Ҡамыштар бәүелә, аҡсарлаҡтар кәйелеп оса, һыу өҫтөн сирылтып, ҡапыл балыҡ ҡарпый... Тимәк, күңелле сәйәхәттәр, усаҡ янында төн үткәреү һәм, билдәле, балыҡ ҡаптырыу ваҡыты етте тигән һүҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртып, һөҙөмтәлә тәбиғәткә ҙур зыян килтергәндәр ҙә юҡ түгел. Ә шөғөлөн ихлас күңелдән яратҡан тәртипле балыҡсы ундайға бер ваҡытта ла юл ҡуймай. Ошолар хаҡында уйлап, "Росрыболовство"ның Урта Волга территориаль идаралығындағы Башҡортостан буйынса биологик һыу ресурстарына дәүләт контроле, уларҙы күҙәтеү һәм һаҡлау бүлегенең өлкән дәүләт инспекторы Евгений ИВАНОВҡа һәм дәүләт инспекторы Ринат НУРЕТДИНОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
— Евгений Викторович, тап ошо осорҙа мәшәҡәтегеҙ артыуын беләбеҙ. Ниндәй эштәр менән мәшғүлһегеҙ? — Ысынлап та, әле — беҙҙең хеҙмәткәрҙәр өсөн иң тынғыһыҙ мәл. Һыуҙы, ундағы тереклекте һаҡлау йәһәтенән эш бихисап. Белеүегеҙсә, 15 майҙан 15 июнгә тиклем балыҡ тотоу тыйыла. Һәүәҫкәрҙәргә 1 майҙан 10 июнгә ҡәҙәр табышты ярҙа тороп, бер ҡармаҡ менән генә алыу рөхсәт ителгән. Тотҡан балыҡтарҙың үлсәме лә закон талабына ярашлы булырға тейеш.
— Штат мәсьәләһе нисек тора? Хеҙмәткәрҙәр етерлекме? — Идаралыҡта 11 кеше эшләй. Ошолай аҙ булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, тотош Башҡортостан буйынса эш алып барырға тейешбеҙ. Тағы шуныһы борсой: барлыҡ хеҙмәттәрҙе башҡарып өлгөрөү өсөн техника етешмәй. Ошо йәһәттән дәүләттән ниндәйҙер ярҙам булһын ине, тигән теләктәбеҙ.
— Барлыҡ эште үҙегеҙ генә үтәп сыға алмайһығыҙҙыр, әлбиттә. Кемдәр ярҙам итә?
— Төп терәгебеҙ — хоҡуҡ һағында тороусылар. Йыл да улар менән берлектә план төҙөйбөҙ, эште шуға ярашлы алып барабыҙ. Хоҡуҡ һаҡлау органдары 1 майҙан 10 июнгә тиклем "Ыуылдырыҡ сәсеү" операцияһын уҙғара.
Эшебеҙҙә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ла ҙур ярҙам күрһәтә.
— Ринат Миңислам улы, республикала балыҡтарҙың йәшәү шарттары тураһында һөйләп уҙһағыҙ ине. — Дөйөм алғанда, был ниндәй һыу эсеүебеҙгә, ятҡылыҡтарыбыҙҙың торошона, тирә-яҡ мөхиткә хәстәрлекле ҡараштың булыу-булмауына бәйле. Балыҡтарға үрсеү мөмкинлеге тыуҙырыу мәсьәләһе айырыуса ҙур предприятиеларға ҡағыла. Сер түгел: улар ҡалдыҡтарҙы йылғаға түгә, яр буйынан ҡом, ҡырсынташ сығара, һөҙөмтәлә тәбиғәткә ҙур зыян килтерә. Быйыл ғына ошо сәбәпле Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, "Авангард" федераль ҡаҙна предприятиеһы яуапҡа тарттырылды. Шулай уҡ Өфө янында рөхсәтһеҙ ҡырсынташ алғандарға штраф һалынды. Барлыҡ предприятиелар түккән һыуҙарының химик составы буйынса отчет бирә.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Башҡортостан биләмәләрендә балыҡ тотоу ҡағиҙәләрен боҙған кешене күрһәгеҙ, урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итеп, үрҙә әйтелгән дәүләт инспекторҙары менән бәйләнешкә инә алаһығыҙ.
Әсләм Камалов әңгәмәләште.