Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сырынан да ауыҙ ит...

“Урарту” һөт ризыҡтарының төрлөһөн тәҡдим итә.


Бөгөн магазин кәштәләрендә сырҙың ниндәй генә төрө юҡ, һатып алыусы ҙур ихласлыҡ менән үҙенә оҡшағанын һайлай. Был продукцияға ихтыяж халыҡ араһында ҙур, ул — үтемле ризыҡ. Башҡортостанда етештерелгәне лә бар, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә алып киләләр, сит ил эшкәртеүселәре лә беҙгә сырҙың төрлөһөн тәҡдим итә.

Әлбиттә, хәҙер күп кенә район­дарҙа эшҡыуарҙар һөт ризыҡтары етештереү һәм эшкәртеү цехтары булдырып, халыҡты сифатлы, файҙалы продукция менән тәьмин итә.

Сыр етештереүҙең дә үҙ сере, мәҙәниәте бар, һәр милләт үҙенә генә хас йолаларға таянып етештерә уны. Оло Ыҡтамаҡ ауылында урынлашҡан “Урарту” ауыл ху­жалығы ҡул­ла­ныу­сылар йәмғиәте Баш­ҡортостан, күрше Си­ләбе, Свердловск өлкә­ләре һәм Пермь крайы ҡулла­ныу­сы­ларын сырҙан ауыҙ иттерә. Район үҙәген­дә урынлашҡан “Мир”, “Карина” аҙыҡ-түлек магазиндарында ла был ризыҡты һатып алырға була.
2011 йылда ойошто­ролған предприятиела бөтәһе 25 кеше эш урыны тапҡан. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, бында, нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Ойошмаға төбәктә билдәле эшҡыуар Гагик Цолакович Аветян етәкселек итә. Әйткәндәй, эшҡыуар бағыусылыҡ менән шөғөлләнә, төрлө байрам сараларында әүҙемлек күрһәтә.


Предприятие район, республика, хатта Рәсәй күләмендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ла ваҡыт таба, һәм, иң ҡыуаныслыһы: улар етештергән продукция йыш ҡына призлы урындарға лайыҡ була. Мәсетле сыры 2016 йылда, “Беҙҙең бренд” конкурсында ҡатнашып, “Һөт продукцияһы” номинацияһында беренсе дәрәжә дипломға һәм алтын миҙалға лайыҡ булған. Бында коллектив, сырҙан тыш башҡа һөт ризыҡтарын да тәҡдим итеп, халыҡ күңелен яулай алған. Былтыр Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ” конкурсында ла көмөш миҙалға лайыҡ булғандар. Гагик Аветян үҙе, мәҫәлән, 2016 йылда иң яҡшы эшҡыуар тип танылған.

— Сыр етештереү өсөн сеймалды, нигеҙҙә, халыҡтан һатып алабыҙ, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Көнөнә биш–ете тонна һөт эшкәртеп, 700 килограмм әҙер продукция етеш­терәбеҙ, — ти эшҡыуар. — Сырҙың 15 төрө етештерелә, эремсек, май, татлы эремсек кеүек ризыҡтар ҙа бар.

Предприятие етәкселеге килә­сәктә продукцияның төрлөлөгөн һәм эшкәртеү күләмен арттырып, сырҙың башҡа төрҙәрен үҙләштер­мәксе. Тағы ла эшмәкәрлектәре һөҙөмтәлерәк булһын өсөн яңы заманса ҡоролмалар һатып алыуҙы ла күҙаллайҙар.




Автор: Самат ҒӘЛИН Район: Мәсетле районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 0

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә