Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәхет, шатлыҡ бергә йәшәһен!
Бәхет, шатлыҡ бергә йәшәһен! Йыл аҙағына тиклем республиканың балалар баҡсаларында урын етмәү мәсьәләһе тулыһынса хәл ителәсәк. Был – республика етәкселегенең мәсьәләне яйға һалыу йәһәтенән ныҡышмалы хеҙмәте һөҙөмтәһе.
Мәғлүм булыуынса, мәктәпкәсә учреж­дениеларҙа кескәйҙәргә урын етмәү һуң­ғы йылдарҙа иң ҡырҡыу проблемалар рәтендә торҙо. Шулай ҙа тыуымдың артыуына бәйле мәсьәләне республика етәк­селегенең үҙ контроленә алып, хәл итеүгә ҙур тырышлыҡ һалыуы арҡаһында төбәк халҡы бигүк ауырлыҡ кисермәне. Яңы балалар баҡсалары төҙөү менән бер рәттән иҫкеләре реконструкцияланды, элек баш­ҡа ойошма-предприятиеларға тапшы­рыл­ған биналар мәғариф ҡарамағына кире ҡайтарылды. Учреждениеларҙа заманса шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бүле­не­үе, электрон сират булдырыу, тәрбиәсе­ләрҙең белемен камиллаштырыу һәм башҡа саралар мәктәпкәсә учрежде­ние­ларҙың ҡеүәтен бермә-бер арттырҙы. Хеҙмәт һөҙөмтәһенән ата-әсә лә ҡәнәғәт.
Уңышлы эшмәкәрлектең бер дәлиле булып кисә Өфө районының Чесноковка ауылында “Сәпәкәй” тип аталған ике ҡат­лы заманса балалар баҡсаһы асылды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Халыҡ ҡаҙнаһы” проектына ярашлы төҙөлгән учреждениены асыу тантанаһында республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Владимир Нагорный, Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров, эште лайыҡлы атҡарып сыҡҡан “Альянс” идара итеү компанияһы директоры Вадим Сәйфуллин ҡатнашып, балалар баҡсаһы коллективына, ата-әсәгә, кескәй­ҙәргә күркәм байрам уңайынан иң изге теләктәрен еткерҙе. Сығыштарҙа билдә­ләнеүенсә, халҡының күпселеген йәш ғаиләләр тәшкил иткән Чесноковка ауыл хакимиәте биләмәһендә ошо арауыҡта ғына өс яңы кескәйҙәр учреждениеһы эш башлаған. Араларында дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә төҙөлгәндәр ҙә, шәхси инвестор ярҙамында асылғандар ҙа бар.
“Бәхет, шатлыҡ бергәләп
Беҙҙең менән йәшәһен!”
– тигән юлдар яңғыраны кескәйҙәр ятлаған бер шиғырҙан. Ауылдың иң бейек ерендә мәсеткә һыйынып урынлашҡан балалар баҡсаһы, һис шикһеҙ, яҡты хыялдарҙы тормошҡа ашырыр.





Автор: Д. ТӘЛҒӘТОВА. Район: Өфө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә