Мәләүез районында машина менән һыйыр һауыу операторҙарының 42-се республика конкурсы булды. Уның тап ошо төбәктә үткәрелеүе осраҡлы түгел ине. Йола буйынса ул бынан алдағы ярышта еңеүсенең районында ойошторола. Былтыр пьедесталдың иң юғары баҫҡысына Мәләүездән Зөлиә Иҫәнъюлова күтәрелгәйне.Конкурс Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативы-колхозының йәйге лагерында барҙы. Әйткәндәй, был предприятие республикала яҡшы билдәле. Уның рәйесе Салауат Ғәйнуллин үҙ сығышында, ҡәҙимгесә йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ, тиһә лә, бындағы тәжрибә күптәр өсөн өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Заманалар үҙгәрһә лә, салауаттар үҙҙәре булдырған күмәк хужалыҡты тырым-тырағай ботарлап та ташламай, бүлешеп тә алмай. Ә булғанын камиллаштырып, тормош шарттарына яраҡлаштырып, әүәлгесә баҫыусылыҡ, малсылыҡ тармағында ең һыҙғанып тир түгә. Шуға ла һөҙөмтәләре яҡшы, күңелдәре көр.
Республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Динар Кәлимуллин, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов тантанаға йыйылғандарҙы тәбрикләп, уңыштар теләгәс, 52 райондан килгән 52 оҫта араһында сәмле ярыш башланды. Аппаратты һүтеү һәм йыйыу, һыйыр һауыу һәм теоретик белем буйынса һәр кем үҙенең таһыллығын күрһәтте. Тилбер ҡулдары менән һыйырҙың еленен еүеш сепрәк менән һөртөп алған ханымдың хәрәкәтен судья Владик Вәлиев менән ҡыҙыҡһынып күҙәтәбеҙ. Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан Миләүшә Йәһүҙина икән. “Урал” крәҫтиән (фермер) хужалығында егерме йыл һауынсы булып эшләй. Бына ул еленде антисептик менән эшкәртте, унан аппаратты эшкә ебәрҙе. Быларҙың барыһын йылдам ғына башҡарған ханымдың сикәһенә һыйыр бысраҡ ҡойроғо менән эләктереп тә алды. Әммә сәбәләнергә ярамай. Һәр минут ҡәҙерле. Һауып бөткәс, йәнә елендә һөт ҡалыу-ҡалмауын тикшерҙе, сепрәк менән ҡоротоп, май һөрттө. Эшен теүәлләгәс, Миләүшә менән бер аҙ һөйләшеп алдыҡ.
– Ауылда торһаҡ та, кәм-хур булып йәшәмәйбеҙ, – ти ул. – Үҙ эшемде яратып башҡарам. Һауынсы хеҙмәте элек-электән маҡтаулы, данлы һөнәр һанала, шуның менән ғорурланам. Эш хаҡын ай һайын ваҡытында биреп баралар.
– Күпме сыға?
– 18 мең тирәһе.
Миләүшә ханым һөтөн һөҙөп, лабораторияға тикшереүгә алып киткәс, судьянан уның һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһынам.
– Һәйбәт, барлыҡ талаптарҙы ла теүәл үтәне, – тине ул.
Дүртөйлө районының Иванай ауылынан Альмир Ғәйнетдинов конкурсҡа килеүселәр араһында берҙән-бер ир кеше ине. Уның һауынсы булып эшләүенә бер йыл ғына. Альмирҙың ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡта тәжрибә туплап, районда тәүге урынға сығып, республика ярышына килеүенә ғәжәпләнерлек.
– Ғүмерем буйы колхозда эшләнем, – ти ул. – Механизатор ҙа, мал ҡараусы ла булдым. Күреп, белеп йөрөгәс, һыйыр һауыу бөтөнләй ят түгел.
– Был шөғөл ҡыйын түгелме? – тигән һорауыма Альмир, ихлас йылмайып:
– Бер эш тә еңел түгел, – тине. – Йыбанып ятҡан кешегә берәү ҙә аҡса килтереп тоттормай. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта ауылдарҙа эш юҡ тип бәлә һалған кешеләр йышайҙы. Үҙҙәренә эш тәҡдим итһәләр, сыҡмайҙар, төрлө һылтауын табалар. Минең өсөн был шөғөл, киреһенсә, уңайлы әле. Иртән дүрттән һәүкәштәр эргәһенә барып, һигеҙгә өйҙә булам. Унан көнө буйы үҙемдең хужалыҡтағы эштәрҙе башҡарам.
Конкурс сәмле барҙы. Судьялар аҡ халатлыларҙың һәр хәрәкәтен күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышты. Көсөргәнешле алышта Благовар районынан Зөлфиә Ғәлимова беренсе урынды яулаһа, икенсе урынды – Баймаҡтан Екатерина Васильева, өсөнсөнө Балтастан Гөлфиә Хәсбиева алды. Еңеүселәргә, шулай уҡ барлыҡ конкурста ҡатнашыусыларға “Өфөгормолзавод”, “Аллат”, “Велес”, “Ижсинтез-химпром” йәмғиәттәре әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Бынан тыш, Хәйбулла районының Ғәбитов крәҫтиән (фермер) хужалығынан Фәнүр Рәхмәтов оҙайлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан ауыл сәнәғәтселәре комплексы профсоюзының Маҡтау грамотаһына һәм аҡсалата бүләгенә лайыҡ булды.