Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәхнәлә – “Тере тупраҡ”

Ул тарихыбыҙға алып ҡайтыр.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Ишмулла Дилмөхәмәтовтың әҫәре буйынса ҡуйылған “Тере тупраҡ” спектакленең премьераһы ҙур аншлаг менән үтте. Тамашаның ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, рәссам-биҙәүсеһе – Рөстәм Баймөхәмәтов, композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, костюмдар буйынса рәссам – Әлиә Байрамғолова һәм хәрби алыш, һуғыш сәхнәләрен ҡуйыусы – Рәсәй Каскадерҙар ассоциацияһы ағзаһы Роберт Йылҡыбаев.

Сибай театрының художество етәксеһе Дамир Ғәлимов әйте­үенсә, спектакль Баш­ҡортос­тан­дың 100 йыллығына һәм “Бер­ҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙарына ярҙам итеү” проекты ниге­ҙендә сәхнәгә сыға­рыла. Әйткәндәй, былтыр ошо проектҡа ярашлы һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмә­тенә “Ҡыҙ урлау” әҫәре сәхнәләштерелде.

Ҡайҙа нисектер, әммә Сибай халҡы театрға йөрөргә ярата, драма артистарын хөрмәт итә. Театрҙың быйылғы миҙгелен асҡандан алып икенсе премьераны тама­шасыға сығарыуҙары. Тәүгеһе – билдәле драматург Наил Ғәйетбаевтың пьесаһы буйынса “Хазина” премьераһы. Был юлы улар актер, ҡурайсы, йырсы, драматург, композитор, БАССР-ҙың халыҡ артисы, С. Юлаев һәм Ғ. Сәләм премиялары лауреаты Ишмулла Дилмөхә­мәтовтың әҫә­рен һайлап яңылышмаған. Ишмулла Ишҡәле улы 1930–1940 йыл­дарҙа Сибай театрында эш башлап, ошонда ижади сынығыу ала һәм артабан Башҡортос­тан­дың билдәле сәхнә йондоҙо булып китә. Шуныһы иғтибарға ла­йыҡ: “Тере тупраҡ”ты бынан 35 йыл элек, йәғни 1983 йылда театр­ҙың баш режиссеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, РСФСР-ҙың атҡа­ҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтхислам Ғәләүет­динов Сибай сәхнәһендә ҡуя.

– Ошоға тиклем артистар аҙ уйнаған спектаклдәргә өҫтөнлөк бирҙек, сөнки беҙҙең театр республика буйлап гастролдәргә йыш сыға, ауыл клубындағы сәх­нә­не иҫәпкә алырға тура килә. Был юлы тарихҡа ҡайтанан әйлә­неп ҡайтырға булдыҡ, сөнки әҫәр­ҙә күтәрелгән ер яҙмышы бөгөн дә актуаллеген юғалтмай. Икен­сенән, күренекле шәхесебеҙ, атаҡ­лы ҡурайсы Ишмулла Дил­мө­хәмәтовтың тыуыуына быйыл 90 йыл тулды. Әҫәрҙең төп ниге­ҙендә – республиканың тарихы, халҡыбыҙҙың әсе яҙмышы. Шул уҡ ваҡытта спектаклдә Сәсән образы юғары кимәлдә ҡуйыла, мәңгелек тема – мөхәббәткә дан йырлана, уның көсөнә ышаныс раҫлана. Спектаклдә тотош ижади труппа ҡатнаша, – ти театрҙың художество етәксеһе Дамир Мәжит улы.

Сәхнәлә ниндәй генә әҫәр ҡуйылмаһын, образдарҙы тыу­ҙыр­ған артистарҙың нисек уйнауы спектаклдең төп уңышын тәшкил итә. Ысынлап та, тамашасы күпселек осраҡта комедия жанрында күреп өйрәнгән артистарын был юлы үҙе өсөн яңынан асты. Бигерәк тә Юлтый (Морат Амантаев) һәм Һарыласәс (Ләйсән Ишмөхәмәтова) образдарын тыуҙырған артистарҙың сығышы һоҡланырлыҡ булды.

Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатовты ла хәҙер тамашасы йырсы булараҡ ҡына түгел, ролдәрен үҙенсә генә балҡытып ебәрә алған сәнғәт оҫтаһы рәүешендә ихлас ҡабул итә. Театрға йәнә үҙенсәлекле та­ланттың килеүе ҡыуандырмай ҡалмай. Ниндәй генә образда сәхнәгә сығыуҙарына ҡарамаҫтан, һәр саҡ үҙҙәренең оҫта уйнауы, ижади балҡыштары менән премье­раға йәм һәм нур биргән Башҡортостандың халыҡ артистары Риф Сәйфуллин (Аҡсәсән ролендә), Сәхибъямал һәм Шәмсинур ролендә Зифа Баязитова менән Рәмилә Хоҙайғо­ловаларға “Афарин!” тиеүҙән башҡа ни әйтәһең!

Шулай уҡ тамашасы Башҡорт­ос­тандың атҡаҙанған артистары Марс Итбаев, Айгөл Хәкимова, Юнир Ғәйнуллин һәм Арсен Шәй­хис­ламовты өр-яңынан асты, уларҙың тетрәндергес образдар ижад итеүенә шаһит булды. Һәр хәлдә, Сибай артистарының һәр береһен яҡшы белгән Дамир Ғәлимов был юлы ла ролдәрҙе бүлеп биргәндә яңылышмаған. Һөҙөмтәлә премьера үҙ маҡса­тына өлгәшкән.

Бында, әлбиттә, сәхнәгә ҡу­йыу­сы режиссер Азат Нәҙерғо­лов­тың ижади эшен дә юғары ба­һалайбыҙ. Хәйер, Азат Әхмә­ҙул­ла улы Сибай артистары менән электән хеҙмәттәшлек итә. Был – режиссерҙың дүртенсе спектакле, шуға күрә уның театрға ҡарата үҙ ҡарашы, асылы, алымы бар. “Ни өсөн Ишмулла Дилмө­хәмәтов әҫәрен һайланығыҙ?” тигән һорауыма ул, йылмайып: “Сөнки ул – минең яҡташым!” – тип уйынлы-ысынлы яуап бирҙе.

– 80-се йылдарҙа миңә Ишмулла ағай Дилмөхәмәтовтың күренекле композитор Заһир Исмәғилев менән бергә хеҙмәт­тәшлек итеүен күрергә һәм улар менән яҡындан аралашырға насип итте. Артабан ике бөйөк шә­хестең үҙ-ара хеҙмәт­тәшле­генән бынамын тигән опера барлыҡҡа килде. Ишмулла Дилмөхә­мәтов­тың либреттоһына Заһир Исмә­ғилев “Урал илселәре” операһын яҙа, ул 1982 йылда Башҡорт дәү­ләт опера һәм балет театрында тамашасы хөкөмөнә сығарыла. Дамир Мәжит улынан тап ошо әҫәр­ҙе сәхнәләштереү өсөн саҡы­рыу алғас, һис икеләнмәйенсә риза булдым.

Беренсенән, Сибай театры артистары менән быға тиклем дә эшләгәнем бар, улар шул тиклем тырыш, уңған. Икенсенән, Сибай театрын бала саҡтан яратам. Ул ысын мәғәнәһендә халыҡ театры, бында артистар ҙа халыҡсан уйнай, яһалма­лыҡ, ғөмүмән, юҡ. Был бигерәк тә халҡыбыҙҙың тарихын сағылдырған тарихи әҫәр­ҙәргә тотонғанда үҙен һиҙҙермәй ҡалмай. Өсөнсөнән, мин спек­такл­гә үҙемдең уҡыусым, бөгөн Мәскәүҙә эшләгән каскадер Роберт Йылҡыбаевты саҡырҙым, ул артистарға алыш һәм һуғыш сәхнәләрен ҡуйҙы, төрлө тренинг­тар үткәрҙе. Өфөнән саҡырылған тотош ижади төркөм эшләне. Кейемдән алып артистарҙың ым-ишараһына, әйткән һүҙенә, ҡара­шына тиклем һәр деталь, һәр образ тәрән уйланылып ижад ителде. Әлбиттә, ҡасандыр ҡуйылған “Тере тупраҡ” менән беҙ бөгөн сәхнәгә сығарған спектаклде сағыштырырға кәрәкмәй, сөнки бөгөн заман һулышын тоя белергә лә, тамашасы зауығын да иҫәпкә алырға кәрәк.

Шуныһы һөйөнөслө: премьераны көндәр буйы эшләргә тура килгән мәлдәр булды, әммә бер артистан да ризаһыҙлыҡ ишетелмәне, киреһенсә, улар һәр нәмәне отоп алырға тырышҡан­дай, ихласлыҡ менән ҡабул итте. Ҙур рәхмәтлемен уларға. Ә тамашасы премьераны нисек ҡабул иткән – уныһы икенсе мәсьәлә, – тине Азат Әхмәҙулла улы.

Һәр хәлдә, Сибай тамашасыһы яңы спектаклде ҡыуанып ҡаршы алды, ниһайәт, тарихи темаға ҙур әҫәрҙең сәхнәгә сығыуына шаһит булды. Спектаклдә тотош ижади труппа, йәғни 30-ҙан ашыу артист ҡатнаша. Шуға ҡарамаҫ­тан, сибайҙар, ана, Урал аръяғы райондарындағы мәҙәниәт усаҡ­тарына гастролгә сығып та киткән. Халыҡсан театрҙың халыҡ ара­һында булыуына йәнә бер асыҡ миҫал был. Сәхнәләрҙе тултырыр, тамашасы­ларҙы уйландырыр һәм һиҫкәндерер, үткән та­рихыбыҙға бер аҙға булһа ла ҡайтанан әйләнеп ҡайтырға мәж­бүр итер “Тере тупраҡ” күптәрҙең күңелендә тере ҡуҙ булып балҡыясағында һис тә шик юҡ. Тыуған ерҙең тере тупрағы һәр беребеҙҙең күңелендә булһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574