Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡөрьәндең янмауын үҙебеҙ күрҙек!
Ҡөрьәндең янмауын үҙебеҙ күрҙек!Төнгө тынлыҡты ярып телефон шылтыраны. Ҡурҡыныс хәбәр еткерҙеләр: күрше ауылда янғын сыҡҡан. Этҡол ауыл Советына ҡараған Аҙнайҙа бер өй яна икән. Шөкөр, беҙҙең яҡта халыҡ кеше ҡайғыһына битараф түгел — шунда уҡ янғын һүндереү машинаһы ҡуҙғалды, ирҙәр ҙә ярҙамға ашыҡты...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағас йорт бик тиҙ янып бөттө, шулай ҙа ут һүндереүселәр күрше ихаталар зыян күрмәһен өсөн бар көсөн һалды. Шуныһы ҡыуаныслы: бәлә килгән өйҙә бер кем дә йәшәмәгән булып сыҡты. Хужалары вафат булғандан һуң ул буш торған.
Бурҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай, тип бик дөрөҫ әйтелгән. Бер-ике сәғәт эсендә бынамын тигән өй көл-күмергә әйләнде. Эстәге йыһаз ғына түгел, хатта диуарҙар, ҡыйыҡ та утҡа ҡаршы тора алманы. Шул саҡ емереклек, торонбаштар, көл араһынан Ҡөрьәндең килеп сығыуы мөғжизәнең дә мөғжизәһе ине.
Янмай ҡалған изге китапҡа янғын һүндереүсе Рафаэль ағай Фәхретдинов юлыға һәм шаҡ ҡата. Тегеп беркетелгән боронғо өс Ҡөрьәндең хатта ҡаты тышлығы ла булмай. Һәм, ни мөғжизә, уның йоҡа ғына беренсе битенә лә ут теймәгән!
Ошоноң кеүек осраҡтар тураһында йыш ишетелә, әммә, үҙ күҙең менән күрмәгәнгә, ышанып та булмай. Йорттоң элекке хужаһы уҡымышлы һәм бик диндар кеше булған, тиҙәр. Изге китап диван аҫтындағы йәшниктә һаҡланған. Ут сыҡҡандан һуң йыһаздың әҫәре лә ҡалмаһа, Аллаһ китабына иһә бер ни ҙә булмаған. Хоҙайҙың ҡөҙрәте был, йәмәғәт, башҡаса бер нисек тә аңлатыу мөмкин түгел.
Әлфиә ӘЙҮПОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бер ирҙең балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республиканың  киң мәғлүмәт саралары иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республиканың киң мәғлүмәт саралары иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

  1. Urman
    Urman от 16.04.2012, 01:30
    Сәләм Әлфиә һеңлем! Ошоларҙы күреп инанғандан һуң, үҙегеҙ Аллаһҡа Иман килтереп Ислам динен ҡабул иттегеҙме һуң?

Комментарий өҫтәргә