Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кемдең ҡымыҙы иң тәмлеһе?
Кемдең ҡымыҙы иң тәмлеһе?Дәүләкән районында ҡымыҙ бешеү оҫталарының XII республика конкурсы үтеүе хаҡында алдан хәбәр иткәйнек инде. 47 райондан килгән ҡунаҡтарҙың 37-һе ҡымыҙ әҙерләү буйынса үҙенең таһыллығын күрһәтте.
Дим буйҙарын төйәк иткән башҡорттар элек-электән малсылыҡ, ҡымыҙ бешеү менән ихлас шөғөлләнгән. Лев Толстой, Антон Чехов кеүек бөйөк яҙыусыларҙың ғәжәп эсемлек менән сихәтләнер өсөн ошо төбәктәргә килеүе генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Был яҡтар атай-олатайҙар шөғөлөн бөгөн дә ҙур теләк менән дауам итә.

Конкурс район мәҙәниәт һара­йында башланды. Бында ҡымыҙ әҙерләү маһирҙары башта теоретик белемдәрен күрһәтте. Унан ҡунаҡтар Яңы Яппар ауылына юлланды. Тө­ҙөк, ҡупшы йорттар, иркен ҡуралар урындағы халыҡтың заман ауыр­лығына зарланмай, ә булған мөмкинлекте уңышлы файҙаланып йәшәүе хаҡында һөйләй ине. Ҡунаҡтарҙы иң тәүҙә Гөлназ һәм Рөстәм Сәлимгәрәевтәр ҡаршыланы. Йылҡы малы үрсетеп, ҡымыҙ етеш­тереү менән шөғөлләнгән ғаиләнең эшмәкәрлеге менән танышҡас, һәр кем күңелендә, бына шулай йәшәһәң ине, тигән теләк тыуғандыр, моғайын. Гөлфирә менән Илшат Хәлиул­лин­дар, Зифа менән Филүс Хәлиул­линдарҙың да ҡунаҡтарға ғорур­ла­нып һөйләрлек уңыштары бар. Ҡурала ҡолондар уйнаҡлай, бейә­ләр кешнәшә. Ә инде былтыр ҡымыҙ бешеү буйынса республика чемпионы тип танылған Сания Ниғмәтул­лина тормош иптәше Илгиз менән булдырған хужалыҡ, ат фермалары буйлап йөрөгәндә, улар өсөн шундай уңғандар булыуына һоҡ­ландыҡ. Бөтәһе ике йөҙгә яҡын йылҡы малы аҫрайҙар. Заманса һауыу аппараттары менән эш итә ҡымыҙсылар. Етештергән эсемлек­тәре респуб­лика­быҙҙың төрлө сауҙа нөктә­ләрендә һатыла. Татлы бул­ғанға күрә лә халыҡ уларҙыҡын эҙләп, һорап ала.
Кемдең ҡымыҙы иң тәмлеһе?
Кемдең ҡымыҙы иң тәмлеһе?Ярышты республика ауыл хужа­лығы министры Илшат Фазрахманов асып, байрам менән тәбрикләне, уңыштар теләне.
– Ҡымыҙ бешеү – атай-олатай­ҙарыбыҙҙан ҡалған йола, – тине тармаҡ етәсеһе. – Ул – һаулыҡ сығанағы. Бөгөнгө шарттарҙа ошо кәсепте тергеҙеп, дауам итеп, үҙебеҙҙең иҡтисади хәлебеҙҙе, тормошобоҙҙо нығытабыҙ.
Ә тантана барған майҙанда һәр кешегә төрлө райондарҙан килгән ҡунаҡтарҙың ҡымыҙын, ҡаҙылығын тәмләү, һатып алыу форсаты тейҙе. Баймаҡ районының Йомаш ауылынан шәхси эшҡыуар Зифа Иҫәнова алыҫ ара тип тормай хатта ейәнсәре Гөлгөнәне лә алып килгән.
– Ҡала ҡыҙы булһа ла, каникулда миңә ихлас ярҙамлаша, – тип ҡыуанып һөйләне өләсәй. – Хәҙер ул да ҡымыҙ бешә белә.
Зифа инәй ҡымыҙҙы ерек сөрөгө менән ыҫлап та, сейә емеше ҡушып та әҙерләй.
– Ҡырҡҡа яҡын бейәбеҙ бар, әле ун өсөн һауабыҙ, – тине.
Әбйәлил районының Ишҡол ауылынан Зәлиә менән Рөстәм Мәхийә­новтар – республикала билдәле фермерҙар. Уңғандарҙың ҡураһында өс йөҙ самаһы йылҡы малы бар.
Бына барыһы ла түҙемһеҙләнеп көткән минуттар етте. Һәр кемдең ҡымыҙын, уның нисек етеште­релеүен, ниндәй һауыттарға тултырылыуын ентекле тикшергән жюри комиссияһының һөҙөмтәләре әҙер. Конкурстың чемпионы тип “Йоматау” шифаханаһы директоры Рушан Нәбиуллин танылды. Төп бүләк – башҡорт тоҡомло айғырҙы “Өфө” йылҡысылыҡ заводы директоры Рөстәм Сәйетов тапшырҙы. Әбйә­лил районынан икенсе урынды яулаған Гүзәлиә Мәхийәноваға танылған фермер Хәсән Иҙиәтуллин йылҡы малы бүләк итте. Өсөнсө баҫҡысҡа Белорет уҙаманы Рәүеф Мәғә­фүров күтәрелде. Бүләккә эләк­кән ҡолон уның артабанғы эшендә ырыҫ, ҡот килтерер тип ышанғы килә.
Әйткәндәй, конкурста башҡа төр­лө мауыҡтырғыс ярыштар ҙа ойошторолдо. Мәҫәлән, ат туғарып егеү буйынса Мәләүезден Рауил Хаюков иң таһыллыһы тип билдәләнһә, Әбйәлилдән Рәсих Ҡарабандин икенсе булды.
Ҡымыҙ етештереү буйынса был­тырғы күрһәткестәргә лә йомғаҡ яһалды. Беренсе урынды алған – Баймаҡ, икенсегә сыҡҡан Әбйәлил, өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелгән Бәләбәй райондары министрлыҡтың дипломдары менән бүләкләнде.

Дәүләкән районы.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 0

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә