Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙыусы исемен – лицейға!
Февраль урталарында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала күренекле башҡорт яҙыусыһы Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе үтте. Унда яҙыусылар, әҙиптең ҡыҙҙары, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Сараға Башҡорт дәүләт университеты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары ла килгәйне.

Ғәли Ибраһимовтың ижад һәм тормош юлын яҡтыртҡан күргәҙмәлә әҙиптең ташҡа баҫылған романдары һәм повестары урын алды. Ҡыҙыл тышлы алтын хәрефтәр менән баҫтырылған, өс китаптан торған “Кинйә” тарихи романы алыҫтан балҡып торҙо. 2018 йылда “Китап” нәшриәтендә трилогия ҡайтанан башҡорт һәм урыҫ телдәрендә донъя күргәйне.

Йыйылышты тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Айгөл Буранғолова асып ебәрҙе. Беренсе булып яҡты иҫтәлектәре менән Башҡортос­тандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман ағай Мусин бүлеште. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Хәсән Назар “Ағиҙел” журналы редакцияһында Ғәли ағай менән бергә эшләгән йылдары тураһында һөйләне. Шағир, яҙыусы-сатирик, бихисап халыҡ-ара премиялар лауреаты Марсель Сәлим дә уның тураһында йылы һүҙҙәрен әйтте.

“Китап” нәшриәте директоры Ил­һам Йәндәүләтов “Кинйә” романын ике телдә баҫтырып сығарыуҙары тураһында ҙур ғорурлыҡ менән хәбәр итте. Әҙиптең вариҫтары һөйөклө атайҙарының ниндәй кеше булыуы тураһында һөйләп бирҙе.

Яҙыусылар союзының идара рәйесе Зәки Әлибаев яҡшы хәбәр менән шатландырҙы: Ғәли Ғизетдин улы Ибраһимовтың 100 йыллығына арналған сараларҙы ойоштороу комитеты Өфөләге 2-се башҡорт лицейына уның исемен бирергә, бина алдына әҙиптең бюсын эшләтеп ҡуйырға тәҡдим иткән.

Кисәне Айгөл Буранғолова Абдул­хаҡ Игебаевтың “Ғәли Ибраһимов ағайға” тигән шиғыры менән тамамланы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 182

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 411

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 257

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 251

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 142

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 230

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 192

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 200

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 257

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 189

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 379