Йыл аҙағына тиклем республиканың балалар баҡсаларында урын етмәү мәсьәләһе тулыһынса хәл ителәсәк. Был – республика етәкселегенең мәсьәләне яйға һалыу йәһәтенән ныҡышмалы хеҙмәте һөҙөмтәһе.Мәғлүм булыуынса, мәктәпкәсә учреждениеларҙа кескәйҙәргә урын етмәү һуңғы йылдарҙа иң ҡырҡыу проблемалар рәтендә торҙо. Шулай ҙа тыуымдың артыуына бәйле мәсьәләне республика етәкселегенең үҙ контроленә алып, хәл итеүгә ҙур тырышлыҡ һалыуы арҡаһында төбәк халҡы бигүк ауырлыҡ кисермәне. Яңы балалар баҡсалары төҙөү менән бер рәттән иҫкеләре реконструкцияланды, элек башҡа ойошма-предприятиеларға тапшырылған биналар мәғариф ҡарамағына кире ҡайтарылды. Учреждениеларҙа заманса шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бүленеүе, электрон сират булдырыу, тәрбиәселәрҙең белемен камиллаштырыу һәм башҡа саралар мәктәпкәсә учреждениеларҙың ҡеүәтен бермә-бер арттырҙы. Хеҙмәт һөҙөмтәһенән ата-әсә лә ҡәнәғәт.
Уңышлы эшмәкәрлектең бер дәлиле булып кисә Өфө районының Чесноковка ауылында “Сәпәкәй” тип аталған ике ҡатлы заманса балалар баҡсаһы асылды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Халыҡ ҡаҙнаһы” проектына ярашлы төҙөлгән учреждениены асыу тантанаһында республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Владимир Нагорный, Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров, эште лайыҡлы атҡарып сыҡҡан “Альянс” идара итеү компанияһы директоры Вадим Сәйфуллин ҡатнашып, балалар баҡсаһы коллективына, ата-әсәгә, кескәйҙәргә күркәм байрам уңайынан иң изге теләктәрен еткерҙе. Сығыштарҙа билдәләнеүенсә, халҡының күпселеген йәш ғаиләләр тәшкил иткән Чесноковка ауыл хакимиәте биләмәһендә ошо арауыҡта ғына өс яңы кескәйҙәр учреждениеһы эш башлаған. Араларында дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә төҙөлгәндәр ҙә, шәхси инвестор ярҙамында асылғандар ҙа бар.
“Бәхет, шатлыҡ бергәләп
Беҙҙең менән йәшәһен!”
– тигән юлдар яңғыраны кескәйҙәр ятлаған бер шиғырҙан. Ауылдың иң бейек ерендә мәсеткә һыйынып урынлашҡан балалар баҡсаһы, һис шикһеҙ, яҡты хыялдарҙы тормошҡа ашырыр.