Төнгө тынлыҡты ярып телефон шылтыраны. Ҡурҡыныс хәбәр еткерҙеләр: күрше ауылда янғын сыҡҡан. Этҡол ауыл Советына ҡараған Аҙнайҙа бер өй яна икән. Шөкөр, беҙҙең яҡта халыҡ кеше ҡайғыһына битараф түгел — шунда уҡ янғын һүндереү машинаһы ҡуҙғалды, ирҙәр ҙә ярҙамға ашыҡты...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағас йорт бик тиҙ янып бөттө, шулай ҙа ут һүндереүселәр күрше ихаталар зыян күрмәһен өсөн бар көсөн һалды. Шуныһы ҡыуаныслы: бәлә килгән өйҙә бер кем дә йәшәмәгән булып сыҡты. Хужалары вафат булғандан һуң ул буш торған.
Бурҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай, тип бик дөрөҫ әйтелгән. Бер-ике сәғәт эсендә бынамын тигән өй көл-күмергә әйләнде. Эстәге йыһаз ғына түгел, хатта диуарҙар, ҡыйыҡ та утҡа ҡаршы тора алманы. Шул саҡ емереклек, торонбаштар, көл араһынан Ҡөрьәндең килеп сығыуы мөғжизәнең дә мөғжизәһе ине.
Янмай ҡалған изге китапҡа янғын һүндереүсе Рафаэль ағай Фәхретдинов юлыға һәм шаҡ ҡата. Тегеп беркетелгән боронғо өс Ҡөрьәндең хатта ҡаты тышлығы ла булмай. Һәм, ни мөғжизә, уның йоҡа ғына беренсе битенә лә ут теймәгән!
Ошоноң кеүек осраҡтар тураһында йыш ишетелә, әммә, үҙ күҙең менән күрмәгәнгә, ышанып та булмай. Йорттоң элекке хужаһы уҡымышлы һәм бик диндар кеше булған, тиҙәр. Изге китап диван аҫтындағы йәшниктә һаҡланған. Ут сыҡҡандан һуң йыһаздың әҫәре лә ҡалмаһа, Аллаһ китабына иһә бер ни ҙә булмаған. Хоҙайҙың ҡөҙрәте был, йәмәғәт, башҡаса бер нисек тә аңлатыу мөмкин түгел.
Әлфиә ӘЙҮПОВА