Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Төбәктең ҡаҙаныштарында өлөшөгөҙ тос”
 “Төбәктең ҡаҙаныштарында өлөшөгөҙ тос” Республикала, илдә барған ваҡиғаларҙы “эләктереп алып”, ташҡа баҫа барған гәзит редакцияһының тынып торған көнө юҡ. Тарих яҙыла. Уның һәр һүҙе үткер күҙҙәр аша үтә. Зиһен асыҡлығы, ныҡлы иғтибар, грамоталылыҡ, оло яуаплылыҡ тойғоһо...

Ошо бурыстарҙы йылдар дауамында лайыҡлы үтәп килгән уңған хеҙмәт­тәшебеҙҙең – корректор Зөлфиә Сәғитованың – эше ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән билдәләнде.
Ҡыйғы районында ғүмер буйы халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып, намыҫлы хеҙмәт иткән, замандаштары араһында ҙур хөрмәт, абруй ҡаҙанған күркәм ғаиләлә буй еткергән ул. Ата-әсәһенең өлгөһөндә тырыш, яуаплы булып үҫкән Зөлфиә Рәфҡәт ҡыҙының көндәлек тынғыһыҙ эш талап иткән “Башҡорт­остан” гәзитенең уңышлы донъя күреүендәге өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Намыҫлы, ғәҙел, тура һүҙле, грамоталы корректорыбыҙ – хеҙмәт­тәштәре өсөн ҙур үрнәк, кәңәшсе, терәк-таяныс.
– Эш урынымды шул ҡәҙәр яратам, – ти Зөлфиә Рәфҡәт ҡыҙы. – Халҡыбыҙ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан милли баҫмала хеҙмәт итеү – айырыуса ҙур яуаплылыҡ. Эшемә юғары баһа алыу күңелемде тағы ла күтәреп, көс-ҡеүәтемде арттырып ебәрҙе.
Тантаналы сарала Зөлфиә Сәғитова менән бер рәттән 50-гә яҡын хеҙмәт алдынғыһы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчановтан төрлө дәүләт наградаһы ҡабул итте. Араларында кем генә юҡ: фән эшмәкәре, тренер, төҙөүсе, ауыл биләмәһе башлығы, монтажлаусы, иретеп йәбештереүсе, арматурасы...
— Һеҙ – үҫеп килгән быуын өсөн ҙур үрнәк, – тине тәбрикләү сығы­шында Сергей Молчанов. – Тырыш хеҙмәтегеҙ аша һөнәрегеҙҙе юғары кимәлгә күтәрәһегеҙ, уның абруйын арттыра­һығыҙ. Һеҙҙәге фиҙакәрлек, илһөйәр­лек, алға ынтылыусанлыҡ – тормоштоң ныҡлы тотҡаһы.
Сергей Александрович, үтеп барған йылға байҡау ҙа яһап, уңыш-ҡаҙа­ныштарҙы билдәләне, ҡуйылған маҡсаттарға туҡталды.
– Илдәге ҡайһы бер ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Башҡортостан йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамлай, – тине ул. – Республикала иҡтисади үҫеш дауам итте, төп капиталға инвестиция артты. Дөйөм алғанда, ил төбәктәре араһында алдынғылар рәтендә барабыҙ. БРИКС һәм ШОС саммиттары – айырыуса мөһим ваҡиғалар рәтендә. Сараны яҡшы ойошторған өсөн ил Президенты Владимир Путиндан юғары баһа алдыҡ. Бындай ҡаҙанышта республика­быҙҙағы һәр хеҙмәт кешеһенең, шул иҫәптән бөгөнгө бүләкләнеүселәрҙең тос өлөшө бар.



Автор: Д. ТӘЛҒӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә