“Урарту” һөт ризыҡтарының төрлөһөн тәҡдим итә.
Бөгөн магазин кәштәләрендә сырҙың ниндәй генә төрө юҡ, һатып алыусы ҙур ихласлыҡ менән үҙенә оҡшағанын һайлай. Был продукцияға ихтыяж халыҡ араһында ҙур, ул — үтемле ризыҡ. Башҡортостанда етештерелгәне лә бар, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә алып киләләр, сит ил эшкәртеүселәре лә беҙгә сырҙың төрлөһөн тәҡдим итә.
Әлбиттә, хәҙер күп кенә райондарҙа эшҡыуарҙар һөт ризыҡтары етештереү һәм эшкәртеү цехтары булдырып, халыҡты сифатлы, файҙалы продукция менән тәьмин итә.
Сыр етештереүҙең дә үҙ сере, мәҙәниәте бар, һәр милләт үҙенә генә хас йолаларға таянып етештерә уны. Оло Ыҡтамаҡ ауылында урынлашҡан “Урарту” ауыл хужалығы ҡулланыусылар йәмғиәте Башҡортостан, күрше Силәбе, Свердловск өлкәләре һәм Пермь крайы ҡулланыусыларын сырҙан ауыҙ иттерә. Район үҙәгендә урынлашҡан “Мир”, “Карина” аҙыҡ-түлек магазиндарында ла был ризыҡты һатып алырға була.
2011 йылда ойошторолған предприятиела бөтәһе 25 кеше эш урыны тапҡан. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, бында, нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Ойошмаға төбәктә билдәле эшҡыуар Гагик Цолакович Аветян етәкселек итә. Әйткәндәй, эшҡыуар бағыусылыҡ менән шөғөлләнә, төрлө байрам сараларында әүҙемлек күрһәтә.
Предприятие район, республика, хатта Рәсәй күләмендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ла ваҡыт таба, һәм, иң ҡыуаныслыһы: улар етештергән продукция йыш ҡына призлы урындарға лайыҡ була. Мәсетле сыры 2016 йылда, “Беҙҙең бренд” конкурсында ҡатнашып, “Һөт продукцияһы” номинацияһында беренсе дәрәжә дипломға һәм алтын миҙалға лайыҡ булған. Бында коллектив, сырҙан тыш башҡа һөт ризыҡтарын да тәҡдим итеп, халыҡ күңелен яулай алған. Былтыр Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ” конкурсында ла көмөш миҙалға лайыҡ булғандар. Гагик Аветян үҙе, мәҫәлән, 2016 йылда иң яҡшы эшҡыуар тип танылған.
— Сыр етештереү өсөн сеймалды, нигеҙҙә, халыҡтан һатып алабыҙ, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Көнөнә биш–ете тонна һөт эшкәртеп, 700 килограмм әҙер продукция етештерәбеҙ, — ти эшҡыуар. — Сырҙың 15 төрө етештерелә, эремсек, май, татлы эремсек кеүек ризыҡтар ҙа бар.
Предприятие етәкселеге киләсәктә продукцияның төрлөлөгөн һәм эшкәртеү күләмен арттырып, сырҙың башҡа төрҙәрен үҙләштермәксе. Тағы ла эшмәкәрлектәре һөҙөмтәлерәк булһын өсөн яңы заманса ҡоролмалар һатып алыуҙы ла күҙаллайҙар.