Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәбиғәт зыян күрмәһен
Тәбиғәт зыян күрмәһен
Ҡамыштар бәүелә, аҡсарлаҡтар кәйелеп оса, һыу өҫтөн сирылтып, ҡапыл балыҡ ҡарпый... Тимәк, күңелле сәйәхәттәр, усаҡ янында төн үткәреү һәм, билдәле, балыҡ ҡаптырыу ваҡыты етте тигән һүҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртып, һөҙөмтәлә тәбиғәткә ҙур зыян килтергәндәр ҙә юҡ түгел. Ә шөғөлөн ихлас күңелдән яратҡан тәртипле балыҡсы ундайға бер ваҡытта ла юл ҡуймай. Ошолар хаҡында уйлап, "Росрыболовство"ның Урта Волга территориаль идаралығындағы Башҡортостан буйынса биологик һыу ресурстарына дәүләт контроле, уларҙы күҙәтеү һәм һаҡлау бүлегенең өлкән дәүләт инспекторы Евгений ИВАНОВҡа һәм дәүләт инспекторы Ринат НУРЕТДИНОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

— Евгений Викторович, тап ошо осорҙа мәшәҡәтегеҙ артыуын беләбеҙ. Ниндәй эштәр менән мәшғүлһегеҙ?
— Ысынлап та, әле — беҙҙең хеҙмәткәрҙәр өсөн иң тынғыһыҙ мәл. Һыуҙы, ундағы тереклекте һаҡлау йәһәтенән эш бихисап. Белеүегеҙсә, 15 майҙан 15 июнгә тиклем балыҡ тотоу тыйыла. Һәүәҫкәрҙәргә 1 майҙан 10 июнгә ҡәҙәр табышты ярҙа тороп, бер ҡармаҡ менән генә алыу рөхсәт ителгән. Тотҡан балыҡтарҙың үлсәме лә закон талабына ярашлы булырға тейеш.
— Штат мәсьәләһе нисек тора? Хеҙмәткәрҙәр етерлекме?
— Идаралыҡта 11 кеше эшләй. Ошолай аҙ булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, тотош Башҡортостан буйынса эш алып барырға тейешбеҙ. Тағы шуныһы борсой: барлыҡ хеҙмәттәрҙе башҡарып өлгөрөү өсөн техника етешмәй. Ошо йәһәттән дәүләттән ниндәйҙер ярҙам булһын ине, тигән теләктәбеҙ.
— Барлыҡ эште үҙегеҙ генә үтәп сыға алмайһығыҙҙыр, әлбиттә. Кемдәр ярҙам итә?
— Төп терәгебеҙ — хоҡуҡ һағында тороусылар. Йыл да улар менән берлектә план төҙөйбөҙ, эште шуға ярашлы алып барабыҙ. Хоҡуҡ һаҡлау органдары 1 майҙан 10 июнгә тиклем "Ыуылдырыҡ сәсеү" операцияһын уҙғара.
Эшебеҙҙә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ла ҙур ярҙам күрһәтә.
— Ринат Миңислам улы, республикала балыҡтарҙың йәшәү шарттары тураһында һөйләп уҙһағыҙ ине.
— Дөйөм алғанда, был ниндәй һыу эсеүебеҙгә, ятҡылыҡтарыбыҙҙың торошона, тирә-яҡ мөхиткә хәстәрлекле ҡараштың булыу-булмауына бәйле. Балыҡтарға үрсеү мөмкинлеге тыуҙырыу мәсьәләһе айырыуса ҙур предприятиеларға ҡағыла. Сер түгел: улар ҡалдыҡтарҙы йылғаға түгә, яр буйынан ҡом, ҡырсынташ сығара, һөҙөмтәлә тәбиғәткә ҙур зыян килтерә. Быйыл ғына ошо сәбәпле Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, "Авангард" федераль ҡаҙна предприятиеһы яуапҡа тарттырылды. Шулай уҡ Өфө янында рөхсәтһеҙ ҡырсынташ алғандарға штраф һалынды. Барлыҡ предприятиелар түккән һыуҙарының химик составы буйынса отчет бирә.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.


Тәбиғәт зыян күрмәһенБашҡортостан биләмәләрендә балыҡ тотоу ҡағиҙәләрен боҙған кешене күрһәгеҙ, урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итеп, үрҙә әйтелгән дәүләт инспекторҙары менән бәйләнешкә инә алаһығыҙ.

Әсләм Камалов әңгәмәләште.


Фото: Нәсих Хәлисов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Альфия М.
    Альфия М. от 15.05.2014, 13:19
    Очень интересная и нужная информация, особенно для мужчин!
    Спасибо за информацию!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 225

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 964

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 149

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 259

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 081

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 266

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 055

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 341

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 367

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 304

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 311

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 260



© 1917 - 2019 «Башҡортостан» гәзите
Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған.
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.