Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ — тормоштоң үгәй балалары
Беҙ — тормоштоң үгәй балаларыУҙып барған йылда түңәрәк бер дата кисерһәм дә, был яҙмалар — хәтирәләр түгел. Була ла алмайҙар, сөнки ниндәй ҙә булһа күләмле дөйөмләштереүгә дәғүә итмәйҙәр. Егерменсе быуаттың икенсе яртыһындағы бихисап ваҡиғалар шаһиты булһам да, йәмғиәттә ҙур урын тотмауым сәбәпле, хәл-ваҡиғаларҙы ситтән күҙәтеүсе генә булдым. Тик был хәлдең дә үҙ өҫтөнлөктәре бар. Ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнашыусы, ғәҙәттә, алдан билдәләнгән була. Әгәр кеше ваҡиғалар барышына йоғонто яһай ала икән, уларҙы баһалағанда рыяһыҙ булып ҡалыу бик ҡыйын.
Кеше ғүмере ҡыҫҡа ғына булһа ла, оҙаҡ уйнаусы пластинка ул. Йылдарҙы, айҙарҙы, көндәрҙе кирегә әйләндереп ҡарағанда, күпме ваҡиғалар, тәьҫораттар, кисерештәр хәтергә төшә! Улар араһында ысын-ысындан әһәмиәтлеһен, ҡәҙерлеһен ялған ялтырауыҡлыһынан айырыу бик ҡыйын, хатта мөмкин дә түгелдер. Әгәр күренештәрҙе һәм заманды иҫеңә төшөрөргә, уларға үҙ баһаңды бирергә баҙнат иткәнһең икән, быны айыҡ аҡыл менән эшләргә тырыш, ҡайнар ваҡиғаларға һыуынырға, ярһыу хистәргә баҫылырға ирек бир. Һәр эш алдынан ситкә бер аҙым яһау яҡшыраҡ. Ситтән һәр ваҡыт киңерәк күренә.
Рәсәйҙә барыһы ла ғәжәп: тарих барышы ла, халыҡ яҙмышы ла, уның донъяға ҡарашы ла, тәртибе лә... Уның боронғо киңлектәре йәш дәүләтте Европаға, Көнсығышҡа йәки Америкаға ҡарағанда меңдәрсә йылдарға һуңыраҡ үҫтергән. Урыҫтар оҙон-оҙаҡ ваҡыт үҙҙәренең дәүләт берләшмәһен ойошторорға ашығып бармаған. Боронғо гректарҙа, римлыларҙа, ацтектарҙа, ғәрәптәрҙә, япондарҙа, англо-сакстарҙа эшләп килгән ҡеүәтле, яҡшы көйләнелгән дәүләт машинаһын төҙөргә ашыҡмаған. Рәсәй үҙендә ҡеүәтле генетик мөмкинлектәрҙе күптән туплаған булһа ла, үҙенең боронғо йәмғиәте аңында йоҡомһорап ултыра биргән.
Был күренеш мине, дилетантты, һәр ваҡыт ҡыҙыҡһындырҙы. Башҡортостан тураһындағы бер баҫмала хөрмәтле яҙыусы башҡорттарҙың архитектура хазиналары ла, боронғо матди һәм рухи мәҙәниәте ҡомартҡылары ла булмауы сәбәпле борсолмаҫҡа саҡырып сыҡҡас, бының сәбәбен бик белгем килгәйне. Сөнки ҡытайҙар ҙа, ғәрәптәр ҙә, грузиндар ҙа, мәҫәлән, ғаләм күҙлегенән ҡарағанда, ҙур булмаған ошо ерҙә аңлы кеше барлыҡҡа килгән ваҡыттан бирле йәшәй бит. Диалектика һәм фән күҙлегенән ошо фетнәсел фекерҙе үткәргән хәлдә лә, ерҙең ҡайһы бер өлкәләрендә цивилизация барлыҡҡа килеүенең, ә башҡа өлкәләрендә аңлы кешеләрҙең ябай йәшәйешен дауам итеүенең сәбәбе нимәлә һуң?
Уҡыусы ошонда, минең матур фәлсәфәмде туҡтатып, “Ә былар барыһы ла һиңә нимәгә кәрәк?” тигән урынлы һорау бирергә хаҡлы.
Ысынлап та, ниңә кәрәк? Һәр кешегә ябай ҡыҙыҡһыныусанлыҡ хас булған өсөндөр, тип уйлайым. Юғарыла һүҙ барған юғары материялар тураһында ғына уйланмайым. Беҙ инде күптән күнеккән иң ғәҙәти күренештәр ҙә, уларҙың тамырына, хасил булыуының фарази тәбиғәтенә тәрәнерәк үтеп инһәк, беҙҙе шаҡтай ғәжәпләндерә ала. Әйтәйек, ни өсөн һәр ағастың япраҡтары төрлө-төрлө, ағасты туҡландырыусы мөхит берәү бит? Ни өсөн ҙур һәм бәләкәй йылғалар яҡ-яҡҡа таралмай, ә билдәле бер йүнәлештә аға? Нисек итеп боронғо мадъярҙар ҙур юғалтыуҙарһыҙ Көнбайыш Себерҙән Дунай үҙәндәренә барып етә алған? Һәм ни өсөн тап унда барған? Мадъярҙар батшаһы Юлиан үҙенең ырыуҙаштарын ҡәтғи билдәле маҡсатҡа йүнәлткән бит. Ни өсөн был маҡсат Дунай, әйтәйек, Европаның төньяғы түгел? Күрәһегеҙме, ни ҡәҙәр бер ҡатлы, ләкин, ышанығыҙ, ҡыҙыҡлы һорауҙар тыуа?!
Бының сәбәбе — минең йүгәнһеҙ ҡыҙыҡһыныусанлығымдыр, моғайын. Ул йәш сағымда ла миңә яҡшы хеҙмәт итте һәм журналист һуҡмағына баҫтырҙы. Шулай уҡ ул күпме бәләләр һәм тулҡынланыуҙар ҙа килтерҙе миңә! Ҡыҙыҡһыныусан кешенең, ғәҙәттә, танауы оҙон була, һәм ул танау йыш ҡына тәбиғәт ҡушҡан ергә түгел, бөтөнләй башҡа урынға тығыла.
Улай тиһәң, үҙендә ҡағыҙ менән ҡәләмгә тартылыу тойған һәр кешегә, беренсе сиратта, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ хас булырға тейештер. Һәр бала, беренсе тапҡыр ҡапҡаны асып урамға сыҡҡас та, “Уңғамы, әллә һулғамы?” тигән һорау менән генә сикләнмәй. Сабыйҙың башында ошо мәлдә уның өсөн бик мөһим башҡа бихисап һорауҙар тыуа: “Урамдың теге яғында нимә?”, “Ни өсөн ҡапыл ҡараңғы төшә һәм йоҡларға ятырға кәрәк?”, “Ни өсөн беҙ барыбыҙ ҙа өҫтәл артында ашайбыҙ, ә минең яратҡан көсөгөмә рөхсәт ителмәй?”.
Кешелек тарихындағы бөтөн асыштар ҙа ҡыҙыҡһыныуҙан тыуған. Журналистикала ла шулай. Ҡулыңа ҡәләм алырҙан элек, һин үҙеңә “Һоҡлана беләһеңме?”, “Иларға һәләтлеһеңме?” кеүек һорауҙар бирергә тейешһең. Журналистикалағы тәүге йылдарымдан беләм һәм күп тапҡырҙар ышандым был хәҡиҡәткә: әгәр һин ниндәйҙер күренештәргә йәки ваҡиғаларға таң ҡалмағанһың икән, әгәр уларға вайымһыҙһың икән, был хаҡта яҙмауың яҡшы. Ниндәй генә оҫта булһаң да, бынан яҡшы әйбер килеп сыҡмаҫ, сөнки унда автор үҙенең йәнен, бөтә булмышын һалмаған.
Быны беҙҙең бөтөн тормошобоҙҙо камиллаштырыу менән аңлатырға тырышып ҡарарға мөмкин булыр ине. Хәҙер теге йәки был дәрәжәлә белемле кешеләр етерлек. Ләкин был улар белемле кешеләр, хатта зыялылар тигән һүҙ түгел. Грамматика ҡағиҙәләренә ярашлы һөйләм төҙөргә өйрәнергә мөмкин. Ә бына ысын журналист өсөн ул ғына етмәй. Һәр һүҙгә, һәр юлға йән өрөргә кәрәк. Шунһыҙ улар башҡаларҙың күңеленә үтеп инә алмай. Исем өсөн яҙыуҙың ни кәрәге бар?
Әммә яҙыусылар һаны арта бара. Һәм үҙҙәрен журналист тип атаусы кешеләр бихисап. Шыр наҙан бәндә беҙҙең берләшмәгә тағыла башлаһа, миндә — ҡарт журналист күңелендә, асыу тыуа. Ул меҫкен үҙенең һай аҡылы менән аңламай әле: ысын журналистика уны барыбер ситкә тибәрәсәк. Ысын матур әҙәбиәт графомандарҙы йәки бешмәҫ яҙыусыларҙы кире ҡаҡҡан кеүек. Беҙгә ялған күҙ йәштәре — Тәңре ысығы тип аталған заманда йәшәргә яҙған. Ике йөҙлөлөк. Эскерһеҙ йөҙ менән оятһыҙ рәүештә алдау. Юлбаҫарлыҡ — батырлыҡ... Беҙҙең башыбыҙҙа берәй нәмә үҙгәрҙеме, әллә бөтә ғаләмдә аҡылдан шаштылармы? Шундай уй торған һайын йышыраҡ килә: бәлки, Ер-әсәлә барған хәл-ваҡиғаларға, ер кешеләренең аҡылына һәм тәртибенә ниндәйҙер күҙгә күренмәҫ көстәр йоғонто яһайҙыр. Ихтимал, уларҙы фән аңлата алмайҙыр.
Хөрәфәттәргә ышанмайым, ахирәттәге ниндәйҙер көстәр, төрлө өрәктәр булыуына ла ышанмайым. Әммә шул уҡ ваҡытта, замандаштарымдың донъяға ҡарашының тиҙ үҙгәреүен, уларҙың психологик халәтен күҙәтеп, күңелемде шикле уйҙар ғазаплай: шулай ҙа ундай көс сығанағы юҡмы икән? Гәзит биттәрендәге ҡотороноу, телевизор экрандарындағы сикһеҙ ғиш-ғишрәт үҙ алдына тыумаған бит. Был күренештәргә лә үҙ аңлатмаһы булырға тейеш. Үҙгәреүсән иҡтисади мөнәсәбәтте, сәйәси ерлекте, тәрбиәләү эшенә мөнәсәбәттә үҙгәрештәрҙе иғтибарға алырға мөмкин. Дингә ҡарашыбыҙ ҙа үҙгәрә, ахыры. Романтика торған һайын аҙая, рәхимһеҙ ысынбарлыҡ арта бара. Дин үҙе лә — христиан дине булһын, ислам булһын — догмаларҙан эҙмә-эҙлекле рәүештә, әкренләп арына бара. Дини ҡараштар донъяуи ҡараштарға яҡыная кеүек. Дин ҡоро фәлсәфәнән тормош ысынбарлығы, сәйәсәт, кешеләр араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәр файҙаһына яраҡлаша.
Һеҙҙең әңгәмәләшегеҙ — иҫкесә тәрбиә алған һәм бер ни тиклем консерватив ҡарашлы кеше. Кескәй генә ауылда, ҙур юлдарҙан һәм шау-шыулы юл саттарынан йыраҡта, заманый кеше булып үҫеү ауыр. Хәҙер мин ни өсөн резина тупты тәү тапҡыр 8–10 йәшемдә күреүемде, ә телевизор менән университетта уҡығанда танышыуымды ейәндәремә аңлата алмайым. Беҙ, ырҙын артындағы шайтан таяғы кеүек, сәнскеле, бер кемгә лә кәрәкмәгән, тирә-яҡтағыларға артыҡ мәшәҡәт тыуҙырыусы булып ҡына үҫтек. Мин бында өлкәндәрҙе һис кенә лә ғәйепләмәйем — һуғыш йылдарындағы һәм һуғыштан һуңғы ауыр тормошта уларҙа йыш ҡына беҙҙең ҡайғы булмағандыр. Хәтеремдә шундай яҡты хәтирә һаҡлана. Бер ваҡыт әсәйем ауылдың икенсе башында урынлашҡан кескәй кибеттән ҡайтты ла һикелә үҙенең төйөнсөгөн сисеп ебәрҙе. Унда төрлө төҫтәге хуш еҫле кәнфит һибелмәһен күрҙем. Шундай татлы ризыҡты оҙон ғүмерем буйы башҡаса татып ҡарарға тура килмәне. Әсәйем үҙенең тылсымлы төйөнсөгөн һандыҡҡа һалып ҡуйған ине. Ә мин, иртән уянғас та, теге әкиәттәгеләй һибелмә унда микән, тип уйлап баш ватам.
Моңло-һағышлы бала саҡтың да үҙенең кескәй генә, ят күҙҙәр һиҙмәҫлек шатлыҡ-ҡыуаныстары була. Дегәнәк араһында берәй тауыҡтың йәшереп һалған йомортҡаһын тапһаң, ул инде һиңә алтын йомортҡа булып күренә. Шундай форсат сыҡһа, һинең ситтән килгән киномеханиктың күңелен күреү мөмкинлегең арта тигән һүҙ.
Әйткәндәй, малай-шалай араһында һәр ваҡыт кино менән бәйле моңһоу һәм шул уҡ ваҡытта мәҙәк ваҡиғалар килеп сыға ине. Ул саҡта киномеханик үҙенең ғәйәт ҙур аппараттары менән ауылдан ауылға йөрөй торғайны. Кино килеү бик күренекле ваҡиға инде, ә механик бер көнгә-кискә иң ихтирамлы кешегә әйләнә торғайны. Беҙ, кеҫәбеҙ тишек бер тинһеҙ малайҙар, аппарат движогы өсөн һыу килтереү хоҡуғын яуларға тырышып, ошо ҡөҙрәтле механизм тирәһендә әйләнә инек. Кем һыу килтерә, шуға киноға бушлай инергә рөхсәт ителә. Тик был механизм да, биҙрә лә берәү, ә беҙ — тиҫтәләгән малай. Экран алдында урын алыу өсөн ниндәй генә хәйләләргә бармай инек! Клубтың сәхнә аҫтына инеп, уттың һүнгәнен һәм ҡараңғы залда күләгәләр бейей башлауын көтөп торабыҙ ҙа, ярым ҡараңғы залға бер-бер артлы инеп, иҙәнгә теҙелешеп ултырабыҙ. Тик тынысланырға иртәрәк: фильмдың бер киҫәге бөткәс, механик утты ҡабыҙып, тиҫтәләрсә “ҡуян”ды күреп ҡала. Беҙҙе ишек артына сығара ла сираттағы кәтүкте ҡуя. Ә шул ваҡыт эсендә беҙ “сираттағы һөжүм” өсөн сәхнә аҫтында йәнә йыйылабыҙ. Хәҙер шул хәлдәрҙе көлкө аша һағыш менән хәтергә төшөрәм. Тик шуны аңламайым: беҙҙе, малай-шалайҙы, ниңә урамға ҡыуып сығарырға кәрәк булды икән? Беҙ бер кемдең дә урынын алмайбыҙ, иҙәндә шым ғына ултырырға, хатта балаларса һоҡланыуыбыҙҙы ла тотҡарларға әҙер инек бит. Фильмды экрандың тиҫкәре яғынан да ҡарарға әҙер инек, хатта унда кешеләр кирегә табан йүгерһә лә.
Мин әҙәбиәткә ғашиҡ кеше, ләкин түбән сифатлы ижад менән шөғөлләнеүҙән йыраҡ торам. Урыҫ классикаһы, Мостай менән Ниғмәти рухында тәрбиәләндем. Сабый сағымдан алып сәстәремә сал йүгергәнгә тиклем тау-тау китап уҡып сыҡтым. Үҙем дә ғәжәпләнәм — уҡыуҙан туйып булмай икән. Хәтеремдә, үҙебеҙҙең ауыл китапханаһындағы бөтә китаптарҙы ла бер нисә йыл эсендә “йотҡайным”. Китапханасыбыҙ Зифа Бәшәр ҡыҙы хатта шикләнеп ҡуя ине: имеш, китаптарҙы асып та ҡарамайынса кире килтермәйемме икән? Һуңынан бөтә китаптарҙы ла һайламайынса уҡыуҙың аҡыллы эш түгеллеген аңлаһам да, уның шикләнеүе минең эсемде бошора ине. Күп уҡылған, ә белем энә осо хәтлем генә тупланған булып сыға түгелме? Хатта белем тип тә булмай — бер ниндәй системаһыҙ төрлө ерҙән сәлдерелгән өҙөк-өҙөк мәғлүмәттәр.
Әммә, китапҡа һөйөү ғүмерлеккә бирелә икән, тип уйлайым. Һәр ваҡыт уҡыйым, һәм карауатым янындағы кескәй генә тәбәнәк шкафта һәр саҡ китап ята. Дөрөҫ, ҡайһы бер осорҙа зауыҡтың үҙгәреп ҡуйыуы ла ихтимал. Мажаралар, фәнни фантастика, детектив, етди сәсмә әҫәрҙәр, мемуарҙар — кеше күңеле ғүмеренең төрлө йылдарында тартыла уларға. Барыһы ла кешенең донъяға ҡарашына, аҡыл дәрәжәһенә, кәйефенә бәйле. Майн Ридтың, Роберт Стивенсондың һәм Фенимор Куперҙың намыҫлы геройҙары күңелемә һәр ваҡыт яҡын булды. Хәйер, Америка һәм инглиз яҙыусыларының китаптарында ла романтика, тоғролоҡ күп, улар ҡайһы ваҡыт самаһыҙ күпертелгән һәм бөтә ваҡиғалар ҙа яҡшы тамамланған кеүек булһа ла. Урыҫ классиктарынан Шолоховты уҡып ләззәтләнәм. Бер кемдең дә, хатта Чехов менән Гоголдең дә — стиль оҫталары һәм урыҫ телен яҡшы белеүселәрҙең дә — шундай тасуирлылығы, мәғәнәлелеге, яңғырауыҡлылығы юҡ. Шолоховты ҡат-ҡат уҡырға мөмкин һәм уҡыған һайын уның ижады менән хозурланаһың. Бондарчуктың “Улар Тыуған ил өсөн көрәште” фильмын хәтерләйһегеҙме? Унда бит бөйөк Шукшин-Лопахиндың уйнауы ғына түгел, уның ҡабатланмаҫ теле лә күңелде йәлеп итә. Бөйөк урыҫ халҡының ысын теле шул була инде!
Үҫеп еткәс, кеше таныштарын, аҙыҡты һәм өҫ кейемдәрен генә түгел, китаптарҙы ла, музыканы ла һайлап алырға өйрәнә, уларҙы аңлай башлай. Ҡайһы бер кешеләр кеүек, насар әҫәрҙәр уҡып, ваҡытты әрәм итке килмәй инде. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, ғүмер үткән һайын белемгә ихтыяж нығыраҡ һиҙелә башлай. Рәсәйҙең, дәүләтселектең, уның дипломатияһының боронғо тарихына көслө тартылыуымды шуның менән аңлатам. Хәйер, үҙеңдә рыяһыҙ фекер тыуҙырыу өсөн, төрлө сығанаҡтарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шул уҡ Бөйөк Петрҙың эшсәнлеген Александр Меньшиковтың, баярҙар Голицындарҙың, Долгорукийҙарҙың, Петр ояһының ҡошсоҡтары Ганнибалдың, Ягужинскийҙың бөйөк эштәре һәм ғәмәлдәре аша баһаларға мөмкин. Эйе, Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флотын ҙур көс һалып тыуҙырғанда, Көнбайыш цивилизацияһына үтеп ингәндә, Бөйөк империяны әүәләгәндә, Петр, йыш ҡына ҡырағай тойғоларына бирелеп, тупаҫ йәбер-золом менән эш иткән. Тик ул Рәсәйгә үҙенең ҡеүәтен яуларға ҡамасаулаған иҫкелек ҡалдыҡтарын ватҡан-емергән, йоҡоға талған Евразия киңлеген типкеләп уятҡан. Бөйөк Петр буласаҡ бөйөк дәүләттең ҡиәфәтен билдәләгән. Ул үҙенең изге хыялын — Рәсәйҙең тәбиғи байлыҡтарын һәм урыҫтарға хас тапҡырлыҡты Көнбайыштың нигеҙле фекерләүенә ҡушыу тураһындағы хыялын тормошҡа ашыра яҙған. Әйткәндәй, Рәсәйгә был юлды киләсәктә лә күп тапҡырҙар ҡабатларға тура килә. Хәйер, хәрәкәт һәр ваҡытта ла тиерлек ике яҡлы булһа ла, шулай ҙа был ағымдарҙың маҡсаттары төрлө булған. Петрҙан башлап, немецтар һәм голландтар вазифа, байлыҡ, иркен-мул тормош артынан ҡыуып, Рәсәйгә өйөрөлөшөп килгәндәр һәм быларҙың барыһын да алғандар. Әммә, Рәсәйҙе бары тик үткенселәр һәм үҙ-үҙен һөйөүселәр генә тултырған, тип раҫлауҙан йыраҡ торам. Улар араһында Франц Лефорт, генералдар Гордон, Барклай де Толли, командор Витус Беринг кеүек кешеләр булған бит... Беҙҙең уларҙы Рәсәй патриоттары тип атарға тулы нигеҙебеҙ бар. Улар аҡса өсөн түгел, ә Рәсәйҙең даны һәм үҙҙәренең намыҫы хаҡына хеҙмәт иткән.
Ә икенсе яҡтан ҡарағанда, дәүләт машинаһында төп вазифаларҙы алып, Рәсәйҙе күп быуаттар буйы сит ил кешеләренең интектереүендә лә Петр батша ғәйепле. Беләм, был раҫлау Европаға тәҙрә асҡан батша образы тураһындағы әҙер ҡалыпҡа күнеккән күптәргә оҡшамаҫ. Рәсәй йәмғиәтен — уның фәнен, дәүләт төҙөлөшөн, хәрби ҡоролошон — немецлаштырыу, ә шунан һуң французлаштырыу уның ауыр ҡулы менән эшләнмәгәнме ни?
Рәсәй халҡының сит ил түрәләре алдында кәмһетеүле хәлдә булыуы арҡаһында уларға күпме әхлаҡи зыян килтерелеүен асыҡ ҡына күҙ алдына ла килтереп булмай. Немецтарҙың, инглиздәрҙең, француздарҙың һауалылығы, урыҫтарға азиаттарға ҡараған кеүек ҡарауы, беренсенән, уларҙың аңында үҙҙәренең барыһынан да өҫтөн булыуы тойғоһо һөҙөмтәһендә тыуған. Икенсенән, Рәсәй халҡының быуаттар буйы кәмһетелеп йәшәүе — уларҙың ихтыярына ҡаршы — икенсе сортлы кешеләр булыу синдромын тәрбиәләгән. Бөйөк Петр тарафынан Рәсәйгә индерелгән эшлекле, белемле европалыларға ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт артабан беҙҙең ватандаштарыбыҙ яғынан ҡолдарса буйһоноуға, ялағайлыҡҡа әйләнгән.
Был ғәҙәт уларҙа әле лә ҡалған, тип уйлайым. Бәлки, Рәсәйҙең донъялағы абруйы төшөүгә бәйле көсәйгәндер ҙә. Берәй йолҡош ҡына сит ил кешеһен күреп тә беҙ әле булһа аптырайбыҙ. Беҙҙә шул килмешәктәрҙең көйөн көйләү, ярамһаҡланыу өсөн борғоланыуҙар миңә һис кенә оҡшамай. Бында беҙҙең ҡунаҡсыллығыбыҙ тураһында һүҙ бармай. Мәҫәлән, кавказдарҙы “ҡунаҡсыл түгел” тип буламы? Шул уҡ грузин, кеше уның тупһаһын атлап ингән икән, һуңғы телемен дә бирә, үҙенең дошманы булһа ла. Сөнки шул мәлдән башлап ҡаҡшамаҫ ҡунаҡсыллыҡ ҡанундарын үтәү уның өсөн намыҫ эше булып һанала. Был осраҡта кавказлы ҡунаҡтың да, үҙенең дә дәрәжәһен һаҡлап ҡала. Сит илдәрҙә миңә хужаларҙың тәртибен күҙәтергә тура килгеләне. Шул уҡ немецтарҙа, американдарҙа, венгрҙарҙа күпме һалҡын ҡанлылыҡ, һауалылыҡ, маһайыусанлыҡ! Улар беҙҙең күҙгә ҡуштанланып ҡарамай. Киреһенсә, беҙ үҙебеҙ уларҙың йөҙөндә тәкәббер көлөмһөрәү, ә ҡайһы ваҡыт ерәнеп ҡарау тоябыҙ. Уларҙың күңелендә бөйөк держава — СССР алдында ҡурҡып ҡалыу юҡ, донъяла күп ҡаҙаныштарға өлгәшкән совет кешеләренә ихтирам елгә осҡан. Бары тик ҡыҙғаныу ғына ҡалған. Ә меҫкендәргә, мәғлүм булыуынса, хурлап ҡарайҙар.
Рәсәйгә һәм уның халҡына түбәнһенеп ҡарауҙы мин күп кенә күренештәрҙә һәм миҫалдарҙа ҡарарға тырышыусанмын. Гәзиттәрҙә американдарҙың беҙҙең ҡасандыр сер итеп һаҡланған оборона объекттарында инспекция үткәреүе тураһындағы хәбәрҙәр һәр ваҡыт эсемде бошорҙо. Элекке СССР Дәүләт именлеге комитеты рәйесе Вадим Бакатиндың беҙҙең тышҡы резидентураның ҙур өлөшөн тапшырыуын хыянат сигенә етеп, Көнбайышҡа ялағайланыу тип ҡарайым. Ул саҡта сит ил эштәре министры булған Эдуард Шеварднадзеның төньяҡ диңгеҙҙәре акваторияһының йөҙҙәрсә мең квадрат километрын Ҡушма Штаттарға тапшырыу тураһындағы йәшерен килешеүгә ҡул ҡуйыуы Рәсәй мәнфәғәттәренә тағы ла ҙурыраҡ хыянат итеү булды. Халыҡтан йәшереп, Рәсәйҙең дәүләт мәнфәғәттәрен ҡыҫыусы ташламалар сит ил эштәре министры Андрей Козырев тарафынан да Көнбайыш файҙаһына күп тапҡырҙар яһалды.
Тик беҙ һөйләшеү темаһынан бер ни тиклем ситләштек, буғай.
Тотош бер дәүер кешелек донъяһының ҙур өлөшөнөң рәсми идеологияһы булған, шаҡтай фәнни һәм эҙмә-эҙлекле булып күренгән коммунистик идея ҙур ҡан ҡойоуҙарһыҙ тиҙ арала емерелде һәм йәнә өрәккә әүерелде. Был юлы серле һәм ҡыҙыҡтырырлыҡ түгел, ә меҫкен һәм ҡурҡытҡыс өрәккә әйләнде. Эйе, хәҙер был өрәк донъя буйлап йөрөй. Һәм йөрөп кенә ҡалмай, ә яраҡлашып, оҡшарға тырышып, атамаларын һәм программаһын үҙгәртеп, иҫән ҡалған һуңғы нығытмаларға йәбешеп йәшәргә тырыша. Ҡасандыр ҡеүәтле булған, тик хәҙер көсһөҙләндерелгән, шуға күрә уның тәнен бер ҡурҡыуһыҙ өҙгөләгән алабайҙар өсөн хәүефле булмаған мөһабәт ил емерелде.
“Большевик” һәм “коммунист” һүҙҙәре ләғнәт уҡыу кеүегерәк күренешкә әйләнгән һәм Лениндан Горбачев менән Ельцинға тиклемге тарихыбыҙ халыҡтың бөйөк фажиғәһе булараҡ баһаланған ваҡытта беҙ һалҡын ҡанлылыҡҡа һәм айыҡ аҡылға бигерәк тә мохтажбыҙ. Октябрь революцияһының тар мәнфәғәттәрҙе яҡлаусы булыуы тураһындағы раҫлауҙарҙың мәғәнәһеҙлеге көн кеүек асыҡ бит. Әгәр, әйтәйек, Ленин һәм уның көрәштәштәре власты ҡулдарына алыу маҡсатында миллионлаған эшселәрҙе, крәҫтиәндәрҙе, һалдаттарҙы, зыялылар һәм хәрбиҙәрҙең ҙур өлөшөн эйәртә алған икән, быны ошо миллиондарҙы башһыҙ ахмаҡтар итеп күрһәтеү булараҡ ҡына ҡарарға мөмкин. Ә халыҡ, хатта томана һәм кәмһетелгән булһа ла, бер төркөм мәғрифәтле юлбашсыларҙан наҙаныраҡ һәм томанараҡ була алмай. Шуға күрә Октябрь революцияһы феноменын, уны миллионлаған урыҫтарҙың, украиндарҙың, грузиндарҙың, башҡорттарҙың, татарҙарҙың, белорустарҙың яҡлап сығыуы, уларҙың революция хаҡына ҙур ҡорбандар килтереүен, әлегә тиклем күп кешеләрҙең аҡылында йәшәп килгән коммунистик идеяны ашыҡ-бошоҡ хис-тойғоларға бирелеп кенә баһалап булмай. Беҙҙең социалистик төҙөлөш тәжрибәһеҙ оппоненттарыбыҙ тарафынан ентекле һәм һәр яҡлап анализланған булһа ла, беҙ үҙебеҙ быны эшләргә ашыҡмайбыҙ.
Район гәзитендәге беренсе мәҡәләмде хәтерләйем. Мин унда тыуған ауылымда клубтың насар эшләүен тәнҡитләп сыҡҡайным. Шул мәҡәләнән һуң мин ауыл урамында танылған кешегә әйләндем. Ҡыйыулығым өсөн маҡтанылар, тик шул уҡ ваҡытта клуб мөдире йөҙөндә үҙемә дошман арттырҙым.
Шунан бирле, әгәр хәтерем яңылышмаһа, алты тиҫтә йылға яҡын ваҡыт үтте. Яҙмыш ҡушыуы буйынса, ҡырҡ алты йыл матбуғатта эшләйем. Минең менән килешерһегеҙ — үҙен журналистикаға бағышлаған кешенән физик һәм әхлаҡи көс көсөргәнешлелеген талап иткән ошо һөнәр өсөн был аҙ түгел. Журналисты власть бер ҡасан да яратмаған. Шулай ҙа беҙҙе, журналистикаға пак күңел һәм саф аҡыл менән генә килергә кәрәк, тип өйрәттеләр.
Оҙон-оҙаҡ йылдар журналистикала эшләү дәүерендә төрлөһөн күрергә тура килде. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, иң мөһиме — тормоштоң нисек һәм ни сәбәпле беҙҙең кәрәкте биреүендә түгел. Һәр дәүерҙә, бөтә хәл-шарттарҙа ла, һүҙ өсөн бөйөк яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған кеше һүҙҙең именлеккә һәм ижади төҙөлөшкә генә йүнәлтелгән булырға тейешлеге хаҡында онотмаҫҡа тейеш. Ысын журналист һәр ваҡыт белә: һүҙ менән кеше күңелен төҙәлмәҫлек итеп йәрәхәтләргә, хатта уны үлтерергә, ышанысын емерергә, шул уҡ ваҡытта кешене күтәрергә, уға йәшәү дәрте бирергә мөмкин. Бушҡа ғына әйтелгән һүҙ иҫтә ҡалмай, хәтерҙә уйылмай, тип уйларға ярамай. Иртәме-һуңмы ул йә изге ниәттәр, йә яуызлыҡ булып кире ҡайта. Башҡортостан журналистарын һатлыҡйәнлек, ике йөҙлөлөк һәм ялғанлыҡ ауырыуы иҫән-имен ситләтеп үткәне өсөн Аллаһҡа рәхмәтлемен. Беҙ хатта ошо ҡәһәр һуҡҡан заманда ла үҙ һөнәребеҙҙең сафлығын һәм игелеклелеген һәм кешеләрҙең ихтирамын һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ һәм һаҡлап ҡала алабыҙ.

* * *
Кеше, оҙон сәфәрендә сыҙар әмәле ҡалмағас, саф һыу һәм мәңгелек хәҡиҡәт туплау өсөн гәлсәр шишмә кеүек аҡыл сығанағына табына. “Намыҫ һәр эштә хәҡиҡәтте һаҡлауҙы, үҙ бурысыңды, вәғәҙәләрҙе ҡәтғи үтәүҙе талап итә. Намыҫ — үҙ тәртибеңдә тураға атлау ул, күҙгә тура ҡарау, ихлас ҡул ҡыҫышыу, эскерһеҙлек ул”. Бөйөк замандашыбыҙ Дмитрий Сергеевич Лихачевтың юғары шиғриәткә тиң ошо һүҙҙәре бер яңылыҡ та асмай кеүек. Әммә улар билдәле хәҡиҡәттең туралығы менән күңелде йәлеп итә. Ябайға ҡатмарлы аңлатма табырға ынтылып, беҙ йыш ҡына ябай әйберҙәр тураһында онотабыҙ. Бәлки, йәшерен генә кешеләрҙең рухи башлығы булырға теләгебеҙ беҙҙе журналистикаға — дөйөм кешелек мәҙәниәтенең иң ҡәҙерһеҙ, күптәр тарафынан иң кәмһетеүле өлкәһенә килтерәлер? Беҙ профессиональ журналистикала үҙебеҙҙең эшебеҙҙе романтиктар булып башлайбыҙ, прагматиктар булып дауам итәбеҙ һәм тарихтың оятһыҙ препараторҙары булып тамамлайбыҙ, ахырыһы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был шулай. Тик һәр ижад шәхси эш бит. Нота дәфтәре менән композитор, киндер туҡыма менән рәссам, аҡ ҡағыҙ менән журналист араһында бер кем дә булмай бит. Ҡулына ҡәләм йәки бумала алған кеше һәр ваҡыт үҙенең икеләнеүҙәре һәм фараздары, әрнеүҙәре һәм шатлыҡ-ҡыуаныстары менән яңғыҙы ҡала. Ул осорҙа яныңда кәңәшселәр булмай, бер кем дә һинең уй-фекереңде берҙән-бер дөрөҫ тармаҡҡа йүнәлтмәй һәм һинең урыныңа туҡымаға кәрәкле төҫтө бер кем дә керетмәй. Һәләтеңә һәм тормош тәжрибәңә нигеҙләнгән эске тойомоң ғына һиңә кәрәкле һүҙҙәрҙе, ноталарҙы, буяуҙарҙы еткерә ала...
Һеҙҙең әңгәмәләшегеҙгә журналистикала оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙған. Беҙҙең эшебеҙ бер ҡасан да еңел булманы. Һәм, журналист һүҙенең ғәйәт популяр һәм көслө булыуына ҡарамаҫтан, бер ҡасан да хакимдар тарафынан мәрхәмәтлелек күрһәтелмәне беҙгә. Юҡ тигәндә власть матбуғатты, телевидение һәм радионы үҙенең конъюнктур мәнфәғәттәрендә файҙаланды, сөнки беҙҙең ысынбарлығыбыҙҙа улар һәр ваҡыт ошо властарҙың финанс һәм хоҡуҡи ярҙамынан файҙаланды. Матбуғат һәр саҡ шаҡтай сетерекле хәлдә торҙо: бер яҡтан, уҡыусыларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау сараһы булараҡ, улар яғынан асыҡтан-асыҡ ярҙам күрһәтелһә, икенсе яҡтан, властар матбуғатты буйһондороп тоторға һәм үҙҙәренең тауышы менән генә йырларға мәжбүр итергә тырышты. Өҫтәүенә административ һәм финанс власть этәргестәрен ҡулдарында тотоусылар менән һүҙҙән башҡа бер нәмә лә бирмәгән кешеләр араһындағы мәжбүри килешеү оҙаҡ, масса-күләм хәбәрҙарлыҡ сараларына алмашҡа Интернет килгәнгә ҡәҙәр һаҡланасаҡ. Аҡыл зәғифлеге сәбәплеме, журналистиканы “боронғо һөнәрҙәрҙең икенсеһе” тип атаусы кешеләрҙе йәлләйем мин. Был раҫлауҙың мәғәнәһеҙлеге шул тиклем асыҡ, хатта киреһен иҫбатлау теләген дә бөтөрә. Журналистарҙы “дүртенсе власть” вәкилдәре тип атап, әшнәлекте белдерепме, иңбашҡа һуғыусылар ҙа уңайһыҙ хәлгә ҡуя. Матбуғат менән бындай шаярыуҙарҙың — журналистарҙың йәмғиәттәге роле, дәүләт ҡарарҙарын ҡабул итеүгә йоғонто яһау мөмкинлеге, уларҙың юридик, милек халәте менән бер ниндәй уртаҡлығы ла юҡ. Бигерәк тә хәҙерге заманда.
Ваҡыт ағышын туҡтатып булмай. Тиҫтәләрсә йыл элек барыбыҙ ҙа башҡа дәүләттә йәшәй инек, унда кешенең хеҙмәте, ғүмере, дәрәжәһе башҡа күрһәткестәрҙән сығып баһалана ине. Барыһы ла шул тиклем тиҙ һәм Рәсәйҙәгесә революцион юл менән үҙгәртелде — хатта халыҡ ике өлөшкә айырылды: беренсеһе буталышҡа, яңылыш ҡына баҙар тип аталған күренешкә уҡшый-уҡшый, яраҡлашырға тырышһа, икенсеһе, иллюзияларға ышанып һәм үҙен хыялый өмөттәр менән йыуатып, әле булһа йырағая барған донъяла ҡалыуын дауам итә.
Үҙҙәрендә бер генә ҡара тап та күрмәйенсә, әлегә тиклем уҙған йылдар ҡараңғылығынан ҡото осҡан кешеләрҙе мин бер ҡасан да ҡыҙғанманым. Уларҙың элек тормош язанан да насарыраҡ ине тигән раҫлауы менән килешкәнбеҙ икән, әлеге яманлаусыларға еңдәрен һыҙғанып тормошто яҡшыртырға тотонорға кәрәк ине. Әгәр элекке тормош яҡшы булған икән, ни өсөн беҙ барыбыҙ ҙа был йылдарҙа уны тарҡатыуҙарын вайымһыҙ ғына күҙәтеп торҙоҡ һуң? Шундай ҡатмарлы бәрелештәрҙә журналистарҙың ҡапма-ҡаршы яҡта ҡалыуы үкенесле. “Ҡыҙылдар” һәм “аҡтар” билдәһе беҙҙә әле һаман бик көслө шул. Туплаусы көс булаһы урынға, хәҙерге журналистика йыш ҡына йәмәғәтселекте ярһытыусы ролендә сығыш яһай. Йәмғиәттең ҙур өлөшөнөң температураһын айыҡ, рыяһыҙ журналистика түгел, ә ел ҡайһы яҡҡа иҫһә, шул яҡҡа ҡарап эш итеүсе, ғауғалы, агрессив журналистика билдәләй. Журналист, гәзиттекеме ул йәки телевидениеныҡымы, уның хеҙмәте яҙыусы, композитор, рәссам хеҙмәтенән ваҡытлы булыуы менән айырылып тора. Улай тиһәң, Василий Песковтың, Отто Лацистың, Павел Вощановтың, Александр Пумпянскийҙың, Людмила Телендың, Леонид Млечиндың һәм башҡа ҡайһы бер танылған журналистарҙың күп кенә эштәре бәғзе бер матур әҙәбиәт алдында юғарыраҡ. Совет һәм Рәсәй журналистикаһы оҫталары Анатолий Аграновскийҙың, Юрий Феофановтың, Инна Руденконың, Ярослав Головановтың ижады социаль-иҡтисади конъюнктураға ла, властың ижтимағи-сәйәси институттарындағы үҙгәрештәргә лә буйһонмай. Яҙыусының билдәле бер тарихи осорҙа барған ваҡиғаларҙы күҙәтеү, уларҙы анализлау, кәрәкмәгәндәрен төшөрөп ҡалдырыу, теге йәки был факттарға ситтән, тиҫтәләрсә йылдарҙан һуң ҡарау мөмкинлеге бар. Журналистың иһә бындай мөмкинлеге юҡ. Үҙенең һөнәрен үҙенсәлеге арҡаһында ул, йыш ҡына дәлилдәрен өҫтә ятҡан факттар менән нигеҙләп, теге йәки был ваҡиғаларҙы тиҙ арала яҡтыртырға тейеш. Әлбиттә, бөртөктө сүптән айырыу, күп төрлө факттарҙан ашығыс шарттарҙа ла берҙән-бер дөрөҫ һығымта яһарға ярҙам иткәнен һайлап алыу өсөн үткер ҡараш, етеҙ, ләкин шаҡтай аналитик аҡылға эйә булырға кәрәк.
Илебеҙ үҙ тарихында сикһеҙ ауыр, ҡатмарлы осор кисергәндә был тағы ла мөһимерәк. Миңә ҡайһы ваҡыт дәүләттә барған ваҡиғаларға тышҡы көстәр эске көстәргә ҡарағанда күберәк йоғонто яһай кеүек тойола. Дәүләттә ысын эшкә ҡарағанда эшләгән булып ҡыланыу күберәк. Рәсәй әле лә үҙенең үткәндәренән арына һәм цивилизациялы илдәр рәтенә баҫа алмай. Һәм был ығы-зығы оҙаҡҡа һуҙылды.
Әгәр хатта бер нәмәгә лә ышанмау һәм төшөнкөлөк йылдарында ла кешеләр ҡулдарына гәзит ала икән, кистәрен телеэкрандан яңылыҡтарға ҡолаҡ һала икән, тимәк, уларҙың журналист һүҙенә ышанысы тамам юғалмаған булып сыға. Әгәр беҙгә был һүҙҙе әйтеү ышанып тапшырылған икән, үҙебеҙҙең яуаплылығыбыҙҙы аңларға тейешбеҙ. Яҙыусыларҙың тыныслығын да боҙғо килмәй. Ләкин кешеләр, ҡаушап ҡалып, үҙҙәренең рухи аталарын ишетә алмай икән, яҙыусыға уның ҡәләме нимәгә кәрәк? Үҙ йортоңда йомшаҡ кәнәфигә ятып аҡыллы һүҙ һөйләү еңел ул, майҙанда, халыҡ алдында аҡыллы булып ҡара. Республика гәзиттәрендәге һәм журналдарындағы хәбәрҙәрҙе борсолоп күҙәтәм. Уларҙа эшлекле мәғлүмәттәр, тәрән, ентекле анализ торған һайын аҙая бара. Гәзит биттәрен реклама, сей сенсация, наҙан материалдар баҫып ала. Арзан популярлыҡ артынан ҡыуып, беҙ уҡыусыларыбыҙҙың донъяға ҡарашы, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм зауыҡтары, урыҫ, башҡорт, татар, сыуаш һәм башҡа халыҡтарҙың милли үҙенсәлектәре тураһында онотабыҙ. Һәр халыҡта изгелек, күңел йомартлығы, сафлыҡ өҫтөнлөк алып тора, тип ышанам. Бер генә халыҡ та йәбер-золомдо, боҙоҡлоҡто ҡабул итмәй. Беҙ иһә, журналистар, һөнәри ғорурлығыбыҙ тураһында онотоп, тормош төбөндә булған әшәке, түбән күренештәрҙе үҙебеҙҙең баҫмаларыбыҙға индереүҙе дауам итәбеҙ.
Иҫке ҡарашлы кеше булып күренеүҙән ҡурҡмайынса, шуны раҫлай алам: иҡтисад гәзиттәрҙең, телевидение һәм радио тапшырыуҙарының, бигерәк тә дәүләт хәбәрҙарлыҡ сараларының әйҙәүсе төп темаһы булырға тейеш. Һәм кешеләр иҡтисадтың ижадсылары булырға тейеш. Әгәр иҡтисадтың иң киҫкен мәсьәләләре менән етди шөғөлләнә башламаһаҡ, иҡтисадта барған үҙгәрештәрҙе күрмәгән булып ҡыланһаҡ, журналистика ситтән күҙәтеүсе роленә дусар ителәсәк. Ә ысын журналист өсөн тарихтан ситтә тороуҙан да хурлыҡлыраҡ халәт булмайҙыр. Улай икән, ни өсөн беҙ иҡтисадтан ситләштек һуң? Эш ҡылыусы кешеләр ҡайҙа? Беҙ ниндәйҙер эстрада йырсыһының һәр аҙымы тураһында күп һәм тәмләп яҙабыҙ, шул уҡ ваҡытта ер һөрөүселәр, кейем тегеүселәр, балаларҙы уҡытыусылар тураһында йылы һүҙ әйтергә онотабыҙ. Руханиҙар һәм уларға йәбешеп йөрөүсе кисәге атеистар йә тегендә, йә бында өҙлөкһөҙ күренеп йөрөүсе һәм үҙ-үҙҙәрен бүләкләүсе телевидение һәм кино йондоҙҙары, бер-бер артлы йүләрлек эшләүсе сәйәсәтселәр торған һайын йышыраҡ беҙҙең хәбәрнамәләребеҙ һәм телетапшырыуҙарыбыҙ геройҙарына әйләнә. Әгәр йәмғиәт тарҡала икән, матбуғат мотлаҡ был үрнәккә эйәрергә тейеш, тигән һүҙ түгел бит.
Хәҙерге донъяла матбуғат йәмғиәт менән ысын-ысындан психологик һуғыш алып бара, һуғыштар араһында бер-береһенең муйынына йәбешергә лә онотмай. Был йәһәттән журналистар даирәһендә үҙ-ара теләктәшлек юғалыуҙың мәғлүмәт яланында тарҡалыу һәм айырым баҫмаларҙы һәм телеканалдарҙы әкренләп дәүләти-мафиоз структураларҙың йотоуы менән янаусы күңелһеҙ һөҙөмтәләргә килтереүе ихтимал. Беҙҙең тормошобоҙ, иҫән ҡалыуыбыҙ, яҙмышыбыҙ — үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа, журналистар сафын нығытыуҙа, уларҙың үҙ һөнәре намыҫын һаҡлауында. Беҙ, журналистар, үҙебеҙҙе сикһеҙ яуаплы эшкә бағышлағанбыҙ икән, тейһә — тейенгә, теймәһә — ботаҡҡа тигән принцип менән эш итергә тейеш түгелбеҙ. Беҙгә һүҙ тигән бик көслө ҡорал ышанып тапшырылды, һәм беҙ уның өсөн яуаплылыҡ тойорға бурыслыбыҙ.
Стилемдең бер ни тиклем иркен булыуы өсөн уҡыусынан ғәфү үтенәм. Бер уҡытыусым, журналист һалҡын ҡанлы, бик баҫалҡы, сабыр холоҡло булырға тейеш түгел, ти ине. Күргәндәрен һәм ишеткәндәрен теркәү менән генә сикләнеп, үҙҙәре шаһит булған күренештәрҙе йөрәк аша үткәреп тормайынса яҙыусы журналистарҙы күп беләм. Гәзит биттәрендә командировкалар тураһындағы отчеттарға оҡшаш мәҡәләләр күренеүе кәйефте ҡыра. Уларҙа журналистың позицияһы, баһа белдерелмәй, уның хис-тойғолары тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Быларҙан башҡа һәр гәзит йәки журнал жанры — һүҙҙәр һәм һөйләмдәр йыйылмаһы ғына бит ул.
Күпселек ижади кешеләр шашыныуы, ысынбарлыҡтан ниндәйҙер ситләшеүе менән айырылып тора. Улар, тирә-яҡта бер нәмәне лә һиҙмәйенсә, баштары менән эшкә сума ала. Миңә иҫ киткес яҡшы кеше, журналист Мофаззал Латипов менән бер нисә йыл бергә эшләү бәхете тейҙе. Һуғышта ҡатнашҡан, офицер, сәйәси эшмәкәр, ул беҙҙең өсөн — йәш гәзитселәр өсөн — ҙур абруй ине. Бик әҙәпле, белемле, журналист эшенә бирелгән Мофаззал Латипов үҙ ваҡытында замандаштары тарафынан лайыҡлы баһаланманы булһа кәрәк. Ул үҙенең талантын, һәләтен тулыһынса ҡуллана алманы. Йылдар үтеү ме
Марсель Ҡотлоғәлләмов




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573