Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бында йөрәклеләр эшләй
Бында йөрәклеләр эшләй“Ҡул ҡаушырып ултырырға хаҡым юҡ”, — ти Гөлшат

Бала ҡыуанысынан да олораҡ бәхет бармы донъя йөҙөндә? Бала көйөнөсөнән дә әсерәге, үҙәккә үткәне, әрнеткәне лә юҡтыр ғүмер юлында... Әсәнең бар хәстәре һәм хистәре, мөхәббәте һәм хеҙмәте йөрәк ярып яралған сабыйына йүнәлтелеүе — үҙе бер һоҡланғыс, баһалап бөткөһөҙ күренеш. Һеҙҙе таныштырасаҡ бөгөнгө геройыбыҙ тап ошондай тынғыһыҙ йөрәкле, йомарт күңелле, изгелекле әсәләр араһында бер тере һыу тамсыһылай.

Гөлшат — бәхетле ҡатын. Бына тигән хәстәрлекле ире, алмалай улы һәм ҡыҙы, яратҡан эше, етеш донъяһы бар. Көтөп алған өсөнсө сабыйҙары донъяға килгәс, әсәнең ҡорған пландары, уй-хыялдары, йәшәү ҡанундары башҡа ҡиммәттәр менән алмашына. Төпсөктәре Айгөлдөң сире ғаилә ағзаларының тормошҡа ҡарашын тамырынан үҙгәртергә мәжбүр итә. Тиҫтерҙәре кеүек йүгереп йөрөй алмаған бала менән көн дә шөғөлләнеү, тәрбиәләү өсөн әсә яратҡан эшен ташлай. Табиптар сабыйға диагноз ҡуя, дауалау буйынса тәҡдимдәрен әйтә һәм шуның менән вәссәләм — ҡайғы-хәсрәтеңә, тынғыһыҙ уйҙарыңа сумып, балаңды ҡосағыңа ҡыҫып, бер яңғыҙың утрауҙағы кеүек моңһоу солғанышта ҡалаһың.
Ауырлыҡтан һынмау, сабырлыҡ туплау өсөн дә көс кәрәк. Гөлшат мәсеткә йөрөп, күңелен дауалай, йәненә аҙ ғына булһа ла тыныслыҡ табыу, үҙен ҡулға алыу өсөн эҙләнә, кәңәшләшә. Ҡыҙын дауаларға алып барыу өсөн машина йөрөтөргә өйрәнгәс, ире уға “Тойота”һын биреп ҡуя.
Бөгөн Айгөлдөң ғәҙәти мәктәптә тиҫтерҙәре менән белем алыуы, үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнашыуы, шашка буйынса ярыштарҙа еңеү яулауы, Санкт-Петербургтағы йәш таланттар фестивалендә матур сығыш яһауы — әсәнең һөйөүе һәм хеҙмәтенә, атайҙың ныҡлығына һәм тоғролоғона оло баһа. Ә балалары Иршат, Гөлдәр һәм кескәй Айгөлдөң йәш таланттар бәйгеһендә “Айгөлдөң хыялдары” (Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашева ҡуйҙы) тип аталған яңы бейеүе күңел ҡылдарын сиртерлек, нескә тойғоло аҫыл заттың ғына түгел, таш-ҡаялай көслө ир-аттың да күҙ йәштәрен сығартырлыҡ хисле булыуы менән иҫтә ҡала.
Гөлшат Әхәт ҡыҙы бына бер нисә йыл инде “Әсә йөрәге” ойошмаһының совет рәйесе вазифаһын башҡара. Бер тин дә түләнмәгән, баһаланмаған йәмәғәт эшен бар булмышын, наҙын, тырышлығын һалып йөкмәгән ҡатынға бөгөн күптәр рәхмәтле. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар үҙен һау-сәләмәт, бәхетле тойһон, йәмғиәткә ылыҡһын өсөн уларҙы тәрбиәләүселәргә психологик, юридик ярҙам күрһәтелә. Ойошманың Киров районындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендә урынлашыуы ла уңайлы.
— Әгәр ҙә ошо үҙәк булмаһа, “Әсә йөрәге” лә йәшәй алмаҫ ине. Уның эшһөйәр директоры Рауил Миңлебаевтың булдыҡлылығы, инвалидтарҙың хәлен яҡшы аңлауы һәм һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булыуы арҡаһында ойошмабыҙ гөрләп тора, — ти Гөлшат Ибраһимова. — Хоҡуҡтарҙан файҙаланырға өйрәтәбеҙ. Йәмғиәткә ылығыу инвалидтарға ауырыраҡ бирелә, ә бына беҙ үткәргән фестивалдәр, “Таланттар йондоҙлоғо” конкурстары — шуның бик яҡшы алымы. “Нур” татар, Башҡорт дәүләт драма һәм Йәштәр театрҙары, Актер йорто етәкселәренә сараларҙы ойоштороуға биналарын бушлай тәҡдим итеүҙәре өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Яңыраҡ үткән ижади конкурста 300-гә яҡын бала ҡатнашты, йыраҡ райондарҙан да ҙур әҙерлек, матур костюмдар, еңеү дәрте менән килделәр. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға сәхнәгә сығыу — үҙе бер батырлыҡ, ҡыйыулыҡ өлгөһө. Улар үҙҙәрендәге ҡурҡыу, тартыныу, оялыу тойғоларын ижадташ дуҫтары, ата-әсәһе менән бергәләп еңергә өйрәнә.
Түшәктә ятып көн күргән, әммә көслө ихтыярлы, талантлы сабыйҙар хаҡында ла онотмайбыҙ. Яңыраҡ уларҙың йыр-моңға һәләтен скайп аша ҡарап, тетрәнеү тойғоларын кисерҙек.
Беҙ төрлө сараларҙан атайҙарҙы ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. “Лукоморье” аквапаркында “Атайҙарҙың ҡулынан бөтәһе лә килә” тип аталған ашнаҡсылар бәйгеһе ойоштороп, балаларҙың күңелен астыҡ, ғаилә менән ял иттек. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Тамыр” студияһы журналистары ошо күңелле, йөкмәткеле тамашаларыбыҙҙы гел күҙәтеп, халыҡҡа күрһәтеп тора. Ысын күңелдән оло рәхмәт уларға!
Күп балалы һәм инвалид сабый тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай ер биреү тураһындағы закондың эшләп китеүендә беҙҙең ойошманың да өлөшө бар. Кемдәрҙер Өфөнөң Нуғай биҫтәһенән ер биләмәһе алып ҡыуанды, ҡайһы берәүҙәргә Йылҡыбай ауылы эргәһенән бушлай участка бирелде. Шулай ҙа, бер мискә балды бер ҡалаҡ дегет боҙған кеүек, күңелде төшөргән дәлилһеҙ тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетергә тура килеүен йәшермәйем. Кемгәлер бушлай бирелгән ерҙең тигеҙһеҙ йәки ағаслы булыуы, эргәлә юлдың, магазиндың юҡлығы оҡшамай. Кәйефте төшөргән һүҙҙәрҙе тиҙ оноторға, үпкәләмәҫкә тырышам, сөнки аралашыуҙан йөҙҙәре балҡыған балаларҙы күреү шатлығы барыһынан да ҡиммәтерәк, өҫтөнөрәк һәм ҡәҙерлерәк урында тип иҫәпләйем. Мин дә ҡул ҡаушырып кемдәндер ярҙам көтөп ултырһам, ул эштәрҙе кем башҡарыр, тим дә йәнә “Әсә йөрәге”нә ашҡынам...
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 778

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574