Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы быуын, яңы тулҡын

Шиғри образдары килешле һәм зауыҡлы.

Билдәле ки, сикһеҙ тип һаналған йыһан эсендәге Ер-планета дөйөм тартыу көсө, йыһандың хәрәкәт ритмы, тәбиғи үҙгәреш фазаларына көйләнгән ҡағиҙәләр эсендә йәшәй. Йыһандың ҡағиҙәләре иһә галактикалар хәрәкәтенең закондарына бәйле. Ер өҫтөндәге миҙгелдәр әйләнеше лә системаға буйһона. Дөрөҫ, тәбиғәттә көтөлмәгән үҙгәрештәр булып тора, әммә төп принцип, ритмға һалынған хәрәкәт (ярай әле) үтә лә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырып, фажиғәләргә үк алып барып еткермәй. Тулҡын-тулҡын ритмға һалынған яңырыштарҙы һүлпәнәйеберәк киткән мәлдәр ҙә алмаштырғылай.

Милләттең яҙмышы ла үҙгәреш, хәрәкәт системаһынан азат түгел. Күтәрелеш, сәскә атыу осорон депрессив төшөнкөлөк осоро ла алмаштырып тора. Ҡыҫҡаһы, йәшәйеш — аҡ менән ҡараның, яҡшы менән ямандың бәрелешенән хасил яңырыш ул. Һыҙат-һыҙат, тулҡын-тулҡын булып үҙгәреш тормошобоҙҙоң барса өлкәһе өсөн дә хас. Сәйәсәт, иҡтисад, мәҙәниәт булһынмы, барыбер беҙҙең тулҡындар ысынбарлығын танымай хәлебеҙ юҡ.

Һүҙ итергә теләп һүҙен...

Әҙәбиәттә лә шулай. Беҙ белгән замананың ғына ижад мөхитенә күҙ һалһаң, әҙәби процесс теге йәки был заманда ғүмер иткән быуындарҙың инаныстары, рухи ҡиблаһы кеүек ҡанундарға бәйле булһа ла, ул ҡанундар үҙҙәре лә заман талабына таяна һәм кеше күңеле менән зиһененең күтәрелеш, ҡайһы саҡта албырғаныш саҡтарына яуап бирә.

Ижади мөхиттә лә быуындар тулҡын-тулҡын ағылған кеүек. ХХ быуат әҙәбиәтенә генә күҙ һалыу ҙа етә, бында ла һәр быуын халҡыбыҙға үҙенең күңел офоҡтары даирәһенән сығып әҙәбиәт яҙҙы. Шартлы рәүештә барлаһаң, тулҡындар ошолайыраҡ булһа кәрәк: Баязит Бикбайҙар быуынын Мостай Кәримдәр алмаштырҙы, уларҙыҡын — Рәми Ғариповтар, Рәми Ғариповтарҙы — Рауил Бикбаевтар, уларын — Тамара Ғәниевалар, Рәйес Түләктәр, Салауат Әбүзәровтар, Лариса Абдуллиналар, хәҙер килеп әҙәбиәт майҙанын Фәнил Бүләковтар быуыны яуламаҡсы.
Хуш, ниндәй яңылыҡ, ниндәй йөкмәтке һәм формалар менән шатландырмаҡсы халыҡты һуңғылар тулҡыны?


Шағир Фәнил Бүләковтың һуңғы китабы “Торналарҙы офоҡ саҡыра” тип атала. Йыйынтыҡ ыҡсым ғына, күләме ете табаҡ. Шағир китабына һуңғы биш-алты йылда ижад иткән шиғырҙарын туплаған. Китаптың тышлығы төҫһөҙөрәк, әлбиттә. Һоро төҫ кешене бигүк йәлеп итеп бармай, беҙ иһә уның йөкмәткеһенә, шағирҙың күңел офоҡтарына, тасуир сараларына күҙ йүгертәйек. Ниндәй матурлыҡҡа һоҡлана, ниндәй күренештәр һыҙландыра Фәнил Бүләковтың битарафһыҙ күңелен?

Сыңғырлатып ҡына аттар кешнәй,
Йондоҙло төн күктә – ай-даға.
Ҡырпаҡ ҡарҙан лерт-лерт юртҡан өйөр
Аҡ юрғанға ҡайый ай-тамға, —
тип хозурлана шағир төнгө манзараға. Ай яҡтыһында юшаған йылҡы өйөрө, ат тояҡтарының тамғаларының башҡорт өсөн ни саҡлы ғәзиз булыуын аңлатаһы ла юҡ кеүек. Билдәле ул беҙгә, күргәнебеҙ ҙә, кисергәнебеҙ ҙә бар. Әммә шиғыр ниндәй генә таныш күренештәр хаҡында булмаһын, уның төп мәртәбәһе күренештең тик шағир Фәнил Бүләков күңелендә генә яралтҡан образдарҙың яңылығы, тәбиғилеге һәм, әлбиттә, туған телебеҙҙең тәрән мөмкинлектәренә таянып эш итә белеү маһирлығында. Йәнә шуныһы ла: шиғыр күренештәрҙе рифмалап һөйләү генә түгел, күҙеңә яғылғандарҙы күңелеңдән үткәреп, нәҡ шул кисерештәрең хаҡында бәйән итеү ул. Шағир шундай һығымтаға килә:
Өйөр рухы азатлыҡты көҫәй,
Мундаларҙа еҙҙән ҡыңғырау.
Киң далала ирек эҙләп һаман
Башҡорт атҡайҙары сырҡырай.
“Беҙ, башҡорттар, ирек яратабыҙ!” тигәнерәк тә шиғыр яҙып ҡуйыр ине берәү булһа, Фәнил иһә халыҡ яҙмышы, уның төп идеалы булған азатлыҡ темаһын ошо юшауҙағы өйөр образы аша ярып һала ла ҡуя. Етмәһә, кинәйәләре, тел тәрәнлектәре аша тасуир итеү юлын һайлай.

Эйе, милләттең кемлеген мәҙәниәт билдәләй. Мәҙәниәттең иң бейек күрһәткесе – тел сәнғәте. Милләттең иң мөҡәддәс ҡиммәте лә – теле һәм рухиәт. Шиғриәттәге миллилек этнография ғына түгел, тел аша башҡорт шағиры халҡының күңел һәм зиһен тәрәнлеген сағылдыра. “Бүре күҙҙәрендә мәрхәмәт юҡ,//тик рәнйеү бар, аңлы был кейек.//Һәр йәнгә лә тыумышынан алып// йән иреге ерҙә – иң бөйөк”, — ти шағир “Ҡапҡан” тигән бер шиғырында һәм, билдәле ки, бүре нәсәпле милләттең һыҙланыуҙары, шул уҡ ваҡытта ялбарыуға бармаҫ хәсиәтен танымау мөмкин түгел бында.

Шағирҙар, ниндәй генә аҡыл эйәһе, уйсан һәм хиссән булмаһын, асылда, замандаштары өсөн серҙәрҙең, күренештәрҙең асылын асыу ҡөҙрәтенә эйә әүлиә сүрәтенә инеп, әҙер аңлатмалар, күрһәтмәләр тәҡдим итеү бурысын ҡуймай. Улар ни бары мөғжизәле йәки унан алыҫ күренештәргә уҡыусыларының иғтибарын йәлеп итеп, уйланырға ғына саҡыра.

Шиғриәтте ир-аттыҡына, ҡатын-ҡыҙҙыҡына бүлеп йөрөтөү дөрөҫ түгел кеүек күренә миңә. Шиғриәт талантлы йә талантһыҙ булыуы менән генә айырылырға тейеш. Ә икенселәй уйлаһаң, шунһыҙ мөмкин дә түгел, сөнки ике енескә бүленмеш кешеләрҙең холоҡ-фиғеле, донъяға мөнәсәбәте лә айырыла бит. Фәнил Бүләковтың ижадында егетлек сифаттары ярылып ята. Ҡыҙыу ҡанлылыҡ та, ирҙәргә хас ҡына түгел, көслө зат булыуҙары арҡаһында холҡоноң сифаты булырға тейешле сабырлыҡ, хатта ки ярайһы ажар ныҡышмалылыҡ та етерлек. Бәғзе ир-егет ижадындағы ҡартайғансы малай булған булып ҡыланыуҙы мин (шәхсән) өнәп бөтмәйем. Фәнил иһә ғаиләһе, ил-йорт эсендәге ирлек бурысын яҡшы белә:
Уттан сарсап сыҡҡан кейекме мин?
Һоро төтөн быуған күҙемде.
Ялан тәпәй ҡуҙҙан атлап киләм,
Үҙ итергә теләп үҙемде.
Һүҙ итергә теләп һүҙемде.

Шағир Фәнил Бүләковтың төп үҙенсәлеге шағир-рәссам булыуында. Ауылда, тәбиғәт менән туранан-тура аралашып йәшәүе сәбәплеме, күңеленең әйләнә-мөхитте ҡабул итеү һәләте арҡаһындамы, шағирҙың күңеле һағышлы моңға ла, арбағыс матурлыҡҡа ла мөкиббән, нәҡ ана шул тәбиғи хозурлыҡ уны уйлы ла, хәсрәтле лә, шатлыҡлы ла кисерештәр солғанышында йәшәтә һәм, әлбиттә, туған телдең тәбиғи ауаздары, уның аҫыл хазиналары тос фекерҙәр, фәлсәфәле уйҙар уйлатырға саҡыра булһа кәрәк.

...Яланаяҡ баҫтым суйыр ташҡа,
Боҙға аттым, гүйә, йөрәкте.
Телһеҙ ҡолдар кеүек телһеҙ ҡалһаҡ,
Кешеме беҙ, әллә өрәкме?

Шиғриәт, кешелектең үҙе кеүек, тәбиғилек емеше. Шағир ер, йыһан, тәбиғәт һәм кеше күңеле, бәндәнең холоҡ-фиғеле араһындағы тәбиғилеккә күҙ төбәй. Ана шул тәбиғилек бөтөүгә дусар ителгәндә килеп тыуған күңел ҡыйралыштары арҡаһында барлыҡҡа килгән ҡапма-ҡаршылыҡ кисерештәре, юғала барған гармония хаҡында уйланыу һәм һыҙланыуҙар шағир күңеленә тәьҫир итмәй ҡалмай. Шуға, күрәһең, шиғриәт иң драматик жанрҙарҙың береһе тип аталалыр. Ә Фәнилдең зиһене яҡты, ҡарашы һоҡланыулы. Тәбиғәттең аҫыл асылына һоҡлана ул, шиғри образдары килешле һәм зауыҡлы.

Фәнил Бүләков – Учалы районы егете. Университетты тамамлағандан һуң Башҡортостан юлдаш каналында эшләне. Ғаиләле булғас, тыуған ауылы Иманғолға ҡайтып етди эшкә тотондо. Иманғол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булды. Өй һалып инде. Утыҙҙы саҡ үткән ир-егет өсөн өй һалып инеү — бик етди ғәмәл. Өс ҡыҙы бар. Ҡатыны дауаханала эшләй.

“Торналарҙы офоҡ саҡыра” тип исемләнгән өр-яңы шиғырҙар китабы –башҡорт әҙәбиәтенең тамырҙары әле тере икәнлеккә инандырған уйҙар һәм хистәр шәлкеме ул. Тимәк, быуындар алмашынышы – тәбиғи үҫеш. Фәнил йәшендәге шағирҙарҙың ижады сәскә атһын өсөн һуңғы быуаттың маһир һүҙ оҫталары ашлаған, бәпләгән тупраҡ тере әле. Тел бөтмәһә, ил бөтмәй, тел, милләт тере булһа, ана шул тел хазинаһының ҡомартҡы юғарылығындағы ҡиммәттәрен оноттормай торған таланттар ергә килеп торасаҡ. Телгә алынған шиғыр йыйынтығы – башҡорт әҙәбиәтенең юғары кимәлен юғалтыуға юл ҡуймаясаҡ етди әҙип үҫеп етеүе хаҡындағы ҡыңғырау ул. Ә офоҡтарға табан юл алған торналарҙың офоҡтарҙы ла артылып китәсәге шик тыуҙырмай.


Ер ҡыҙы

...“Мин – башҡорт, тип танышығыҙ” – шағирә Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙар йыйынтығы шулай тип атала. Зөлфиә Ханнанова, Фәнил Бүләков менән сағыштырғанда, тәжрибәле шағирә. Ул, әлбиттә, алдараҡ телгә алынған Салауат Әбүзәровтар быуынына ҡарай. Йәнә ике талантлы шағирә Лариса Абдуллина, Гөлназ Ҡотоева менән тиңдәшерәк ул.
Күл өҫтәре – семәрле лә көҙгө,
Күҙен алмай унан бер ҡатын.
Һомайғоштор йәне. Йөҙө моңһоу,
Бәреп һындырғандар ҡанатын.
Зөлфиә Ханнанованың ижады хаҡында “был ҡатын-ҡыҙ шиғриәте” тигән баһа ҡуйһам, аҡҡош һүрәтен төшөрөп, аҫтына “Аҡҡош” тип яҙып ҡуйған кеүек булыр ине. Ысынлап та, Зөлфиәнең бәхет-шатлығы ла, ҡайғы-хәсрәте лә ҡатын-ҡыҙса. Берәйегеҙ әйтеп тә ҡуйыр: “Ә нимә, шағирә мылтыҡ тотоп ил һағында торҙом, дошмандарҙы алышта еңдем, тигән темаларға яҙһынмы ни?” һәм, әлбиттә, хаҡлы булыр.Үҙе лә, ана бит, нимә ти:
Мин – Ер ҡыҙы. Әммә күккә ғашиҡ.
Һауа минең тәүге Әсәйем.
Шуғалыр ҙа ерҙән көс-дәрт алып,
Күктән илһам алып йәшәйем.

Филологтар яҡшы белә, шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Теге йәки был шағирҙың образдар системаһын асыҡлар өсөн мотлаҡ ижадсының күңел халәте, инаныстары менән бер ни тиклем хәбәрҙар булһаң ине ул. Ҡиблаһы, художестволы фекеренең нигеҙҙәре нимәнән? Был, үкенескә ҡаршы, мөмкин түгел. Шуға ла, Есенин әйтмешләй, шағирҙың күңел һәм зиһен донъяһы – шиғырҙарында, тигәнгә инанаһы ғына ҡала. Хәйер, “Мин – башҡорт, тип танышығыҙ” тигән шиғырҙар йыйынтығында шағирәнең эске донъяһы ус эсендәге кеүек ярылып ята:
Яндырылған ауылдарҙың һағышы беҙ –
Йәнебеҙҙе көлдән эҙләп табышығыҙ!
Беҙҙең алда таҙа булһын намыҫығыҙ:
“Беҙ бөтмәнек!
Мин – башҡорт!” – тип танышығыҙ!

“Йәнебеҙҙе көлдән эҙләп табышығыҙ...” , “Илгә хаҡһыҙ ҡаныҡҡандың хөкөмө беҙ...”, “Ил-ер өсөн фиҙа булды ғүмеребеҙ...” Халҡыңдың бындай фажиғәле яҙмышын йәнеңә һыйҙырырға ла йөрьәт кәрәк әле ул... Милләт яҙмышы, рух, иман, тәүфиҡ кеүек төшөнсәләр даирәһенән сығып ижад итә шағирә. Ә был төшөнсәләр, билдәле, кешенең иң юғары әхлаҡи юҫығына барып терәлә. Намыҫҡа. Билдәле булыуынса, бәндәне бәндә иткән төшөнсәләр бит инде ул — намыҫлана, ояла, тетрәнә һәм һыҙлана белеү.
Ә бит ниндәй ирҙәр булған элек,
(Мин ишетеп беләм йырҙарҙан)!
Ил терәге улдар тыуыр микән
Ярым-шәрә ҡатын-ҡыҙҙарҙан.

Бутала барған донъя, юғала барған әҙәп-әхлаҡ ҡанундарын битараф ҡабул итә алмай шағирә. Милләтебеҙ яҙмышындағы юғалтыуҙар, фажиғәләр ҙә йәнен әсендерә уның. Замандаштарына әйтер һүҙе, уртаҡлашыр зары ла етерлек:
Утайҙар халҡымды, утайҙар.
Кем йәшәр был ерҙә? Ҡытайҙар?!
Һағынып ирәбе саҡтарын
Ер-һыуҙар, сал тауҙар һыҡтайҙар, —
ти ул.
Һәм һыҙланыулы һығымтаға ла килә: Тарханлыҡ юҡ хәҙер...Тарҡаулыҡ!//Белмәйем, ҡасан һуң туҡтайҙар?!// Береһен бер(е)һенә һөсләтеп,//Бутайҙар халҡымды, утайҙар...”

Башҡорттоң ғорур, йомарт милләт булыуы донъяға билдәле. Уны беҙ үҙебеҙ уйлап сығарманыҡ. Бүтәндәр шулай ти. Хәсиәтебеҙ, тәбиғәтебеҙ шундай. Нәфсебеҙ ҙә әллә ни ҙур түгел. Үҙебеҙ хаҡында уйҙырмалар уйлап сығарып әҙәм көлдөрөп тә йөрөгәнебеҙ юҡ. Баҫалҡы булһаҡ та, ярайһы текәрәкбеҙ, һыр бирмәй ғүмер итәбеҙ. Мәртәбәңде белеүгә етә тиме ни? Зөлфиә Ханнанова ғәзиз милләтенең мәртәбәле сифаттары һәм, әлбиттә, шағирәнең үҙенә яҡын да, аңлайышлы ла күренештәрҙән кисергән яҡты тойғоларға сорнаған мәлдәргә һоҡланыулы кисерештәре менән дә уртаҡлашҡыһы килә:
Минең халҡым моңһоҙмо һуң?
Дәртле, һәләтле, уңған.
Ул баҫҡанда сәхнә түгел,
Урал һелкенеп торған, —
тип һоҡланып тора ла шағирә, һыҙландырғыс кисерештәрҙән дә азат түгеллегебеҙҙе иҫебеҙгә төшөрә:
Сал тарихта ҡанлы яра
Булып иңрәй үткәндәр.
Беҙ Уралды төйәк итһәк,
Сәхнә итте бүтәндәр.

Бай, юғары рухлы башҡорт шиғриәтенең сөңгөлдәре тәрән, тасуир даирәһе лә киң. Художестволы фекерле башҡорт халҡының донъяны, күренештәрҙе образлы ҡабул итмеш даирәһе киң ул, бөтөрлөк түгел һәм майҙанға сыҡҡан һәр шағир, халҡы күңеленән, уның теленән файҙаланып, үҙ һәләте кимәленсә шиғыр яҙа. Бәндә ер өҫтөндә йәшәү ваҡытында донъя серҙәрен, хозур йәшәйеш һәм йәнде һыҙландырған ваҡиғаларҙы үҙенсә күрә һәм үҙ зиһене аша баһалай шул. Донъяның үҙе кеүек мөғжизәгә тиң, ғаләмдең үҙе кеүек киң һәм тәрән, сикһеҙ булһа кәрәк шағирҙарҙың ижад даирәһе. Быларҙың һәммәһе лә туған телдең үтә бай һәм моңло, һүҙҙәрҙең мәғәнәле, образлы булыуына бәйле, әлбиттә. Тасуирлау саралары етерлек башҡорт теле хазиналығында, шиғриәтле телмәр ойоштороу мөмкинлектәре бихисап. Шағирҙарға талап ябай – һүҙҙәрҙән мөғжизә ҡойоу.

Зөлфиә Ханнанова — туған йәнле шағирә. Уның шиғырҙар йыйынтығында ғәзиз туғандарына аяулы һәм хөрмәтле хистәре, кисерештәре тулып ята. Һөйгән йәре, балалары, ҡайны-ҡәйнәһе, апайҙары, ағайҙары, бикәсе кеүек яҡындарына булған тойғоларын ул гүзәл образдарҙа һынландыра. Һөйгән йәренә ул “битарафлыҡ менән язалама” тип ялбарһа, ҡәйнәһенә “ғәйептәрем булһа, кисер” тигән итәғәтле килен һүҙҙәре менән өндәшә. Бикәстәре менән көртмәле йыйғанда ла һынатырға иҫәбе юҡ, ауылында ҡаршы алып, оҙатып ҡалған ағайҙарына ла ул рәхмәтле һеңле булып ҡала. Ә апайҙары һуң? Күмәк ғаиләнән икәү генә тороп ҡалғандар икән дә улар апалы-һеңлеле... Шағирәнең күңеле түрендәге атай йорто, шым ғына ҡар көрәп йөрөгән атаһының эске кисерештәрен тойомлау ҙа шағирәнең һиҙгер күңеленең нескәлеге хаҡында һөйләй.

Тәүләп ҡәләмгә тотонған һәр шағир тәүге шиғырын әсәһенә бағышлайҙыр ул. Шағирә Ханнанова өсөн дә әсәй образы — идеал. Хәсрәттәрен урманға китеп бушатыусы ла, ҡулынан эш төшмәгән донъя тотҡаһы ла шиғырҙарҙағы инәй образы.
Инәкәйем йөн иләй ҙә
Орсоҡ зырлап өйөрөлә.
Әллә бейеп китәйемме,
Ҡулды ҡуйып бөйөрөмә, —
ти шағирә һәм, әлбиттә, игелекле баланың инәһенең уйҙарын таратып, күңелен күтәргеһе килә.

Үҙем дә, шиғриәт донъяһында ғүмер итеүемә ҡарамаҫтан, уйланып ҡуйғаным бар: “Ә кешеләр әйтер фекерен ябай телмәр менән аңлатаһы урынға, ни өсөн рифма, ритмға көйләнгән телмәр менән һөйләшергә, образдар аша күңелен тирергә теләй икән ул?” Үҙемдең һорауыма үҙем яуап таба алғаным юҡ әле. Шулай тип кенә уйларға йөрьәт итәм: шағир ҙа, шиғыр уҡыусылар ҙа илаһи матурлыҡтан, телдең гармоник яңғырашынан ләззәт кисергеһе киләлер ул.

Шиғыр — ҡыҫҡа, әммә әҙәби жанрҙарҙың һәммәһенә лә ҡағылған талаптарҙан азат булмаған үҙаллы әҫәр. Шағирҙың йыйынтығындағы темаларҙы һанап сығыу мөмкин түгел. Әммә Зөлфиә Ханнанованың төп тематик кредоһын ошолай барларға булыр ине: Тыуған ил, туған тел, ил яҙмышы; туған-тыумасалыҡ тойғоларына тоғролоҡ; ғаилә, әсәлек, балалар яҙмышы өсөн хәүеф-борсолоуҙар, бәхетле кисерештәр; илаһиәт, рухи ҡиблаларға тоғролоҡ... Былар, әлбиттә, шартлы билдәләмәләр. Шулай ҙа шағирәнең иркенлек яратҡан күңелендә нәҡ атап кителгән йүнәлештәрҙең өҫтөнлөк итеүе сәйер түгел.

Мәҡәләлә Фәнил Бүләковтың ара-тирә киҫәксәле һүҙҙәрҙе рифмалауы, Зөлфиә Ханнанованың вәғәз шиғырҙарының йыш осрауы хаҡында тәфсирләп һөйләп тормайым. Иң мөһиме — шиғыр йыйынтыҡтары уҡымлы.

...Шундай ыҡсым ғына ике шиғыр китабын уҡып сыҡтым мин. Тәьҫораттарымды гәзит уҡыусылар менән дә уртаҡлашҡым килде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 401

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566