Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәшит Назаров феномены

Беҙҙе бында Шағир рухы йыйҙы.

Балалар, уҡытыусылар, төрлө милләт кешеләре моңланып, илһамланып Шағирҙың Йыһан менән һөйләшеүенә тиң шиғырҙарын яттан һөйләне. Уйландырҙы, тетрәндерҙе был.

“Рәшит Назаров уҡыуҙары” тип аталған конференцияла, балаларға патриотик тәрбиә биреү хаҡындағы “түңәрәк өҫтәл”дә, Рәшит Назаров шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса төбәк конкурсында ҡатнашыу өсөн Ауырғазы районының Талбазы башҡорт гимназияһына Ауырғазы, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Ғафури ра­йондары, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгәйне улар. “Түңәрәк өҫтәл”дә “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, “Аҡбуҙат” журналы баш мөхәррире булараҡ, мин үҙем, “Ағиҙел” журналы мөхәррире Салауат Әбүзәров, Ауырғазы районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Фәүзиә Юламанова шағир һәм заман хаҡындағы уй-фекерҙәр менән уртаҡлаштыҡ.
2019 йылда әҙиптең тыуыуына 75 йыл туласаҡ икән. Ошо айҡанлы уның исемен мәңгеләштереү буйынса нимәләр эшләргә кәрәк, тигән һорау ҙа ҡуйылды. Әлбиттә, берҙән, был конкурсҡа республика статусын юллау дөрөҫ буласаҡ. Шулай уҡ гимназияға Рәшит Назаров исемен биреүҙе, райондың шағир исемендәге әҙәби премияһын булдырыуҙы хәстәрләргә ине, тигән теләктәр әйтелде.


Уҡытыусылар араһында шағирҙың әҫәрҙәрен тасуири һөйләү буйынса ярышта еңеп сыҡҡан Ҡырмыҫҡалы районының Шәрипҡол мәктәбе уҡытыусыһы Рәйхана Хәмитова үҙенең уҡыусыһы менән “Әсә һүҙҙәре” циклын уҡып ишеттергәндә йылдар аша әҙип үҙе киләсәк быуынға өндәшкән һымаҡ булды. Айгөл Ҡыуатова, Эльмира Ҡолбахтина, Розалиә Йәлилова, Венера Ғафарова, Фидалиә Зарипова, Айгөл Һатлыҡова шағир һүҙен уҡыусыларға еткерә белеүҙәге ҙур оҫталыҡ күрһәтте.

Рәшит Назаров феномены... Әгәр үҙе тере, һау-сәләмәт булһа, ниндәйерәк шиғырҙар яҙыр ине икән ул? Шиғриәткә талаптар ниндәйерәк булыр ине? Һуңғы ваҡытта шиғриәтебеҙҙә ул ҡуйған бейеклек һаҡланамы?

Башҡорт әҙәбиәтенә уҙған быуаттың 70–80-се йылдарында килгән быуын вәкиле булараҡ, байтаҡ талантлы тиңдәштәремдең, шиғриәт күгендә балҡып янғандан һуң, ҡапыл һүнеп юҡ булыуҙары хаҡында йыш уйланам. Сәбәптәрен эҙләйем. Быға тиклем табынған ҡиммәттәрҙең емерелеүен, рухи ихтилалдың килеүен алдан тойоу, шул арҡала бөтә нәмәлә шикләнеү, киләсәккә, үҙ көстәренә ышанмау сәбәпсеме икән әллә быға?

Эйе, бынан утыҙ йыл самаһы элек, башҡорт шиғриәте күген береһенән-береһе сағыуыраҡ йондоҙҙар биҙәгәндә, тәүге китаптарының ҡулъяҙмаларын тикшереүгә ҡуйған йәш авторҙар – Гүзәл Ғәлиева, Вил Ғүмәров, Хисмәт Юлдашев, Буранбай Исҡужин, Йомабикә Ильясова, Зөһрә Ҡотлогилдина, һуңыраҡ Рәмил Ҡол-Дәүләт, Әхмәр Үтәбай, Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла Зарипов, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Салауат Әбүзәров, Ғилман Ишкинин – алдында ябай булмаған бурыс торҙо: тәүге ҡулъяҙманан уҡ “гөлт” итеп тоҡанырға!

Ә бит, сағыштыра китһәң, ул саҡта шиғырҙары телдән төшмәгән М. Кәрим, Н. Нәжми, Р. Ғарипов, Р. Сафин, А. Игебаев ағайҙарҙың тәүге китаптарына ундай уҡ ҡаты талап ҡуйылмаған булған. Ошондай үҙгәреш – талаптар юғарылығына нимә сәбәпсе ине һуң? Бына яуап: Рәшит Назаров феномены! Башҡорт шиғриәтенә килеп инеүе йәшен йәшнәп күк күкрәүенә тиң булған Рәшит Назаров Бабичтан һуң тыныс ҡына, ҡалыптарҙан сыҡмай ғына үҫешеп килгән башҡорт шиғриәте өсөн үҙе бер шартлау була. Аң-зиһен даирәһе ҡапыл киңәйә, айырым кеше – Горькийҙың Данкоһы һымаҡ – үҙ йөрәген тоҡандыра, Бабич һымаҡ, ала ла нур сәсә халҡына! Фәлсәфәүи юғарылыҡ, тәүге ҡулъяҙмала уҡ аҡһаҡалдарса фекер йөрөтөү, шул уҡ ваҡытта йәшлек дыуамаллығы!

Рухи бөтөнлөк, аһәң таба алмаған йәмғиәттә “быуынһыҙ” быуын тип аталып йөрөтөлгән 80-се йылдар йәш шағирҙары ҡапыл, һәр береһе бер факелдай тоҡанып, яна ла һүнә, яна ла һүнә башлай. Әйтерһең дә, сикһеҙ юғары вольтлы, саманан тыш көсөргәнешле сымға тоташҡандармы ни?! Ҡолдәүләт… Вил Ғүмәров… Ғәбиҙулла… Буранбай… Рәйес Түләк… Ғилман… Был исемлекте дауам итергә булыр ине. Нимә булды был? Ниндәй салғы сабып ташланы аҫыл йөрәкле егеттәрҙе? Юҡһа, һуғыш та юҡ, репрессия ла һиҙелмәй ине һымаҡ.

Был тетрәнеү шиғриәтебеҙҙә йоғонтоһоҙ ҡалманы, әлбиттә. Элеккесә яҙа алмау (Рәшит Назаровтан һуң), заманға яраҡлаша алмау, ҡыйыу ҙа, фәлсәфәүи йәһәттән һәлмәк тә фекереңдең йәшәү рәүешеңә тап килмәүе — рухһыҙ дәүер касафаты аяҡтан йыҡманымы икән егеттәребеҙҙе?
“Рәшит Назаров уҡыуҙары” был уйланыуҙарға усаҡҡа утын өҫтәгәндәй тәьҫир итте. Бөйөк рух үҙенең бар камиллығында, донъяға тыуҙырған әҫәрҙәренең бар гүзәллегендә күҙ алдына килеп баҫты.

Панноларға уның үлемһеҙ шиғыр юлдарын сигеп яҙған яҡташы Гөлфиә Нурғәли ҡыҙы Ханнанова әйтмешләй, Рәшит Назаров шиғриәте – айырым бер донъя. Уны өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 675

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 564

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 592

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 448

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 660

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 399

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 565