Дәүләкән районында ҡымыҙ бешеү оҫталарының XII республика конкурсы үтеүе хаҡында алдан хәбәр иткәйнек инде. 47 райондан килгән ҡунаҡтарҙың 37-һе ҡымыҙ әҙерләү буйынса үҙенең таһыллығын күрһәтте.
Дим буйҙарын төйәк иткән башҡорттар элек-электән малсылыҡ, ҡымыҙ бешеү менән ихлас шөғөлләнгән. Лев Толстой, Антон Чехов кеүек бөйөк яҙыусыларҙың ғәжәп эсемлек менән сихәтләнер өсөн ошо төбәктәргә килеүе генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Был яҡтар атай-олатайҙар шөғөлөн бөгөн дә ҙур теләк менән дауам итә. Конкурс район мәҙәниәт һарайында башланды. Бында ҡымыҙ әҙерләү маһирҙары башта теоретик белемдәрен күрһәтте. Унан ҡунаҡтар Яңы Яппар ауылына юлланды. Төҙөк, ҡупшы йорттар, иркен ҡуралар урындағы халыҡтың заман ауырлығына зарланмай, ә булған мөмкинлекте уңышлы файҙаланып йәшәүе хаҡында һөйләй ине. Ҡунаҡтарҙы иң тәүҙә Гөлназ һәм Рөстәм Сәлимгәрәевтәр ҡаршыланы. Йылҡы малы үрсетеп, ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнгән ғаиләнең эшмәкәрлеге менән танышҡас, һәр кем күңелендә, бына шулай йәшәһәң ине, тигән теләк тыуғандыр, моғайын. Гөлфирә менән Илшат Хәлиуллиндар, Зифа менән Филүс Хәлиуллиндарҙың да ҡунаҡтарға ғорурланып һөйләрлек уңыштары бар. Ҡурала ҡолондар уйнаҡлай, бейәләр кешнәшә. Ә инде былтыр ҡымыҙ бешеү буйынса республика чемпионы тип танылған Сания Ниғмәтуллина тормош иптәше Илгиз менән булдырған хужалыҡ, ат фермалары буйлап йөрөгәндә, улар өсөн шундай уңғандар булыуына һоҡландыҡ. Бөтәһе ике йөҙгә яҡын йылҡы малы аҫрайҙар. Заманса һауыу аппараттары менән эш итә ҡымыҙсылар. Етештергән эсемлектәре республикабыҙҙың төрлө сауҙа нөктәләрендә һатыла. Татлы булғанға күрә лә халыҡ уларҙыҡын эҙләп, һорап ала.
Ярышты республика ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов асып, байрам менән тәбрикләне, уңыштар теләне.
– Ҡымыҙ бешеү – атай-олатайҙарыбыҙҙан ҡалған йола, – тине тармаҡ етәсеһе. – Ул – һаулыҡ сығанағы. Бөгөнгө шарттарҙа ошо кәсепте тергеҙеп, дауам итеп, үҙебеҙҙең иҡтисади хәлебеҙҙе, тормошобоҙҙо нығытабыҙ.
Ә тантана барған майҙанда һәр кешегә төрлө райондарҙан килгән ҡунаҡтарҙың ҡымыҙын, ҡаҙылығын тәмләү, һатып алыу форсаты тейҙе. Баймаҡ районының Йомаш ауылынан шәхси эшҡыуар Зифа Иҫәнова алыҫ ара тип тормай хатта ейәнсәре Гөлгөнәне лә алып килгән.
– Ҡала ҡыҙы булһа ла, каникулда миңә ихлас ярҙамлаша, – тип ҡыуанып һөйләне өләсәй. – Хәҙер ул да ҡымыҙ бешә белә.
Зифа инәй ҡымыҙҙы ерек сөрөгө менән ыҫлап та, сейә емеше ҡушып та әҙерләй.
– Ҡырҡҡа яҡын бейәбеҙ бар, әле ун өсөн һауабыҙ, – тине.
Әбйәлил районының Ишҡол ауылынан Зәлиә менән Рөстәм Мәхийәновтар – республикала билдәле фермерҙар. Уңғандарҙың ҡураһында өс йөҙ самаһы йылҡы малы бар.
Бына барыһы ла түҙемһеҙләнеп көткән минуттар етте. Һәр кемдең ҡымыҙын, уның нисек етештерелеүен, ниндәй һауыттарға тултырылыуын ентекле тикшергән жюри комиссияһының һөҙөмтәләре әҙер. Конкурстың чемпионы тип “Йоматау” шифаханаһы директоры Рушан Нәбиуллин танылды. Төп бүләк – башҡорт тоҡомло айғырҙы “Өфө” йылҡысылыҡ заводы директоры Рөстәм Сәйетов тапшырҙы. Әбйәлил районынан икенсе урынды яулаған Гүзәлиә Мәхийәноваға танылған фермер Хәсән Иҙиәтуллин йылҡы малы бүләк итте. Өсөнсө баҫҡысҡа Белорет уҙаманы Рәүеф Мәғәфүров күтәрелде. Бүләккә эләккән ҡолон уның артабанғы эшендә ырыҫ, ҡот килтерер тип ышанғы килә.
Әйткәндәй, конкурста башҡа төрлө мауыҡтырғыс ярыштар ҙа ойошторолдо. Мәҫәлән, ат туғарып егеү буйынса Мәләүезден Рауил Хаюков иң таһыллыһы тип билдәләнһә, Әбйәлилдән Рәсих Ҡарабандин икенсе булды.
Ҡымыҙ етештереү буйынса былтырғы күрһәткестәргә лә йомғаҡ яһалды. Беренсе урынды алған – Баймаҡ, икенсегә сыҡҡан Әбйәлил, өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелгән Бәләбәй райондары министрлыҡтың дипломдары менән бүләкләнде.
Дәүләкән районы.