғлүмәтте кисекмәҫтән алыу хоҡуғына эйә булырға тейеш. Бының өсөн осрашыуҙарҙы даими үткәреп торорға күнегергә кәрәк.