Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һауынсы тигән даны бар
Һауынсы тигән даны бар Мәләүез районында машина менән һыйыр һауыу операторҙарының 42-се республика конкурсы булды. Уның тап ошо төбәктә үткәрелеүе осраҡлы түгел ине. Йола буйынса ул бынан алдағы ярышта еңеүсенең районында ойошторола. Былтыр пьедесталдың иң юғары баҫҡысына Мәләүездән Зөлиә Иҫәнъюлова күтәрелгәйне.
Конкурс Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативы-колхозының йәйге лагерында барҙы. Әйткәндәй, был предприятие республикала яҡшы билдәле. Уның рәйесе Салауат Ғәйнуллин үҙ сығышында, ҡәҙимгесә йәшәй­беҙ һәм эшләйбеҙ, тиһә лә, бын­дағы тәжрибә күптәр өсөн өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Заманалар үҙгәрһә лә, салауаттар үҙҙәре булдырған күмәк хужалыҡты тырым-тырағай ботарлап та ташламай, бүлешеп тә алмай. Ә булғанын камиллаштырып, тормош шарттарына яраҡ­лаштырып, әүәлгесә баҫыусылыҡ, малсылыҡ тармағында ең һыҙғанып тир түгә. Шуға ла һөҙөм­тәләре яҡшы, күңелдәре көр.
Республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Динар Кәлимул­лин, ра­йон хакимиәте башлығы Рөстәм Шәм­сетдинов тантанаға йыйылған­дарҙы тәбрикләп, уңыштар теләгәс, 52 райондан килгән 52 оҫта ара­һында сәмле ярыш башланды. Аппаратты һүтеү һәм йыйыу, һы­йыр һауыу һәм теоретик белем буйынса һәр кем үҙенең таһыл­лығын күрһәтте. Тилбер ҡулдары менән һыйырҙың еленен еүеш сепрәк менән һөртөп алған ханымдың хәрәкәтен судья Владик Вәлиев менән ҡыҙыҡһынып күҙә­тәбеҙ. Бөрйән райо­нының Әбдел­мәмбәт ауылынан Ми­ләү­шә Йәһү­ҙина икән. “Урал” крәҫтиән (фермер) хужалығында егерме йыл һауынсы булып эшләй. Бына ул еленде антисептик менән эшкәртте, унан аппаратты эшкә ебәрҙе. Быларҙың барыһын йылдам ғына башҡарған ханымдың сикәһенә һыйыр бысраҡ ҡойроғо менән эләктереп тә алды. Әммә сәбәләнергә ярамай. Һәр минут ҡәҙерле. Һауып бөткәс, йәнә елендә һөт ҡалыу-ҡалмауын тик­шерҙе, сепрәк менән ҡоротоп, май һөрттө. Эшен теүәлләгәс, Миләүшә менән бер аҙ һөйләшеп алдыҡ.
– Ауылда торһаҡ та, кәм-хур булып йәшәмәйбеҙ, – ти ул. – Үҙ эшемде яратып башҡарам. Һа­уынсы хеҙмәте элек-электән маҡ­таулы, данлы һөнәр һанала, шуның менән ғорурланам. Эш хаҡын ай һайын ваҡытында биреп баралар.
– Күпме сыға?
– 18 мең тирәһе.
Миләүшә ханым һөтөн һөҙөп, лабо­раторияға тикшереүгә алып киткәс, судьянан уның һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһынам.
– Һәйбәт, барлыҡ талаптарҙы ла теүәл үтәне, – тине ул.
Дүртөйлө районының Иванай ауылынан Альмир Ғәйнетдинов конкурсҡа килеүселәр араһында берҙән-бер ир кеше ине. Уның һауынсы булып эшлә­үенә бер йыл ғына. Альмирҙың ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡта тәжрибә туплап, районда тәүге урынға сығып, республика ярышына килеүенә ғәжәпләнерлек.
Һауынсы тигән даны бар– Ғүмерем буйы колхозда эшлә­нем, – ти ул. – Механизатор ҙа, мал ҡараусы ла булдым. Күреп, белеп йөрө­гәс, һыйыр һауыу бөтөнләй ят түгел.
– Был шөғөл ҡыйын түгелме? – тигән һорауыма Альмир, ихлас йылмайып:
– Бер эш тә еңел түгел, – тине. – Йы­банып ятҡан кешегә берәү ҙә аҡса килтереп тоттормай. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта ауылдарҙа эш юҡ тип бәлә һалған кешеләр йышайҙы. Үҙҙәренә эш тәҡдим итһәләр, сыҡмайҙар, төрлө һылтауын табалар. Минең өсөн был шөғөл, киреһенсә, уңайлы әле. Иртән дүрттән һәүкәштәр эргәһенә барып, һи­геҙгә өйҙә булам. Унан көнө буйы үҙем­дең хужалыҡтағы эштәрҙе башҡарам.
Конкурс сәмле барҙы. Судьялар аҡ халатлыларҙың һәр хәрәкәтен күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышты. Көсөргәнешле алышта Благовар ра­йонынан Зөлфиә Ғәлимова беренсе урынды яулаһа, икенсе урынды – Баймаҡтан Екатерина Васильева, өсөнсөнө Балтастан Гөлфиә Хәсбиева алды. Еңеүселәргә, шулай уҡ барлыҡ конкурста ҡатнашыусыларға “Өфөгор­молзавод”, “Аллат”, “Велес”, “Ижсинтез-­химпром” йәмғиәттәре әҙерләгән иҫтә­лекле бүләктәр тапшырылды.
Бынан тыш, Хәйбулла районының Ғәбитов крәҫтиән (фермер) хужалы­ғынан Фәнүр Рәхмәтов оҙайлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан ауыл сәнәғәт­селәре комплексы профсоюзының Маҡтау грамотаһына һәм аҡсалата бүләгенә лайыҡ булды.


Автор: Венер ИСХАҠОВ. Район: Мәләүез районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә