Әсәлек капиталын — инвалид балаларға15.09.2015
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәренең әсәлек капиталын инвалид балалар ихтыяжында файҙаланыу тураһындағы тәҡдиме Хөкүмәттә хуплау тапты. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Халыҡ фронты эксперты Ирек Зариповтың фекеренсә, ойошма тарафынан бик мөһим башланғысты тормошҡа ашырыу йәһәтенән ҙур эш башҡарылды.
– Инвалид балалар тәрбиәләнгән ғаиләләрҙә торлаҡ йәки белем алыу мәсьәләһен хәл итеү түгел, ә баланы дауалау төп бурыс булып тора, — тигән фекерҙә эксперт. — Бөгөн реабилитациялау саралары һәм ҡорамалдар бик ҡиммәт, уларға йыш ҡына аҡса етмәй. Әсәлек капиталын ошо йүнәлештә файҙаланыу мөмкинлеге бындай ғаиләләргә ҙур ярҙам буласаҡ.
Капитал балаға фатирҙа уҡ яҡшы шарттар тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк. Торлаҡ тәү сиратта тейешенсә йыһазландырылған реабилитациялау даирәһенә әүерелергә тейеш. Өҫтәүенә ата-әсәләр ҙә ошо эштә туранан-тура ҡатнаша ала. Әсәлек капиталына балалар өсөн һәләтте үҫтереүсе уйындар ҙа һатып алырға мөмкин, сөнки улар дәүләт тарафынан бушлай тәьмин ителгән федераль исемлеккә инмәй.
– Быйыл февралдә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтындағы биш эш төркөмөнөң киңәйтелгән ултырышында инвалидтарҙың проблемаларын хәл итеү стратегияһы төҙөлдө, — тине Фронттың Мәскәү өлкәһендәге төбәк штабы рәйестәше Александр Лысенко. — Инвалид балаларҙың физик, психологик, интеллектуаль үҫешен тәьмин итеү маҡсатында әсәлек капиталын файҙаланыу мөмкинлектәрен киңәйтеүгә ҡағылған байтаҡ тәҡдим ҡабул ителде. Уларҙы Хөкүмәт хупланы.
Халыҡ фронтының төбәк штабында хәбәр итеүҙәренсә, әле инвалид балаларға ярҙам күрһәтеү концепцияһы эшләнә. Ошо мәсьәләгә арналған бер нисә кәңәшмә үткәрелде. Бөтөн башланғыстар ҙа Хөкүмәттә хуплау табыр, тип ышана “фронтовиктар”.