Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухлы күңелдәр берләште

Бишбүләктәр мәшһүр эпосты яҡшы белә.

Бишбүләк районының Ҡаныҡай ауылы мәҙәниәт йортонда халыҡ күңеленә рух өләшкән күркәм сара үтте – йәше-ҡарты “Урал батыр” эпосын яттан һөйләне.

Быуындан быуынға тапшырыла килгән “Урал батыр” эпосы үҙенең боронғолоғо, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте буйынса халҡыбыҙ ижадында айырым урын биләп тора. Был хаҡта Ҡаныҡай урта мәктәбенең башҡорт теле уҡы­тыусыһы Сөмбөл Әсфәндиәрова һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре Роза Нафиҡова йөкмәткеле сығыш әҙерләгән.

Бөгөн башҡорт халҡының мәшһүр ауыҙ-тел ижады өлгөһө рус, ҡаҙаҡ, инглиз телдәрендә генә бәйән ителмәй, ә донъя кимәлендә лә киң танылыу яулай бара. Быйыл Өфөлә уҙған конкурс-фестивалдә “Урал батыр” эпосы 42 телдә яңғыраған. Республикабыҙҙың йәш сәсән­дәрен барлап, иленә хеҙмәт итерҙәй өмөтлө һүҙ оҫталарын асыҡлаған был бәйгелә беҙҙең район данын Камилла Ишмөхә­мәтова уңышлы яҡланы һәм II дәрәжә диплом алып ҡайтты. VI класс уҡыусыһы Камилла (уҡы­тыусыһы – Сөмбөл Әсфәндиә­рова) эпостан мең ярым юл ятлаған. Әлбиттә, был оҙайлы, түҙемлек талап иткән эште атҡарып сығыуҙа ҡыҙҙың ата-әсәһенең дә тырышлығы ҙур булды. Камилланың бар булмышы менән бирелеп, тасуири һөйлә­үе,  образға инә белеүе, ҡумыҙ, һайран кеүек музыка ҡорал­дарында оҫта уйнауы һәр кемде әсир итте. Әйткәндәй, отҡор ҡыҙ хаҡлы ялдағы уҡытыусы Флүзә Йәғәфәр ҡыҙы Батраеванан мандолина сиртергә лә өйрәнгән.

Апаһына эйәреп эпосты ятлай башлаған Милана ла (V класс уҡыусыһы, уҡытыусыһы – Фәриҙә Әхмәтшина) тырыш хеҙмәтенең емештәрен татый башлаған. Өфөлә туғыҙынсы тапҡыр уҙғарылған конкурс-фестивалдә мәшһүр ҡобайырҙы һөйләп, ЮНЕСКО-ның I дәрәжә дипломына лайыҡ булған. Бер ғаиләлә үҫкән аҡыллы, рухлы ҡыҙҙарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.

Ауыл мәктәбендә Ҡаныҡай, Бикҡол, Набережныйҙан 72 бала белем ала, улар барыһы ла туған тел булараҡ башҡорт телен уҡый. Сәхнә тултырып сығып баҫҡан уҡыусылар – башланғыс­тарҙан алып юғары кластарҙа уҡыған егеттәр һәм ҡыҙҙарға тиклем бер-бер артлы эпостан өҙөк һөйләне.
Беҙҙең яҡтарҙа булып, “Бер ауылдың тарихы”, “Орнамент” те­ле­проекттары аша ауылдары­быҙҙың тарихын, йола-байрамдарын бөтә республика халҡына танытҡан билдәле журналист, фольклорсы Сәрүәр Суринаның да йәш быуынға еткерер һүҙҙәре бар ине.

– “Урал батыр”ҙы бар күңе­леңде биреп, көйләп һөйләргә кәрәк. Ишетеп белеүебеҙсә, Ғәбит сәсән уны бәйән иткән саҡта йырлап та, илап та ебәргән. Беҙҙең тағы ла “Зөһрә менән Алдар”, “Һуңғы һартай” кеүек ошо төбәккә бәйле матур эпоста­рыбыҙ, Дим буйҙарының бына тигән йырҙары, бәйеттәре бар. Шулар менән күберәк ҡыҙыҡһын­һағыҙ, башҡорт халыҡ ижадын уҡыһағыҙ, бик күп аҡыл йыясаҡ­һығыҙ, ынйылай һүҙ хазинаһы менән эш итеп, әсә телебеҙҙең ни тиклем бай икәнен күрә­сәкһегеҙ, – тип эпосты һөйләү буйынса үҙ тәҡдимдәрен еткергәндән һуң, уҡыусыларға үҙе ижад иткән әкиәтте уҡып ишеттерҙе.

Артабан сәхнә түренә Ҡаны­ҡай һәм Бикҡол ауылдарының аҡ яулыҡлы, милли күлдәкле ағинәйҙәре күтәрелде. Сөмбөл Алламорат ҡыҙы етәксе­ле­ген­дәге “Ағинәйҙәр” төркөмө са­ра­ға бик ентекле әҙерлән­гәйне. Мәрйәм Хәкимова, Розалиә Әхмәтшина, Наилә Рахман­ғолова, Ғәбиҙә Әсфәндиәрова, Ғәлиә Әхмәтшина, Клара Хәлфина, Вәғиҙә Хөсәйенова һәм башҡалар һүҙ сылбырын өҙмәйенсә, мәшһүр “Урал батыр”ҙы һөйләне. Улар араһынан Юлиә Айытова иң йәше булһа, Клара апай Хәлфина 76-ның үренә артылған.

Сара барышында ҡул эштә­ренән бай күргәҙмә ойошторолдо. Күҙ нурҙарын түгеп яһалған һәр әйбер – шәлдәр, салфеткалар, сигеүле мендәрҙәр, милли кейем­дәге ҡурсаҡтар, ултырғыс япмалары, ҡайыулы алъяпҡыстар Ҡаныҡай, Бикҡол, Ҡасҡын ауылы ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәренә маһирлығын асыҡ күрһәтте. Аллы-гөллө биҙәк һалып һуғыл­ған балаҫтар ҙа урын алғайны бында. Белеүебеҙсә, аҫалы балаҫ борон-борондан Дим буйы халҡының ғорурлығы булған. Тап ошо шөғөл йот йылдарында халыҡты аслыҡтан ҡотҡарған.

Ауылыбыҙҙа, шөкөр, бөгөн дә балаҫ һуғыу серен белгән оҫталар бар. Сарала ойошто­ролған сәй табынында ағинәйҙәр уҡыусы балалар менән тап ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545