Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Туған тел яҙмышы кем ҡулында?”
Башҡортостан һәм Татарстан яҙыусылары фекер алышты

“Туған тел яҙмышы кем ҡулында?”Дүртөйлө ҡалаһында уҙған “Туған тел яҙмышы кем ҡулында, әҙип?” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”гә лә ике республиканың – Башҡортостандың һәм Татарстандың яҙыусылары йыйылып, тап туған тел мәсьәләһе буйынса фекер алышты.


Әҙиптәрҙең әйткәне...

Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе, мәғариф мәсьәләләрен заман талаптарына ярашлы халыҡҡа ваҡытында еткерергә ашыҡҡан Рәйсә Күзбәкова алып барҙы. Ул, тап глобалләшеү кеүек ҡатмарлы осорҙа телде нисек һаҡларға була һуң, тигән һорау ҡуйып, тел мәсьәләһенең бөгөн ни тиклем киң ҡоласлы булыуын аңлатты. Шул уҡ ваҡытта һәр әҙип ерлектәге хәл-ваҡиғаларға бәйләп, үҙ фекерен әйтергә тырышты.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев һәр халыҡ өсөн үҙ туған теле иң төп байлыҡ булыуы, башҡорттар – “Урал”ды, татарҙар Ғ. Туҡайҙың “Туған тел”ен йырлап сараларын башлай икән, был үҙе үк халыҡтың туған теленә мөнәсәбәтен күрһәтә, тине.
— Бер ҡараһаң, бөгөн бит элекке кеүек түгел, туған телде өйрәнер өсөн бар шарттар булдырылған. Башҡорт гимназиялары һаны нисәүгә етте! Һуңғы осор мәсет­тәр­ҙең асылыуы күҙәтелә. Мәсеттәр асылыуға бер ҡаршылығым да юҡ, әммә унда кем йөрөр һуң? Беҙҙең балаларыбыҙ һаны артамы бөгөн, әллә кәмейме? Закондар менән яҡланған, һаҡланған телдең статусын ҡайтырырға кәрәк! – тип тамамланы һүҙен Рауил Төхвәт улы.
Татарстан Яҙыусылар союзы рәйесе, танылған драматург Данил Сәлихов үҙ сиратында, яҙыусыларға күберәк халыҡ араһына сығырға, ике республика араһында ижади кисәләр ойошторорға кәрәк, тигән тәҡдим индерҙе.
— Элекке совет осорондағы осрашыу­ҙарҙы һәр кем хәтерләйҙер. Бөгөн яҙыусы һүҙе халыҡҡа барып етәме? Был хаҡта беҙ үҙебеҙ ҙә хәстәрләргә тейеш. Халыҡ яҙыусыларын халҡы танып белеүе, әҫәр­ҙәрен уҡып үҫеүе зарур. Беҙ бына шундай ижади күперҙәрҙе нығытайыҡ әле, – тине Данил Хәбибрахман улы, фекерен йомғаҡлап.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар: “Халыҡ ҡына түгел, бөгөн яҙыу­сы­лар бер-береһенең әҫәрҙәрен уҡымай. Хәҙер китап ҡайғыһы юҡ. Бында хәл итәһе мәсьәләләр бик күп. Тел – ул халыҡты ойош­тороп торған төшөнсә. Әгәр теле юҡ­ҡа сыҡһа, милләттең киләсәге юҡ. Ха­лыҡ­ҡа тел кәрәк. Телде һаҡлау өсөн уны яҡлаған закондарҙың эшләүе мөһим!” — тине.
Татарстандың халыҡ шағиры Рауил Фәйзуллин да бик әсенеп әйтте һүҙҙәрен:
— Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фронтта туған телдә 16 гәзит сыҡҡан. Совет дәүләтен нығытыр өсөн дә, халыҡтар дуҫлығын һаҡлағанда ла беҙ кәрәк булғанбыҙ. Телебеҙ ҙә, һүҙебеҙ ҙә кәрәк булған. Рәсәй Федерацияһы кеүек ҡеүәтле ҙур дәүләтте һаҡлап ҡалыу өсөн тап беҙҙең республикаларыбыҙ, телдәребеҙ кәрәк!

Ил Президентының милли әҙәбиәткә мөнәсәбәте

Былтыр Мәскәүҙә сыҡҡан “Современная литература народов России. Поэзия. Антология” йыйынтығының баш һүҙенә күҙ һалам. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың шундай фекере теркәлгән: “Беҙ тарихыбыҙ һәм күп милләтле әҙәбиәтебеҙ­ҙең традицияларына һоҡла­на­быҙ. Ғабдулла Туҡайҙың, Мостай Кәрим­дең, Рәсүл Ғамзатовтың, Фазу Алиеваның һәм башҡа күренекле шағирҙарҙың һәм яҙыусыларҙың исемдәре Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә лә билдәле. Ә уларҙың әҫәрҙәре тулы хоҡуҡлы рәүештә беҙҙең дөйөм, ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле ҡомартҡыларыбыҙ”. Бына ошо һүҙҙәр үҙҙәре үк ил башлығының туған телдәрҙә ижад ителгән әҙәбиәттәргә мөнәсәбәтен күрһәтә. Ошо хаҡта беҙгә оноторға ярамай ғына түгел, һәр даим сығыштарҙа, яҙған рәсми хаттарҙа иҫкә алырға кәрәк. Тап туған телендә ижад иткәндәрҙең генә ысын әҫәр яҙа алыуы ихтимал. Йәшерәк саҡта ниңә Мостай ағай урыҫса яҙманы икән, ул бит урыҫ телендә бик шәп һөйләшә ине, тип уйлай торғайным. Йылдар үткәс, был ижадтың сере асылды – әҙип тап туған телендә, үҙе тойған, үҙе донъя­ны ҡабул иткән телдә генә ысын һүҙ сәнғәте өлгөһө тыуҙыра алыуы ихтимал. Шуға күрә кешелек артабан киләһе быуаттарға кеше булып атлаһын өсөн, беҙгә ысын сәнғәт өлгөләрен уҡыу ғына түгел, ижад итеү ҙә мөһим.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова: “Туған тел – төп рухи байлыҡ. Ул – беҙгә быуаттар аша күскән оло хазина. Бөгөн туған телдәрҙе өйрәнергә теләгәндәргә мөмкинлектәр бар. Әммә глобалләшеү осоронда һәр халыҡ милли асылынан яйлап ситләшә. Милләттең төп ҡиммәттәрен һаҡлау, ҡурсалау фиҙакәрлек тә талап итә”, – тине.
Татарстандың халыҡ шағиры Зиннур Мансуров, республикаларындағы хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлап: “Был мәсьә­ләләрҙе ыңғай хәл итергә мөмкин, беҙгә халыҡ һанын арттырырға, күпләп бала табырға кәрәк”, – тине. Бала табыу өсөн дә шарттар кәрәк бит әле! Һуғыш осоронда, аслыҡ йылдарында ауылдарҙа сабыйҙар күп булған, әммә ул осорҙағы йәмғиәттең әхлаҡи йөҙө лә башҡа ине шул. Кешеләр бер-береһе менән һуңғы телем икмәген дә бүлешкән, иманы, рухы көслө булған. Йәмғиәттең бөгөнгө хәлгә килеп етеүенә кем ғәйепле һуң? Йәнә лә телде өйрәнеүҙе ғаиләгә генә ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫмө ни? Беҙ шундай шәпбеҙ, хатта бөтә мәсьәләләрҙе ғаилә хәл итә башланы. Мин бала саҡта шундай лозунг йәшәй ине: “Ғаилә – ул йәмғиәттең ячейкаһы”. Ана шул йәмғиәттең шул. Ул үҙе генә бер нимә лә эшләй алмай, уға дәүләт ярҙамы, ошо замандың арҡа терәрлек ҡанундары кәрәк.
Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнул­линдың фекерҙәре лә минең күңелемә ауаздаш булды. Ни генә тимә, был һөйләшеүҙәр ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһа ине, тигән борсолоу йәшәй күңелдә.

Иң мөһиме — эш дауам итә

Сығышы менән Дүртөйлө егете, шағир, драматург Ғәлимйән Ғилманов үҙ сығышында тел мәсьәләһе буйынса айырым проблемаларҙы хәл итеү өсөн аныҡ тәҡдимдәр әйтте:
– Телде үҫтереү буйынса программалар ҡабул ителде. Шулай уҡ гранттар ҙа бүленә. Беҙгә уларҙы мөмкин тиклем халыҡ мәнфәғәтендә файҙаланып ҡалыу мөһим, – тине Ғәлимйән Хәмитйән улы.
Эйе, беҙ был ысулдарҙы ла файҙа­ланып ҡалырға бурыслыбыҙ. Башҡортос­танда Башҡорт теле фонды асылды. Уның эшлекле емештәрен халыҡҡа еткерергә яҙһын. Иң мөһиме шул: теоретик эштәрҙең халыҡҡа ғәмәли ярҙамы булыуы ла зарур!
Шағирә Фәниә Ғәбиҙуллина Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Назар Нәжмигә арналған “Йырҙың булмай һуңлағаны” китабын таратты.
Осрашыуҙа Дүртөйлөлә туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһе буйынса ата-әсәләр комитетын булдырыу тураһында һүҙ барҙы.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рә­йесе Зәки Әлибаев үҙ сығышында “түңәрәк өҫтәл” нигеҙендә резолюция ҡабул ителеп, ил етәкселегенә ебәреләсәген әйтте. Башҡортостан һәм Татарстан Яҙыусылар союздары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған был сара Рәсәйҙә барған тел сәйәсәте буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ыңғай йоғонтоһо булһын, тип теләйек. Әйтәһе тәҡдимде ваҡытында әйтеп, ғәмәлгә ашырырға кәрәк. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов әйтмешләй, “ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән, дөрөҫ һүҙең әгәр һуңлаһа”. Һуңламаһаҡ ярай ине...

Дүртөйлө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 645

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 014

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 531

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 741

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 562

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 427

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 482

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 374

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 635

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 365

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 535