Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Түрәһе ниндәй – иле шундай”
Сибай филармонияһы һәм “Сулпан” балалар театры бына сирек быуат халыҡты үҙҙәренең сағыу, ҡабатланмаҫ тамашалары менән һөйөндөрә. Ике сәнғәт ойошмаһы берләшеп, концерт-театр берекмәһе булып эшләй башлағас, улар бер-береһен тулыландырып, тамашасы хөкөмөнә тағы ла йәнлерәк, йөкмәткелерәк сығыштар тәҡдим итә. Сирек быуатлыҡ юбилей айҡанлы сәхнәгә сығарылған бай концерт программаһы – быға асыҡ миҫал.

Тәртип тупһанан башлана

“Сулпан” тураһында ла, филармония хаҡында ла матбуғат биттәрендә күп яҙылды, радио-телевидение аша күп һөйләнел­де. Бөтәһенә үк булма­ғанда ла, тамашасыларыбыҙҙың күп­тәре өсөн икеһенең дә йылъяҙ­малары яҡшы таныш, хатта кемдәрҙер был хаҡта тыңлай-тыңлай, ҡат-ҡат уҡый торғас ялҡып та бөткәндәрҙер... Шуға ла бөгөн, берекмәнең юбилей миҙгеле тураһында һөйләгәндә, иғтибарҙы һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлек даирә­һенә, өлгә­шелгән уңыштарға, урын алған проблемаларға йүнәлтмәксе­мен. Ни тиһәң дә, берекмәнең йәшәйеше, алға китеү-китмәүе туранан-тура уның бөгөнгө етәкселәренә, ғәмәлдәге артис­тар һәм хеҙмәткәрҙәрҙең нисек эшләүенә бәйләнгән. Был тәң­гәлдә ауыҙ тултырып һөйләрлек, бер аҙ ғына маҡтанып алырлыҡ уңышта­рыбыҙ ҙа, ғорурланыр­лыҡ һөҙөмтә­ләребеҙ ҙә бар, тип шикләнмәйенсә әйтергә була...

“Түрәһе ниндәй – иле шундай” – башҡорт халҡының ошо тапҡыр әйте­менә ярашлы, берекмәнең бөгөнгө һы­нылыш йылдарында ла тайпылыш­һыҙ алға атлауында, яҡшы яҡҡа табан үҙгәрештәр, юл башында алған дан-шөһрәтен ҡайтанан тергеҙеүендә, яңы һулыш алыуында, әлбиттә, күп нәмә уның етәксеһенә бәйләнгән. Сибай концерт-театр берекмәһе директоры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов “теҙгенде ҡулына ал­ғас”, өс йыл эсендә коллектив­тағы хәл-торош күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Был иң элек хеҙмәт­кәрҙәрҙең эшкә ҡара­шында һиҙелә – хәҙер эшкә “ваҡыт уҙһын, сабата туҙһын” өсөн генә йөрөүселәр юҡ кимәлендә. Һәр хәлдә, етәксе ҡул аҫтындағы һәр кемдән теүәллек, ғәҙеллек, яуаплылыҡ талап итә. Дөрөҫ, талапсанлыҡты үҙ итмәгәндәр, “иҫәпкә бар, һанға юҡ” хеҙмәт­кәрҙәр берекмә менән араһын өҙҙө. Уның ҡарауы, коллектив һәләтле йәш көстәр менән тулыланды.

“Тәртип тупһанан башлана” принцибына ла тоғролоҡ һаҡ­лана беҙҙә. Был йәһәттән әле филармония ваҡытлыса ҡур­тымға алған бина алдына күҙ һалыу ҙа етәлер, моғайын, иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем килеүселәрҙең ҡарашын наҙлы сәскәләр иркәләй! Бина эсендә лә төрлө-төрлө гөл һауытта­рынан матур һәм зауыҡлы зона булдырылған... Әйткәндәй, “Сулпан” театрында ла ошондай уҡ күренешкә тап булаһың...

Әлбиттә, былар барыһы ла концерт-театр берекмәһенең тышҡы йөҙө генә. “Ә уның асылы нимәнән ғибәрәт?” – тип һораусылар ҙа булыр. Асылы­быҙ ҙа, Аллаға шөкөр, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерерлек түгел. Художество етәкселәре – Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Нә­симә Ғиззәтуллина, директор урынбаҫар­ҙары – Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Фәнил Әсәҙуллин, Ринат Ғай­син, данлыҡлы “Сибай” халыҡ бейеү­ҙәре ансамбленең художество етәк­сеһе Башҡортос­тандың халыҡ артисы Айтуған Дәүләткирәев, режиссер Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артисы Миңзилә Ҡотошова, ҡуйыу цехы етәксеһе Роза Әхмәтшина, реклама бүлеге етәксеһе Гөлгөнә Муллах­мәтова һәм башҡалар үҙ эштәрендә етәк­сенең урынлы күрһәтмәләренә, иҫкәрмәләренә һәм талаптарына таянып эш итә. Нәҡ шуғалыр ҙа, бәлки, ижади төркөмдәр алдарына ҡуйылған маҡсаттарға теүәл өлгәшә һәм уңышлы сығыш яһай.

Халҡыбыҙға хас һыҙаттар

Үткән отчет осоронда, йәғни юбилейҙар араһындағы биш йыллыҡта, филармония һәм “Сулпан” балалар театры тарафынан иғтибарға лайыҡлы, бай йөкмәткеле, көнүҙәк бик күп программалар һәм тамашалар сәх­нәгә сығарылды. Шулар ара­һында филар­монияның “Һау­мыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Атайсалын данлар уландар”, “Ҡунаҡ ҡыҙы Ынйы йәки “Буйҙаҡтар” опера­цияһы” театрлашты­рыл­ған тамашалары, “Салауаттың еттек йәштәренә...”, “Аҡ бурандар аҙаштыра, тимә...”, “Баш­ҡортомдоң хазинаһы – йырлы-моңло сибайҙар”, “Йәшәү һуты биргән Ер генәм”, “Йырҙарымда – Ерем һулышы”, “Исемеңдә – һинең яҙмы­шың...”, “Уйнаһын ғына гармуным, тынмаһын ҡурай моңо!”, “Атлы халыҡ – затлы халыҡ!” программалары та­машасыларҙы халҡыбыҙҙың үткәненә алып ҡайтты, бөгөн­гөһө хаҡында уйландырҙы, асы­лыбыҙҙың айышына төшөн­дөрҙө, тормошобоҙҙа урын алған, әммә күптәребеҙ һиҙ­мәгән күп кенә проблемаларға күҙҙәребеҙҙе асты. Әйтәйек, нәҡ беҙҙең төбәктә – Әбйәлил ра­йонында башланғыс алып, аҙаҡ республикабыҙҙың һәр бер ауылында матур йолаға әйләнгән һәм шул исемдәге “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” тамашаһы ошо күңелле байрам күренештә­ренән тыш, бөтә барған ауылдар яҙмышы хаҡында аяныслы уйҙарға һала һәм күптәрҙең керпектәрен йәшкә сыландыра...

“Исемеңдә – һинең яҙмы­шың” программаһы заман шау­ҡымына ярашлы сабыйҙарына килделе-киттеле исемдәр ҡуш­ҡан ата-әсәләрҙе, олатай-өлә­сәйҙәрҙе асылыбыҙға ҡайтырға саҡырһа, ”Йәшәү һуты биргән Ер генәм”, “Йырҙарымда – Ерем һулышы” программаларында тыуған ер, тыуған төйәк проб­лемалары лейтмотив булып үтә. “Атлы халыҡ – затлы халыҡ” тип исемләнгән рухлы, милли колоритлы программа иһә халҡыбыҙҙың тоғро дуҫы, юлдашы, яуҙашы һәм дандашы булған башҡорт атына дан йырлай, уның беҙҙең халыҡҡа ғына хас булған һыҙаттарын билдәләй...

Уҙған йылдар арауығында “Сулпан” балалар театры ла ҡул ҡаушырып ултырманы. “Йы­лы урын” (Сәлихйән Әфләтүнов инсценировкаһы), “Ҡаурыйлы өрәк” (Валентин Афонин пье­саһы), “Ауыл эте Аҡбай” (Туфан Миңнуллин), “Бот та сат” (Ксения Драгунская), “Аждаһаны еңер мөхәббәт” (Әлфис Ғаязов), “Эҫе ҡар” (Сәрүәр Сурина инсце­нировкаһы), “Уңмаған көн” (Николай Чапайкин), “Шүрәле – йән киҫәгем!” (Туфан Миңнуллин) һәм башҡа бик күп спектаклдәр Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы райондары балаларын ғына түгел, уларҙың ата-әсәләрен дә һөйөндөрҙө. Ә урындағы драматург Әминә Яхинаның “Юлда кем хужа?” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль үҙенең тәрбиәүи сара булыуы менән үҙенсәлекле, һәм уны балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә ҙур теләк менән ҡабул итәләр.

Һуңғы йылдарҙа “Сулпан”дар “Берҙәм Рәсәй” партияһы йүнә­леше буйынса бер нисә спектакль сығарыуға өлгәште. Мәҫә­лән, ағымдағы йылда ғына ла “Пираттар хазинаһы йәки Отош­ло эш” (Сергей Дмитриев), “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” (Мостай Кәрим), “Аладдин” (Ирина Казакова) спектаклдәре сәхнәгә ҡуйылды. Уларҙы кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа берҙәй яратып ҡарай, ихлас алҡыштарға күмә, кол­лективҡа эскерһеҙ рәхмәт һүҙҙәре яуҙыра. Ошо арала “Ҡәнифә юлы” (Сәрүәр Сурина) спектакле өҫтөндә эш башланасаҡ.

Яңырыу кисерҙек

Балалар театрының да гас­тролдәр географияһы йылдан-йыл киңәйә бара. “Сулпан”дарға Урал аръяғы төбәктәрендә һәм яҡын-тирә өлкәләрҙә генә түгел, Ҡыйғы, Мәсетле, Балаҡатай, Дыуан, Салауат, Әлшәй, Миәкә, Дәүләкән, Федоровка, Бәләбәй, Туймазы һәм башҡа район­дарҙа, Татарстан Республи­ка­һы, Ырымбур, Силәбе өлкәләре һәм Пермь крайы ауыл-ҡала­ларында ла дәррәү ҡул сабалар һәм тағы ла килеүҙәрен көтөп ҡалалар.

Филармония артистары Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ише эре ҡалаларҙа, Һарытау, Һамар, Силәбе, Ырым­бур, Ҡурған өлкәләрендә йылдың-йылы милли байра­мыбыҙ – һабантуйҙар үткәреүҙә ҡатнаша һәм һәр ваҡыт урын­дағы халыҡтың һөйөү-ихтирамын яулап ҡайта. Быйыл иһә күп йылдарҙан һуң беҙҙең артистар, сит илгә сығып, Ҡа­ҙағстандың Астана ҡалаһында үткән “Башҡорт йыйыны”нда ҡатнашты. Аһәңле башҡорт моңон, милли колоритлы дәртле бейеүҙәр бүләк итеү менән бер рәттән, Ҡаҙағстан халҡына башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының үҙенсәлекле биҙәнеү әйберҙә­рен, һоҡланғыс һәм бай орнаментлы көнкүреш кәрәк-ярағын күрһәтеп, туғандаш республика халҡының һушын алып ҡайтты сибайҙар...

Концерт-тамашаларыбыҙға даими йөрөүселәр һуңғы йыл­дарҙа “Сибай” бейеү ансамбле­нең, вокалистарҙың һәм башҡа сәхнә кешеләренең костюмдарына ла иғтибар итмәй ҡалмай­ҙар­ҙыр, моғайын. Артистарыбыҙ әленән-әле өр-яңы сағыу сәхнә костюмдарында тамашасы алдына сыға һәм урынлы һоҡ­ланыуға лайыҡ була. Шуны ла әйтеп китеү кәрәктер: кейемдәр генә түгел, башҡарыусы­лары­быҙ үҙҙәре лә һиҙелерлек “яңырҙы”. Сәхнәгә ижад утында янған йәштәрҙең килеүе һәм яуаплы вазифаларға тәғәйен­ләнеүе икеләтә ҡыуаныслы.

...Бер мәҡәләлә генә барыһы тура­һында ла тәфсирләп һөйләү мөмкин түгел, әлбиттә. Минеңсә, ул кәрәкмәй ҙә. Сибай филармо­нияһына һәм “Сулпан” балалар театрына һәр саҡ тоғро ҡалған тамашасыларыбыҙ, ижад емеш­тәребеҙгә битараф булмағандар былай ҙа барыһын үтәнән күреп тора. Ә 25-се юбилей концертына килгән тамашасылар Сибай концерт-театр берекмә­һенең эшмәкәрлек юлын тағы бер тапҡыр күҙҙән үткәрҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574