Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңелдәрҙә моң уята белә
Күңелдәрҙә моң уята беләХоҙай Тәғәлә донъяға яралған һәр әҙәм балаһына бүләк итеп моң орлоғо өләшә икән. Тик уны һәр ҡайһыбыҙ үҙенсә ҡабул итә, үҙенсә аса. Кемдер миллиондар йөрәген әсир итерлек йырсы булып китә, ҡайһы берәүҙәр иң яҡындары өсөн генә асыла, ә бәғзеләр ауыҙ эсенән генә көйләп йөрөй. Ә шулай ҙа, килешәһегеҙҙер, күңелебеҙҙә һәммәбеҙ ҙә — иң оҫта йырсы. Бына шундай оҫталыҡты күреп, сабыйҙарҙың моңон күңел сиктәренән урғып сығырға әйҙәүсе остаздарҙың береһе Мәрйәм апай Солтанова үҙ һөнәренә бихисап йылдар тоғро ҡала килә.

Балаларға музыка дәрестәре лә бирә, ең һыҙғанып йыр ҙа ижад итә ул. Был һөнәрҙәрҙең үҙенән айырылғыһыҙ икәнен хеҙмәт юлына аяҡ баҫҡан йылдарында, йәғни Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡытҡан сағында уҡ аңлай. Артабан Ишембайҙағы балалар сәнғәт мәктәбендә эшләгәндә лә, был уҡыу йортоноң Маҡар филиалын етәкләгәндә лә булмышына тоғро ҡала. Ә бит Мәрйәм апайҙың тормош юлы башҡаса йүнәлеш алыуы ла ихтимал ине. Әйтәйек, йыр-моңһоҙ йәшәй алмаған ата-әсәһе математика фәнен яратҡан ҡыҙҙарын сәнғәттән ситтә күргән. Әммә бишектән ғашиҡ иткән моң донъяһы үҙенә тартып ала, үҫмер ҡыҙ музыка юлын һайлай. Әйтергә кәрәк: быға тамсы ла үкенмәй.
Уҡытыусы һөнәре еңелдән түгел, ҙур ныҡышмалылыҡ талап итә. Баланы яратыу үҙе генә һөҙөмтәгә килтерә алмай.
— Сәнғәт өлкәһендә яҡшы остаз музыкант та, педагог та, психолог та булырға тейеш, — ти Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы. — Ошо сифаттарҙы берләштерә алһаң, балаларҙы сәнғәт донъяһына алып инеүе ауыр түгел. Әммә был оҫталыҡ йылдар дауамында, ҙур тырышлыҡ менән йыйыла.
Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы уҡыуын тамамлау менән ең һыҙғанып эшкә тотонған. Шуғалырмы, уны хеҙмәт юлының башында уҡ уңыштар һырып ала: еңеү артынан еңеү яулай йәш уҡытыусы. Бөгөн ул үҫтергән таланттарҙы һанай башлаһаң, бармаҡтар ғына етмәй — үҙ ғүмерендә күптәргә ҡанат ҡуйған ул. Әйткәндәй, быйыл педагогтың уҡыта башлауына — 50 йыл. Уҡыусыларының барыһы ла сәнғәт өлкәһен һайламаһа ла, Мәрйәм апай һеңдергән моңдо юлдаш иткән, дөрөҫ һуҡмаҡтан тайпылмай, үҙ шөғөлөн, бәхетен табып, матур донъя көтә.
— Береһе лә йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәне, — ти әңгәмәсем. — Музыканы яратҡан кеше башҡа фәндәргә лә яуаплы ҡарай. Ә был һыҙат тормошта иң кәрәклеһе. Йыр-моңдо юлдаш итһәң, йәшәүе еңелерәк тә, йәмлерәк тә. Балаларҙа шул моңдо уята алыуым менән бәхетлемен.
Күптән түгел Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙының йырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Уның ҡушымта-дискыһына Ишембай сәнғәт мәктәбенең Маҡар филиалында тәрбиәләнеүселәрҙең башҡарған йырҙары ла ингән. Сәнғәтте үҫтереүҙәге ҙур уңыштарын баһалап, республика етәкселеге Мәрйәм Солтанованы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Талант эйәһенә артабан да йырлы ғүмер теләргә ҡала.

Белешмә:
Мәрйәм Солтанова (Рахманова) Ишембай районының Маҡар ауылында тыуып үҫкән. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһын (хәҙер Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы), Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын, Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге педагогия институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын тыуған төйәгендәге Петровский ҡасабаһының мәҙәниәт йортонда башлай. Артабан Мәсәғүт педагогия училищеһында белем бирә, унан 1973 йылда Ишембайҙа төпләнгәс, ҡалалағы сәнғәт мәктәбендә балалар хоры етәксеһе булып эшкә тотона. Шул уҡ ваҡытта райондың Кинйәбулат ауылында башҡорт хорына, Ишембай ҡалаһының Киров исемендәге мәҙәниәт һарайында хорға етәкселек итә. Тиҫтә йылдан ашыу райондың хор һәм музыка йәмғиәте рәйесе була.
1998 йылда Мәрйәм Солтанованың тырышлығы менән тыуған ауылында Ишембай сәнғәт мәктәбенең филиалы асыла. Ул бөгөн дә ошо уҡыу йортонда эшләп йөрөй, үҙе булдырған “Селтербей” йыр ансамбленә етәкселек итә.
Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы — популяр йырҙар авторы ла. Әнисә Таһирова, Фирҙәүес Бәширова, Ғәлиә Кәлимуллина һәм башҡа яҡташтарының әҫәрҙәренә яҙған йырҙарын Флүрә Килдейәрова, Фәдис Ғәниев, Азамат Тимеров кеүек билдәле моң эйәләре башҡара.
Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Мәрйәм Солтанова БАССР-ҙың, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемдәренә, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының, Ишембай ҡалаһы һәм районының маҡтау грамоталарына лайыҡ булған. Быйыл 75 йәшлек юбилейын ҡаршылар алдынан ул Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574