Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Кеше кешеләргә кәрәк булһын”
“Кеше кешеләргә кәрәк булһын”Яңыраҡ Ейәнсураның үҙәк район китапханаһында “Сыңрау торна” исемле ғәҙәти формала булмаған китапты ҡулыма алып, тәүге биттәренә күҙ һалыу менән күңелемде ғазап һәм шатлыҡ хистәре солғап алды. Ҡыуанысымдың сәбәбе: бына бит, Рәми тағы халҡы араһында, беҙ уны яңынан күрәбеҙ, һүҙ-фекерҙәрен ишетәсәкбеҙ! Ә ғазап кисереүем – фани донъяға ҡайта алмаҫын тойоуҙан. Бына шулай ике ут араһында ҡалғандай булдым ул минуттарҙа...

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев тарафынан Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан әҙерләнгән был китапта мәшһүр шағирҙың бик күп шиғырҙары, поэмалары урын алған. Шуны ла әйтеп үтәйек: әҙип тураһында уның яҙмышына бәйле иҫтәлекле көндәрҙә генә түгел, ғөмүмән, йышыраҡ һөйләү, һәр саҡ иҫкә алыу – бик мөһим ғәмәл. Рәми бит иле, теле, халҡы тураһында яҙа, ул – тормоштоң үҙе. Шиғырҙарын уҡыған һайын уҡығы килеп тора. Ҡытай шағиры Ли Боның бынан мең йыл элек яҙылып, Рәми тарафынан тәржемә ителгән шиғырында әйтелгәнсә:
Ҡарап торам мин тауҙарға,
Тауҙар ҙа ҡарай миңә.
Оҙаҡ-оҙаҡ ҡарашабыҙ,
Ялҡытмай икән ниңә?
Һис икеләнмәйенсә шулай тип тә белдерергә батырсылыҡ итәм: халҡыбыҙ­ҙың бөйөк заттары Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Әхмәтзәки Вәлидиҙәр менән тиң торған мәшһүр шәхесебеҙ ул Рәми Ғарипов!
Бала саҡтан уҡ китап, гәзит-журнал уҡырға яраттым, ә шиғырҙы нилектәндер бөтөнләй үҙ итмәнем. Бер мәл ауылға Өфөнән артистар килде. Йырланылар, бейенеләр. Араларында билдәле бер шағир ҙа бар ине. Ул сығышы менән тамашасыны берсә көлдөрә, илатып та ала. Шиғырҙы шул тиклем хисле итеп һөйләй – тын да алмай тыңлайбыҙ.
Рәми Ғариповтың ижад өлгөләре биге­рәк тә оҡшаны тамашасыға. 1957 йыл­да яҙылып та, байтаҡ ваҡыт донъя күрмәгән “Туған тел” шиғыры барлыҡ тыңлаусылар күңелендә рух күтәренкелеге, нәфис һүҙгә ҡарата ҙур ихтирам уятты: концерт саҡ-саҡ шиғри кисәгә әйләнеп китмәне. Ошо түгелме икән һәйбәт шиғырҙың, ысын шағирҙың илаһи ҡөҙрәте:
...Әсәм теле миңә – сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Тора-бара миндә матур йөкмәткеле, тормошсан шиғырҙарға, уларҙы ижад иткән әҙиптәргә ҡарата йылы мөнәсәбәт тыуҙы, ә инде Рәми иң хөрмәтле, яратҡан шағирыма әйлән­де. Бындай ҙа илаһи, йәнде иретерлек әҫәрҙәр була икән! Шиғырҙарын уҡыған һайын тылсымлы ижад хужаһының үҙен күреү теләге түҙҙермәй башланы хатта. Һәм, Хоҙайҙың “Амин!” тигән изге әмеренә тура килепме, шағирҙы осратыу, бер-ике тапҡыр мәжлестә бергә булыу, ниһайәт, бер мәл өйөмә алып ҡайтып ҡунаҡ итеп хөрмәтләү бәхетенә өлгәштем. Хәҙер ошо осраҡтарҙың бер-икеһенә туҡталып үтәм, сөнки улар күңелемдә мәңге онотолмаҫ кинәнес булып тамырланып ҡалды.
Рәми менән тәүге осрашыуым 60-сы йылдар уртаһында Өфөлә булды. Ул саҡта беҙгә, Байыш мәктәбе уҡытыусы­ларына, белем усағының яңы бинаһын төҙөү мәсьәләһе буйынса баш ҡалаға йыш йөрөргә тура килә торғайны. Шулай бер барыуым Яңы йыл осорона тура килде. 1 ғинуар иртүк тороп, ҡустым менән урам буйлап китеп барабыҙ. Бер мәл ҡаршыбыҙҙа ҡулына гәзит тотҡан йәш кеше пәйҙә булды. Рәми Ғарипов!.. Ҡустым беҙҙе таныштырҙы. Күрештек. Шағирҙың ҡиәфәтендә ярайһы уҡ арығанлыҡ билдәләре һиҙелә, ә йөҙөндә ҡәнәғәтлек сатҡылары уйнай.
Эй, газетам, ғазабым һин минең,
Ҡайҙан килеп һиңә эләктем?
Ярты ғүмер һиндә үтеп бара,
Һураһың да, ай-һай, електе! –
тигән юлдары, моғайын, күңелендә шул йылдарҙа тыуғандыр. Ул: “Бына Яңы йыл һаны”, – тип гәзитен беҙгә тотторҙо ла шәп-шәп атлап китеп тә барҙы. Шағир “Совет Баш­ҡортостаны” редак­ция­һында эшләй, төн бу­йы Яңы йыл һанын сыға­рышып, иртә менән ғаи­лә­һе янына ҡайтып барыуы икән... Бынан һуң Рәмиҙе Өфөлә тағы ла бер-ике мәртәбә күрергә насип итте.
Һуңғы осрашыуыбыҙ 1971 йылда булды. Рәми Ғарипов, райондаш­та­рыбыҙ Йыһат Солтанов, Марат Кәримов, Мәхмүт Уразаев, ҡурайсы Хөс­нул­ла Түләкәевтәр 22 ок­тябрҙә беҙҙең Ба­йышҡа килеп төштө. Билдәлән­гән ваҡытҡа мәктәптең тамаша залы халыҡ ме­нән шығырым тулды. Көндөң бик йонсоу, ямғырлы, һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, күрше ауылдарҙан да килгәндәр. Сәхнәнән урын алған әҙиптәр бер-бер артлы шиғырҙарын һөйләне. Хөснулла дәртләнеп ҡурай тартып, Марат төртмәле һүҙҙәрен еткереп, кисәнең йәмен уғата арттырҙы.
Шулай ҙа был хозурлы кистә миңә (миңә генә лә түгелдер) иң ныҡ тәьҫир иткән, бөтөн булмышымды ялмап алған кеше Рәми Ғарипов булды. Кәйефе күтә­ренке, ҡарашы яғымлы – был сифаттар залдағы барлыҡ тамашасыға күскән кеүек. Ул илһамланып шиғырҙарын уҡыны, һорауҙарға яуап бирҙе. Бигерәк тә алда иҫкә алған “Туған тел” күңелдәрҙә ҙур кинәнес, ғорурлыҡ тыуҙырҙы, киләсәккә ышаныс тойғоһон арттырҙы. Аҡ йөн свитер кейгән, тулҡынланып торған ҡалын бөҙрә сәсле Рәми ошо минуттарҙа минең өсөн донъялағы иң изге йән эйәһе ине һәм ғүмерлеккә шул һында ҡалды...
Осрашыу һуңында ҡунаҡтар хөрмәтенә мәжлес үткәрелде. Мин Рәми менән Йыһатты ҡунырға үҙебеҙгә алып ҡайттым. Иртәнсәк шағир үҙенең юл сумаҙанынан ус аяһындай ғына китап сығарҙы ла, тәүге битен асып, нимәлер яҙа башланы. Унан: “Бына, ағай, һеҙгә иҫтәлек булыр”, – тип миңә һуҙҙы. Был 1969 йылда сыҡҡан, йырҙар, шиғырҙар, ҡобайырҙарҙан торған “Аманат” тигән китабы ине. Автографтың йөкмәткеһе былай: “Аҡман ҡарттың тоҡомона – Ғайса ҡартҡа, Иректең ағаһы Булатҡа, еңгәм Гөлсөмгә, бөтә балаларға – иҫтәлеккә!.. Рәми. 23/Х-71”. Был китапты шағирҙың төҫө, изге ҡомартҡыһы итеп ярты быуат тиерлек ҡәҙерләп һаҡлайым.
Рәми намыҫлы кешеләрҙе сикһеҙ яратты, уларҙы күтәрергә тырышты, ярҙам итте.
Кеше
Кешеләргә кәрәк булһын,
Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын.
Эшләгәндә
Янып эшләһен дә,
Ял иткәндә
Көлһөн,
Йырлаһын! –
тип яҙҙы ул “Кеше” шиғырында.
Халыҡ та үҙенең ысын патриоты, оло талант эйәһе, шағир-көрәшсе, яҡлаусыһы Рәмиҙе тәрән ихтирам итте, ысын күңелдән яратты. Дөрөҫлөк, ғәҙеллек һәр саҡ тантана итә: үҙе үлгәндән һуң булһа ла мәшһүр Рәми Йәғәфәр улы Ғариповҡа “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән мәртәбәле исем, Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһы бирелде. Шулай уҡ республикабыҙ райондарында ла бөйөк шәхескә төрлө хөрмәт өлгөләре күрһәтел­де. Мәҫәлән, 1992 йылда беҙҙең Иҫән­ғолдоң бер урамына Рәми Ғарипов исеме бирелде, ә 2010 йылдың 20 авгусында ошо урамдағы 1-се йорт стенаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды.
Беҙ, районыбыҙҙың оло йәштәге элекке интеллигенция вәкилдәре, Рәмиҙең замандаштары, мәктәптәрҙең, гимназияның башҡорт теле, әҙәбиәте уҡытыусылары менән берлектә бөйөк шәхесебеҙҙең ижадын өйрәнеү, һаҡлау, яҡлау маҡсатында халыҡ араһында ярайһы әүҙем эшмәкәр­лек алып барабыҙ: шағирҙы күреп белгән кешеләр ҡатнашлығында осрашыуҙар, әҙәби бәйгеләр һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар үткәрелә. Киләсәктә лә шулай булырға тейеш. Бөйөк шағирҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
“Рәми Ғарипов – башҡорт халҡының рухи таянысы, хатта рухи даһи дәрәжәһен­дәге ҡаһарман шәхесе ул”, – тип мәшһүр шағирға ошондай юғары баһа биргән, “Сыңрау торна” китабын әҙерләп, уны баҫтырыу өсөн күп көс һалған, халыҡҡа еткергән хөрмәтле шәхесебеҙ Рауил Бикбаевҡа ҙур рәхмәт!

АҠБУЛАТ.
Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 153

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 360

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 229

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 226

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 117

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 201

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 170

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 177

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 231

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 172

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 362