Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Моң даръяһына һут өҫтәүселәр
Моң даръяһына һут өҫтәүселәрМәләүез ерендә һәүәҫкәр композиторҙар конкурсы үтте
Ике көн буйы барҙы был сәнғәт бәйгеһе, ике көн ҡала мәҙәниәт һарайы яңы көйҙәр солғанышында булды. Йыр ижад итеүселәр уны үҙҙәренең коллегаларына — ошо төбәктә йәшәп эшләгән, яңыраҡ мәрхүм булып ҡалған һәләтле композитор Фаил Абдраҡов иҫтәлегенә бағышланы.
Сарала Өфө, Сибай, Межгорье, Яңауыл, Мәләүез ҡалаларынан, Нуриман, Дәүләкән, Ҡариҙел, Саҡмағош, Әбйәлил, Ғафури, Краснокама, Ейәнсура, Миәкә, Илеш, Көйөргәҙе һәм башҡа райондарҙан утыҙҙан ашыу конкурсант ҡатнашты. Һәр береһе иң һәйбәт дүрт әҫәрен тәҡдим итте — йырҙарҙы йә үҙҙәре, йә йырсылар башҡарҙы.
Мәләүез районындағылар сәхнәгә беренсе булып сыҡты, үҙ ижады менән таныштырыуҙы республикабыҙҙың йыр-моң һөйөүселәре араһында ҙур популярлыҡ яулаған “Гәлсәр бокалдар”, “Һандуғаслы иртәлә”, “Кеше бәхетенә көнләшмәгеҙ”, “Берҙәмлектә — беҙҙең көсөбөҙ” һәм башҡа бихисап йырҙар авторы, һәүәҫкәр композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Муса Смаков башлап ебәрҙе. Унан һуң ижадта тәүге, әммә ышаныслы аҙымдар яһаған, тыуған Моң даръяһына һут өҫтәүселәрергә, изге мөхәббәткә, бәхетле тормошҡа, дуҫлыҡҡа дан йырлаған йыр авторҙары Флүрә Үҙәнбаева, Фәнил Яманаев, Рәзилә Ҡотлогилдина, Эльмира Мезинова, Мөнир Әхтәмов, Сания Бикҡолова үҙ әҫәрҙәрен йырлап ишеттерҙе.
Башҡа төбәктәрҙән килгән бәйгеселәр ҙә һынатырлыҡ түгел ине. Мәҫәлән, Өфөнән Фәниә Дауытова, Заһир Шәһәрғазин, Резида Мөхәмәтйәнова, Сибай ҡалаһынан Гүзәл Баянованың сығышы бәйгене баһалаусыларҙың да, залдағы халыҡтың да күңеленә хуш килде. Рим Ғайсин (Межгорье), Миләүшә Имашева (Нуриман), Ильяс Аллаяров (Дәүләкән), Фәнәзәл Ҡотдосов (Ҡариҙел), Нәжиә Гәрәева (Яңауыл), Илдар Хәмиҙуллин (Саҡмағош) конкурс дипломанты исеменә лайыҡ булды.
Бәйгене йыр ижады сәнғәтендә дан ҡаҙанған композиторҙарҙан, белгестәрҙән торған жюри баһаланы. Уның рәйесе, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Сәләм исемендәге, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Салауат Низаметдинов, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының башҡорт музыкаһы факультеты деканы, профессор Айрат Ҡобағошов, ошо уҡ академия доценты Салауат Сәлмәнов, өмөтлө композитор, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Юлай Үҙәнбаев, Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе Фәнисә Аҡсурина конкурсанттарҙың һәләтен, ынтылышын ғына асыҡлап ҡалманы, ә ошондай бәйгеләрҙең талантлы йәштәрҙең үҫешенә, яңы исемдәр асыуға булышлыҡ итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Моң даръяһына һут өҫтәүселәрТағы шуны әйтке килә: йырҙың яҙмышы, халыҡ күңеленә инеп таралыуы тик йырҙың үҙенән генә тормай — уны башҡарыу, еренә еткереп йырлау мөһим. Композиторҙар конкурсында ҡатнашҡан танылған сәхнә йондоҙҙары, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Нәзифә Ҡадирова, Вахит Хызыровтың һәүәҫкәр композиторҙың йырҙарын репертуарына алыуы — быға асыҡ миҫал.
Шуны ла билдәләйек: республика кимәлендәге был конкурсты һәүәҫкәр композитор, бик күп йырҙар ижад иткән Фаил Абдраҡовҡа бағышлап үткәреү ҙә юҡҡа түгелдер, моғайын. Федоровка районындағы Юрматы ауылында тыуһа ла, Фаил Сәлих улы ижад бейеклегенә ошонда, Мәләүез ерендә, күтәрелгән. Уның бик күп йырҙары тәрән хис-тойғо менән һуғарылған, хеҙмәткә, һөйөүгә, дуҫлыҡҡа дан йырлай. Тыңлаусыны ул йә һағышҡа һала, йә ҡанатландырып, дәртләндереп, күккә сөйә, бейеклеккә күтәрә.
Бәйгенең ниндәйе генә булмаһын, ул һәр ваҡыт үҙенең еңеүселәрен асыҡлай, баһаһын бирә. Был юлы ла танылған композиторҙар, йыр сәнғәте белгестәре ғәҙеллек күрһәтеп, үҙ һүҙен, фекерен әйтте.
Гран-при Өфөнән Фәниә Дауытоваға тапшырылды. Мәләүездән Флүрә Үҙәнбаева, Сибайҙан Гүзәл Баянова I дәрәжә диплом яуланы. Икенсе урынды Мәләүездән Фәнил Яманаев менән баш ҡаланан Резеда Мөхәмәтйәнова уртаҡлашты. Өсөнсө урынды ла мәләүездекеләр һәм өфөнөкөләр — Муса Смаков менән Заһир Шәһәрғазин алды.
Лена АБДРАХМАНОВА.
Мәләүез ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574