Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әсәлек капиталын — инвалид балаларға
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәренең әсәлек капиталын инвалид балалар ихтыяжында файҙаланыу тураһындағы тәҡдиме Хөкүмәттә хуплау тапты. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Халыҡ фронты эксперты Ирек Зариповтың фекеренсә, ойошма тарафынан бик мөһим башланғысты тормошҡа ашырыу йәһәтенән ҙур эш башҡарылды.

– Инвалид балалар тәрбиәләнгән ғаилә­ләрҙә торлаҡ йәки белем алыу мәсьәләһен хәл итеү түгел, ә баланы дауалау төп бурыс булып тора, — тигән фекерҙә эксперт. — Бөгөн реабилитациялау саралары һәм ҡо­рамалдар бик ҡиммәт, уларға йыш ҡына аҡса етмәй. Әсәлек капиталын ошо йүнәлештә файҙаланыу мөмкинлеге бындай ғаиләләргә ҙур ярҙам буласаҡ.
Капитал балаға фатирҙа уҡ яҡшы шарттар тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк. Торлаҡ тәү сиратта тейешенсә йыһазландырылған реабилитациялау даирәһенә әүерелергә тейеш. Өҫтәүенә ата-әсәләр ҙә ошо эштә туранан-тура ҡатнаша ала. Әсәлек капиталына балалар өсөн һәләтте үҫте­реүсе уйындар ҙа һатып алырға мөм­кин, сөнки улар дәүләт тарафынан бушлай тәьмин ителгән федераль исемлеккә инмәй.
– Быйыл февралдә Дөйөм Рәсәй ха­лыҡ фронтындағы биш эш төркөмөнөң ки­ңәй­телгән ултырышында инвалидтарҙың проб­лемаларын хәл итеү стратегияһы тө­ҙөлдө, — тине Фронттың Мәскәү өлкә­һендәге төбәк штабы рәйестәше Александр Лысенко. — Инвалид балаларҙың физик, психологик, интеллектуаль үҫешен тәьмин итеү маҡ­са­тында әсәлек капиталын файҙаланыу мөм­кин­лектәрен киңәйтеүгә ҡағылған байтаҡ тәҡ­дим ҡабул ителде. Уларҙы Хөкүмәт хуп­ланы.
Халыҡ фронтының төбәк штабында хәбәр итеүҙәренсә, әле инвалид балаларға ярҙам күрһәтеү концепцияһы эшләнә. Ошо мәсьәләгә арналған бер нисә кәңәшмә үткәрелде. Бөтөн башланғыстар ҙа Хөкүмәттә хуплау табыр, тип ышана “фронтовиктар”.



Автор: М. ӘМИНЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә Йәштәр көнөнөң махсус ҡунаҡтары билдәле булды

Өфөлә Йәштәр көнөнөң махсус ҡунаҡтары билдәле булды 19.06.2026 // Йәмғиәт

27 июндә Өфөлә Йәштәр көнө билдәләнә. Байрам «Торатау» конгресс-холы яғындараҡ Ағиҙел яры буйында ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә

Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә 19.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 8

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар

Комментарий өҫтәргә