Республикала, илдә барған ваҡиғаларҙы “эләктереп алып”, ташҡа баҫа барған гәзит редакцияһының тынып торған көнө юҡ. Тарих яҙыла. Уның һәр һүҙе үткер күҙҙәр аша үтә. Зиһен асыҡлығы, ныҡлы иғтибар, грамоталылыҡ, оло яуаплылыҡ тойғоһо... Ошо бурыстарҙы йылдар дауамында лайыҡлы үтәп килгән уңған хеҙмәттәшебеҙҙең – корректор Зөлфиә Сәғитованың – эше ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән билдәләнде.
Ҡыйғы районында ғүмер буйы халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып, намыҫлы хеҙмәт иткән, замандаштары араһында ҙур хөрмәт, абруй ҡаҙанған күркәм ғаиләлә буй еткергән ул. Ата-әсәһенең өлгөһөндә тырыш, яуаплы булып үҫкән Зөлфиә Рәфҡәт ҡыҙының көндәлек тынғыһыҙ эш талап иткән “Башҡортостан” гәзитенең уңышлы донъя күреүендәге өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Намыҫлы, ғәҙел, тура һүҙле, грамоталы корректорыбыҙ – хеҙмәттәштәре өсөн ҙур үрнәк, кәңәшсе, терәк-таяныс.
– Эш урынымды шул ҡәҙәр яратам, – ти Зөлфиә Рәфҡәт ҡыҙы. – Халҡыбыҙ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан милли баҫмала хеҙмәт итеү – айырыуса ҙур яуаплылыҡ. Эшемә юғары баһа алыу күңелемде тағы ла күтәреп, көс-ҡеүәтемде арттырып ебәрҙе.
Тантаналы сарала Зөлфиә Сәғитова менән бер рәттән 50-гә яҡын хеҙмәт алдынғыһы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчановтан төрлө дәүләт наградаһы ҡабул итте. Араларында кем генә юҡ: фән эшмәкәре, тренер, төҙөүсе, ауыл биләмәһе башлығы, монтажлаусы, иретеп йәбештереүсе, арматурасы...
— Һеҙ – үҫеп килгән быуын өсөн ҙур үрнәк, – тине тәбрикләү сығышында Сергей Молчанов. – Тырыш хеҙмәтегеҙ аша һөнәрегеҙҙе юғары кимәлгә күтәрәһегеҙ, уның абруйын арттыраһығыҙ. Һеҙҙәге фиҙакәрлек, илһөйәрлек, алға ынтылыусанлыҡ – тормоштоң ныҡлы тотҡаһы.
Сергей Александрович, үтеп барған йылға байҡау ҙа яһап, уңыш-ҡаҙаныштарҙы билдәләне, ҡуйылған маҡсаттарға туҡталды.
– Илдәге ҡайһы бер ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Башҡортостан йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамлай, – тине ул. – Республикала иҡтисади үҫеш дауам итте, төп капиталға инвестиция артты. Дөйөм алғанда, ил төбәктәре араһында алдынғылар рәтендә барабыҙ. БРИКС һәм ШОС саммиттары – айырыуса мөһим ваҡиғалар рәтендә. Сараны яҡшы ойошторған өсөн ил Президенты Владимир Путиндан юғары баһа алдыҡ. Бындай ҡаҙанышта республикабыҙҙағы һәр хеҙмәт кешеһенең, шул иҫәптән бөгөнгө бүләкләнеүселәрҙең тос өлөшө бар.