Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йөрәк һүҙе”ң әйт һин халҡыңа!

Шиғырҙарҙы яттан һөйләү конкурсында артистар ғаиләһе Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар еңеү яуланы.

Республика райондары буйлап ҡына түгел, милләттәштәребеҙ йәшәгән төрлө төбәктәрҙә булырға тура килә. Улар бер тауыштан “Йөрәк һүҙе” проекты хаҡында һораша. Үҙҙәрендә үткәрергә теләгәндәр ҙә күп, уҙғарғандар ҙа бар, килеп сығыш яһауҙы һорағандар ҙа етәрлек. Эйе, һүҙем һуңғы ваҡытта халыҡ араһында популярлыҡ яулаған шиғыр бәйгеһе тураһында.

Ул башҡорт милләтенең ХХI быуаттағы йән әрнеүе, һыҙланыуҙары, өмөттәре, инаныстары булды. Проект авторы Наилә Сәфәрғолованың үҙенең дә йөрәк һүҙе булды был ярыш.

Был юлы ла конкурстың ике этабына ун ике пар үтте. Улар, үҙҙәренә оҡшаған шиғырҙарҙы яттан һөйләп, тамашасыға йөрәк һүҙен еткерергә тейеш ине. Теге йылдағы кеүек үк, йәрәбә тартып, сығыш яһаусыларҙың тәртибе билдәләнде.

“Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре Вадим Лаврентьев менән Ирек Әхмәтшиндың сығышын бик яратып ҡабул иттем. Ҡайһылай оҫта һөйләнеләр Рәйес Түләктең “Ваза һәм сүп һауыты” шиғырын, әммә тамашасы фәлсәфә түгел, ә үҙенең ауыртҡан ере хаҡында һүҙ көтә булып сыҡты. Хәйер, баһалама ағзалары ла уларҙы артабанғы турға үткәрмәне. Әйткәндәй, баһалама төркөмө ағзалары – Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов, филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәтулла Ҡунафин, шағирә, “Йөрәк һүҙе-2017” конкурсында еңеүсе Зөлфиә Ханнанова. Улар, һәр сығышты ентекле тыңлап, кәңәшләшеп, тиҙ арала турҙың еңеүсеһен билдәләне.

Марат Яҡупов менән Гөлбинә Сафуанова Мостай Кәримдең шиғырҙарын һөйләне. Зал алҡыштарға күмелде, әммә киләһе турға сыҡманылар. Ләйсән Барлыбаева менән Лилиә Байсыуаҡова шул тиклем йылы, тулҡынландырғыс сығыш яһаны. Уларҙың, ысынлап та, Фирүзә Абдуллинаның, Флүрә Маликованың шиғырҙарында үҙҙәренең йөрәк һүҙҙәренә ауаздаш фекерҙәр тапҡанлығы күренеп торҙо, әммә улар ҙа киләһе турға үтә алманы. Бик йәл, ләкин баһалама ағзалары – үҙ эшенең оҫталары, улар менән килешәбеҙ. Сулпан Әбдрәхимова (уның шиғырын уҡынылар) менән Ләйсән Миңлеғәлиева ла Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына арналған “Цитадель” шиғыры менән тамашасының оҙайлы алҡышта­рына лайыҡ булды, тик конкурс конкурс инде, киләһе тур уларһыҙ барҙы.

Ислам Төхвәтуллин менән Айгиз Баймөхәмәтовтың сығыштарын тамашасы шулай уҡ үҙ итте. Улар Рәйес Түләктең “Оран” һәм “Ҡәрид байрамы” шиғырҙарын һайлағайны. Рәйес кеүек шағирҙың ижады әллә ҡайҙан танылып тора. Әллә һәр шиғырын яттан белгәнгә, энергетикаһы, ялҡыны бөтөнләй икенсе. Ислам “Оран”ды уҡығанда күҙҙән йәш тәгәрәне.

Рәйес Түләктең шиғриәте, уның йөрәк һүҙе башҡорт халҡы менән бергә йәшәйәсәк. Әммә егеттәр бик оҫта һөйләһә лә, киләһе турға сыҡманылар.

Благовар районынан килгән Гөлфирә Әхмәтшина менән Гөлфиә Ғәниевалар ҙа киләһе турға үтмәне. Әммә Фәнирә Ибраһимова яҙған “Нисек әйтәйем?”, “Кисерегеҙ” шиғырҙары тамашасы тарафынан шул тиклем йылы ҡабул ителде, хатта залдағылар һыҙғыра, ҡысҡыра, аяҡтары менән ултырғыстарҙы төйә башланы. Был ни хәл?! Беҙ бит республи­кабыҙҙың иң данлыҡлы сәнғәт усағында ултырабыҙ! Нисек үҙеңде шулай йәмһеҙ тоторға мөмкин, тигән һорау тыуҙы. Шул уҡ ваҡытта ризаһыҙлығын белдергән тамашасы фекерен әйтергә теләйме әллә, тип тә уйланым.
Микрофонға килеп, проект авторы Наилә Сәфәрғолова баһалама ағзаларынан уларҙы киләһе турға үткәреүҙе һораны. Быныһы ла аңлашыла, әгәр һәр ым-ишараға, бигерәк тә халыҡ һүҙенә битараф булһа, Наилә апай “Йөрәк һүҙе” проектын ойоштормаҫ та, уның күңеленә бындай хис йәшәмәҫ тә ине.

Тик баһалама төркөмө рәйесе Олег Хановтың әйткәне дөрөҫлөктөң үҙе булды. Конкурстың положениеһы бар, шулай булғас, әгәр бер пар ғына үтергә тейеш икән киләһе турға, тимәк, берәү генә һайлап алына. Бәлки, шуға ла залдағылар тап Гөлфирә Әхмәтшина менән Гөлфиә Ғәниеваны “Тамашасы һөйөүе”нә лайыҡ тип тапты. Афарин, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм уның ҡыҙы! Әйткәндәй, улар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының бүләгенә лә лайыҡ булды. Уны ойошма рәйесе Данир Ғәйнуллин тапшырҙы.

Ике турға үткән Земфира менән Гүзәл Байбулдиналар Нурлан Ғәниевтең, Салауат Әбүзәровтың шиғырҙарын яттан һөйләне. Ир-аттың Себергә китеүенә бәйле шиғыр һайлағайны улар. Замана проблемаларын алып сыҡты ҡыҙҙар сәхнәгә. Тасуири уҡыуҙан бигерәк йөрәккә һалып башҡарыу кәрәктер был шиғырҙарҙы. Улар финалға сыҡманы.

Ғалимә Розалия Солтангәрәева менән улы Илшат Мөслимовтың сығышы ил-йорт, халыҡ, ер проблемаларына арналды. Икенсе турҙа улар ир-аттың бәҫен күтәргән шиғырҙар уҡыны. Скрипка моңо сараны үҙенсә йәмләп ебәрҙе, әммә был пар ҙа финалға үтмәне.

Рәзилә Салауатова менән Руслан Шәйхетдиновтың сығыштары тамашасы күңелендә шулай уҡ оҙаҡ һаҡланыр әле. Әлеге лә баяғы Рәйес Түләктең “Бейеү” шиғыры менән әсир итте улар. Русландың, хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләһә лә, сәнғәт әһелдәре ҡаны уйнаны ла китте. Нисек оҫта уҡыны ул шиғырҙы:
Ә бына һеҙ!..
Сәхнәлә һеҙ, кәмендә — Салауат,
Ҡыҙҙарығыҙ, хас та — Әминә.
Салауаттың анау ыҙалары,
Ә башҡортоң күргән нужалары
Таныш ҡайһығыҙҙың тәненә,
Таныш ҡайһығыҙҙың йәненә?!
Һеҙ ҙә алдаһағыҙ... — Йәнем сатнар
Телен белмәй үҫер ейәнемдәй,
Илен белмәй үҫкән улымдай.
Эй, башҡортлоҡ! — Сәхнәләрҙән
төшкәс,
Сисеп ырғытылған еләнендәй,
Һүтеп ырғытылған толомдай...
Йәл, киләһе турға үтмәне был ғаилә.

Шағирә Ғәлиә Кәлимуллина был конкурсҡа уҡыусыһы Эльвина Семенова менән сыҡты. Уларҙың сығышын һәр саҡ алҡышлап ҡаршыланы тамашасы. Конкурс тамамланғандан һуң хатта, улар еңеү яуларға тейеш ине, тип яҙыусылар ҙа булды интернет селтәрендә, әммә баһалама ағзалары фекерен ихтирам итмәй булмай.

Күптәр Эльвина Семенованың сығы­шына тамам ғашиҡ булды. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев үҙ сәхифәһендә: “Кисә “Йөрәк һүҙе” проекты гөрләп үтте. Унда минең бөрйәнкәйем Эльвина Семенованың өсөнсө урынға лайыҡ булыуы ҙур шатлыҡ. Зәки Вәли­диҙең рухын, Урал батырҙың саялығын, Һомайҙың сибәрлеген күрҙем һиндә! Аҡ юлдар, уңыштар!”– тип яҙҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин да Эльвинаның сығышында йөрәк һүҙен ишетеүен әйтте. Ысынлап та, улар Ғәлиә Кәлимуллинаның сағыу шиғриәтен сәхнәнән бик матур итеп яңғырата алды. Афарин! Бына нимә тип мөрәжәғәт итә йондоҙға – шағир Рәми рухына Ғәлиә:
Һинән ҡалған утты, ел тейҙермәй,
Күкрәгемдә йөрөтәм мин, Рәми!
Усаҡ яҡмай ғына йылынайыҡ,
Ил-йортто ут ялмар, Рәми?!.
Рәми?!
Усаҡ яҡмай ғына йылынайыҡ...
Йыр-моңобоҙ йөрәкте ут итһен!
Ошо уттан меңәрләгән йөрәк
Йәшәр өсөн көс, ғәм алып китһен!

Шағир Фәнил Бүләков менән ҡыҙы Азалинаның сығышы, был сараның ихлас яҡты һәм әрнеүле тойғолары менән һуғарылған ата менән баланың дуэтынан туҡылғайны. Иҫ киткес сығыш яһаны Азалина! Баланың атаһына һорау менән мөрәжәғәте лә, ихлас шатлыҡтары ла, һоҡланыуҙары ла ысын мәғәнәһендә йөрәк һүҙе булды. Фәнилдең шиғырҙарын тамашасы яратып ҡабул итте. Бигерәк тә республиканың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовҡа арналған шиғырҙы залдағылар лейтмотив итеп алды.

Артистар Гөлназ менән Руслан Хайсаровтар былтырғы саранан һуң уҡ тамашасы һөйөүен яулап өлгөргәйне. Был юлы ла уларҙың сығышы матур булды. Бер уйлаһаң, артист һымаҡ итеп шиғырҙы уҡып буламы ни инде ул?! Улар уҡыған Зөбәржәт Йәнбирҙинаның, Аҫылғужаның, Лилиә Һаҡмарҙың шиғырҙары һәр фекере, хисе менән тамашасыға барып етте. Афарин, йәштәр! Афарин, талант эйәләре! Улар “Һүҙ оҫтаһы” исеменә лайыҡ булып, машинаға сертификат отто. Уҙған сараны ла ҡеүәтләгән, ҙур бүләктәр алырға ярҙам иткән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илшат Тажетдинов конкурс авторҙарына, ойоштороу­сыларға рәхмәт әйтте, бүләкте хужаларына тапшырҙы.

“Урал” фонды рәйесе Мортаза Рәхимов­тан да бүләктәр тапшырылды.
Ә бына “Йыл шиғыры” номинацияһында Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Факиһа Туғыҙбаеваның “Башҡорттарға аңлатамын башҡортлоҡто” шиғыры еңеү яуланы. Уға бүләкте Миңлехан Ғәйнетдинов әҙерләгән. “Ни өсөн ошо шиғыр?” тип һораусылар ҙа булды. Конкурс талабы буйынса, шиғыр сарала сәхнәнән яңғырарға тейеш ине. Уны Башҡортостан Яҙыусылар союзы билдәләне.

– Заманында башҡорт халҡында үҙаңды уятыуға күп көсөн һалған, милли матбуғатты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шағирә Факиһа Туғыҙбаева ла уҙған быуаттың 90-сы йылдарында халҡына йөрәк һүҙен еткергән. Бөгөн дә ошо проблема беҙҙе урап үтте, тип әйтә ала­быҙмы? Юҡ, әлбиттә. Ижадын халыҡ өсөн арнаған Факиһа Туғыҙбаеваның әҫәрҙәре – юғары сәнғәт өлгөһө. Йөрәк һүҙе булһа ла, профессиональ яҙыусылар сәнғәт кимәлен тотоуҙы төп талап итеп ҡуя, шуға ла тап Факиһа Туғыҙбаеваның шиғыры һайланды, – тине Зәки Арыҫлан улы.

Сарала был шиғырҙы Рәзилә Салауатова уҡыны. Эйе, күңеле нескә Рәзилә йомшағыраҡ тон алды, әммә унан ғына әҫәрҙең йөкмәткеһе йомшарманы бит.

Сараға килгән ҡунаҡтар – Сыуаш Республикаһының халыҡ шағирәһе Рәйсә Сәрби, ҡаҙаҡ яҙыусыһы Ҡадырбек Ҡуныпияулы, Татарстан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағир Рәмис Әймәт башҡорт ерендәге сараның күркәмлеген билдәләне, башҡорт теленә, еренә, халҡына дан йырланы. Ҡаҙаҡ бауыр­ҙашыбыҙҙың: “Башҡортом һин, ҡаным һин, йөрәгем һин, йәнем һин!” – тигән юлдарынан һуң күҙгә йәш эркелде. Сыуаш шағирәһе лә был проектҡа булған һөйөүен йәшермәне. Улар хатта быйыл Ҡырымда сыуаш телендә шиғыр яҙыусыларҙы туплаған. Бына бит башҡорт шиғриәте, башҡорт һүҙ сәнғәте башҡаларҙы ла нисек илһамландыра!

Һоҡланғыс “Йөрәк һүҙе-2018” проекты тарихта ҡалды. Ул беҙҙе яңынан-яңы асыштары менән ҡыуандырыр. Был сара быуат һүҙен әйтер кимәлгә күтәрелде. Автор Наилә Сәфәрғолованың заман тын алышын тойоп, тап халыҡ һүҙен сәхнәгә алып сығыуға өлгәшеүе – үҙе бер ҡаҙаныш. Афарин!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 664

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567