Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Хикәйә
Рәхәтләнеп көлөп ебәрҙеләр. Хужа аяғүрә баҫты. Уның хөрмәтенә рюмкаларға затлы шарап тултырылды, тик ҡотлау береһе икенсеһен уҙҙырырға тырышып күркәләй ҡабарған, үҙҙәренең юҡҡа ғына саҡырылмауын белгән төп ҡунаҡтарға йүнәлтелгәйне.
— Ҡәҙерле ҡунаҡтар! — тине хужа, күркәсле эйәген абруйлы һелкетеп. Башҡалар тынып ҡалғас дауам итте. — Бик тә тарихи мәлдә йәшәйбеҙ, иҫкеһен ослап егерме беренсе быуатҡа аяҡ баҫабыҙ. Ниндәй булыр һуң килер быуат? Билдәһеҙ, ләкин шуға иманым камил — ул көслө кешеләрҙең ҡулында буласаҡ, байлыҡтарын ишәйтә белеүсе, тырыш, эшҡыуар кешеләр ҡулында. — Галина Петровна яғына ҡайҡайҙы. — Беҙ мәктәптә Чернышевскийҙың “Нимә эшләргә?” тигән әҫәрен уҡыныҡ һәм, әйтер инем, дөрөҫ һығымта яһағанбыҙ шикелле, беҙгә Вера Павловна ише төштәр күреп һаташып ятырға түгел, эшләргә кәрәк. Ә унда яҙылған ғәҙеллеккә килгәндә, Чернышевский менән килешә алмайым. Минеңсә, кемдең ҡулында власть — шул ғәҙел кеше. Шуның өсөн, ағай-эне, беҙгә берләшеү фарыз: закондар ҙа ҡөҙрәтлеләр файҙаһына сыҡһын, кәрәк мәлдә милицияһы ла яҡлаһын. — Күбәләй йәйелгән Виктор Степанович яғына ҡарап хәйләкәр күҙ ҡыҫты. Уныһы сәнскеһен ҡыҙыл балыҡтың арҡаһына бөтөргәнсе ҡаҙап алып, алдындағы тәрилкәгә һалды ла ауыҙын ҙур асып шапылдап ашарға керешеп китте. Ҡатыны һиҙҙермәй генә иренең ҡабырғаһына төрттө. Милиция начальнигы битарафыраҡ ҡиәфәттә булһа ла тыңларға мәжбүр булды. — Шулай итеп, был тосты һеҙҙең хөрмәткә тәҡдим итәм, хөрмәтле уҙамандар!
— Некрасовтың “Кемгә Рустә йәшәүе һәйбәтерәк?” поэмаһындағы атаҡлы шағирҙың һорауына шулайыраҡ яуап бирер инем, Рәсәйҙә йәшәүе беҙгә һәйбәтерәк, бына шул! — Һалым идараһында эшләгән һонтор кәүҙәле Волков сыйылдап ҡысҡырып ебәрҙе, үҙенеке тип яңылыш күршеһенең ярым эселгән рюмкаһын ауыҙына түңкәрҙе.
Мәжлес ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Башта аҡыллыраҡ яңғыраған һүҙҙәр тоҙһоҙланды, маҡтау, маҡталыу, маҡтаныу, саманы белмәҫ, лөғәткә һыймаҫ шапырыныу китте. Өҫтәл мөйөшөнән урын алған Галина Петровна бөтөнләй ишек яғына ҡарай ҡыҫырыҡланды, уның барлығын да иғтибарға алманылар.
Инде нимәһе менән маҡтанырға белмәгән хужа өҫтәлгә йоҙроҡлап һуҡты:
— Зоечка, ҡыҙым, сыҡ, пианинола уйнап ишеттер. Хәйерселәр өйөндә булмаған музыка ҡоралы бар миндә! Белегеҙ, штамповка түгел был, әллә күпме аҡса түгеп Мәскәүҙән ҡайтарылған, вот!
Әсәһе көсләп тиерлек ҡыҙын алып сыҡты. Уныһы һаман ҡарышты:
— Әсәй, кәрәкмәй, кәйефем юҡ...
Ҡунаҡтар ныҡыша башланы:
— Йә инде, ҡыуандыр беҙҙе.
— Оҫта пианист икәнеңде ишетеп беләбеҙ!
— Һорайбыҙ!
Зоя яҡлау өмөт итеп Галина Петровнаға ҡараны.
— Уйна, һорайҙар бит.
Ҡыҙ ҡысҡырып әйтте:
— Мин уҡытыусымды яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым һәм уның хөрмәтенә уйнайым!
Махсус музыка мәктәбендә уҡыған Зоя Корягина ысынлап та оҫта уйнай ине. Тилбер бармаҡтары клавишалар өҫтөндә ышаныслы, етеҙ йүгерҙе, ҡатмарлы классик партияны ла ауырлыҡһыҙ, еренә еткереп башҡарҙы.
Гөрләтеп ҡул саптылар. Маһайған, күркәләй ҡабарған Корягин сығырынан-сыҡты, шәшке бүреген килтереп, төбөнә йөҙ һумлыҡ ҡағыҙ аҡса ташланы:
— Был минән һеҙгә бүләк, Галина Петровна!
Волков бүректе рәт буйлап йөрөтә башланы. Ҡатындарҙың ҡомһоҙ, һаран ҡараштары ирҙәрен өтһә лә, тегеләре хужанан ҡалышырға теләмәне, һуҡмыш йомартлыҡ менән ҡағыҙ аҡса ырғытыуҙарында булды.
— Волков әфәнде, һин үҙең һалырға оноттоң түгелме? Тағы ла иҫкәрмә — был аҡсалар ниндәй ҙә булһа һалымдан азат, шуны маңлайыңа киртеп ҡуй.
Һалым начальнигына ҡушылып көлгән булып буйһоноуҙан башҡа сара ҡалманы.
Бүрек өҫтәлде урап сығыуға, унда байтаҡ ҡына аҡса йыйылғайны. Галина Петровна баҫты, былай ҙа бөхтә күлдәгенең итәген тартыштырҙы, тамағын ҡырҙы:
— Әфәнделәр... Бынан ике мең йыл самаһы элек бер дәүләт башлығы былайыраҡ итеп һалдырған, имеш: “Заманалар боларҙы, ерҙән ҡот китте, дәүләткә идара итерлек аҡыллы кешеләр ҙә ҡалмай бара. Тағы ла ике йөҙ йылдан һуң нимә булыры билдәһеҙ...” Аллаға шөкөр, өсөнсө мең йыллыҡҡа аяҡ баҫтыҡ, күрәбеҙ, теге дәүләт башлығы хаталанған, ерҙә аҡыллы кешеләр бөтмәгән әлегә. Донъяны ла матурлыҡ, ғәҙеллек, миһырбанлыҡ тотоп тора, минеңсә, тотоп ҡына ҡалмай, әйләндерә лә. Әгәр хәтерләһәгеҙ, язалауҙарға, мыҫҡыллауҙарға дусар ителгән, ҡарт, ауырыу, мөсһөҙ Галилей иң һуңғы мәлдә тубыҡланған еренән ҡалҡып инаныуҙарынан ваз кисәһе урынға: “Ер барыбер әйләнә...” — тип ҡысҡырған. Ер барыбер әйләнә, әфәнделәр... Ә бөгөнгө хәтәр осорға килгәндә, үтер, донъя — ҡуласа... Мин бер ваҡытта ла иҫкелеккә сат йәбешеп ятҡаным булманы, ләкин һәр үҙгәреште алҡышлап ҡаршыларға йыйынмайым. Ниндәй ҙә булһа яңылыҡтың, башланғыстың нигеҙендә демократик принциптар ятырға тейеш, шунда ғына ул йәмғиәткә файҙа килтерәсәк. Эзоп теле менән кинәйәләп әйттем, аңларға тырышығыҙ.
Бай табынығыҙҙа һыйландым, татлы ризыҡтарығыҙҙан ауыҙ иттем. Рәхмәт. Ләкин бүләккә йыйған аҡсағыҙҙы ала алмайым, ғәфү итегеҙ, һәм мине дөрөҫ аңлағыҙ. — Аптыраулы ҡараштарҙы тойоп тауышын көсәйтте. — Әгәр ысынлап та миңә бүләк эшләгегеҙ килһә, үтенестәрем бар ине. Беренсеһе, Виктор Степанович, һеҙгә. Онотмаһағыҙ, минең теләһә ниндәй йомошомдо ла үтәргә вәғәҙә биргәйнегеҙ. Ошо юлы ғына риза итегеҙ ҙә башҡаса борсомам. — Милиция начальнигы башын баҫты. — Урынһыҙыраҡ булһа ла шуны һорайым, ун биш тәүлеккә ябылған Павел Левашовты сығарығыҙ иреккә, ышанығыҙ, уның тамсы ла ғәйебе юҡ. Әгәр штраф түләргә кәрәкһә, аҡсаны бынау кәпәстән алырға мөмкин. Икенсе үтенесем — өй хужаһына. Бүләккә ошо шыршыны бирегеҙ, Вячеслав Федорович. Бәлки, сәйерерәк тә ишетеләлер, тик аңларға тырышығыҙ, бик ҡәҙерле ул минең өсөн, ябай ағас ҡына түгел...
Күптәрҙең күҙҙәре түңәрәкләнде, өй хужаһы, уның ҡатыны шаңҡып ҡалды.
Беренсе булып Вячеслав Федорович телгә килде:
— Хөрмәтле Галина Петровна, ҡалалағы бөтә шыршылар ҙа бер иш инде ул. Ундай шыршыны, хатта бынан да матурыраҡты иртәгә өйөңә үк килтереп ҡуйырҙар, аҡсаһын түләрмен.
— Миңә фәҡәт ошо кәрәк...
Хужабикә һөжүмгә күсте:
— Галина Петровна, һеҙ әҙәп сиген сыҡтығыҙ түгелме? Саҡырылмайынса, әрһеҙләшеп килеп табыныбыҙҙа ултыраһығыҙ ҙа өйҙөң, байрамдың йәмен алып сығып китәһегеҙ. Иртәгә Яңы йыл! Мин әйтер инем — был һөмһөҙлөк, оятһыҙлыҡ!..
— Настя!
— Тыйма, былай ҙа оҙаҡ сыҙаным. Был ҡылығығыҙ ҡаланың мәғариф начальнигына барып етәсәк һәм тейешле сараһы күреләсәк, белегеҙ уны! Кисәне боҙоп, еще бында!..
— Ғәфү итегеҙ берүк, мәжлесегеҙҙе боҙорға теләмәгәйнем. Осраҡлы индем шул, бәлки, кәрәкмәгәндер ҙә. Матур байрам итегеҙ. Һау булығыҙ! — Галина Петровна ғәйепле йылмайҙы ла сығыу яғына атланы.

5

Сәйер төш күрҙе Галина Петровна. Ишек алдына шыршыһын ултыртҡан, имеш, ап-аҡ ҡағыҙҙан эшләгән уйынсыҡтарын элгән. Уйынсыҡтар шул тиклем күп: елдә осалар, һауала өйөрөләләр, ерҙең өҫтөн ябалар.
Шыршы тирәләй әйләнеп ул, Павел, Света, Зоя, Нина Александровна бейеп йөрөйҙәр. Павелдың өҫтөндә смокинг, хәрәкәттәре итәғәтле, килешле. Нина Александровна ғына элекке ҡиәфәтендә, ҡулындағы тоҡтан тирә-яҡҡа услап-услап көнбағыш һибә нишләптер. Уларҙан ҡарҙа ҡара таптар хасил була.
Бер яҡтараҡ өйкөлөшөп кисәге табындағылар баҫҡан. Виктор Степановичтың ҡулында шаҡмаҡлы шәкәр, ул уны Галина Петровнаға һона ла ниҙер әйтергә итә. Вячеслав Федорович менән Настяның йөҙҙәре борсоулы: “Ни эшләргә, ни эшләргә беҙгә?” — тип үрһәләнәләр. Волков йыуылмаған тәрилкәләр күтәреп сыҡҡан, үҙе: “Беҙгә Рустә йәшәүе һәйбәтерәк!” — тип ҡысҡыра, тәрилкәләренең төбөн ялай.
Уянып китте. Шаҡыйҙар икән. Ишек ауыҙында өҫтәренә ҡар бөртөктәре ҡунған, йөҙҙәре алланған Света менән Зоя тора. Зояның ҡулында — кисәге шыршы.
— Галина Петровна, был һеҙгә...
— Рөхсәт иттеләрме һуң?
— Шыршыны балалар өсөн ҡуялар. Ул минеке! Атай-әсәйемдең кисәге ҡылығы өсөн ғәфү итегеҙ, улар хаҡлы түгел. Ер барыбер әйләнә, Галина Петровна!
Ҡыҙҙар яҡын итеп, яратып уҡытыусыһына төбәлде.
Әкрен генә ябалаҡлап яуған ҡар көсәйә төштө, тирә-яҡ тағы ла ағыраҡ, сафыраҡ булып китте.
Хәйҙәр ТАПАҠОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573